Ғафури районының Красноусол ауылында йәшәүсе әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Мәҙинә Хажи ҡыҙы Ғибәҙуллина бөгөн оло юбилейын — 80 йәшен билдәләй. Уны ошо күркәм ғүмер миҙгеле менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Һәр ваҡыт асыҡ йөҙлө, һәр кемгә лә өлгө булырлыҡ изге йәнле, һөйкөмлө кешебеҙгә донъяның бар яҡшылығын, матурлығын теләйбеҙ. Һау-сәләмәт булып, оҙон-оҙаҡ йылдар йәшә һин. Булһаң әгәр беҙҙең менән, шундай йәмле донъя, шундай киң! Ҡайтҡан саҡта һинең яныңа ҡолас йәйеп ҡаршы алаһың. Мең-мең рәхмәт, әсәй, тәрбиәңә! Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Йырҙай матур булһын һинең тормош,
Көләс йөҙөң бер ҙә һүнмәһен.
Сәскәләрҙәй саф, дәртле күңелеңә
Һалҡын буран бер ҙә теймәһен!
Иң изге теләктәр менән улың Урал, ҡыҙҙарың Лилиә, Зилә, киленең Айгөл, кейәүең Александр, ейән-ейәнсәрҙәрең Алһыу, Илдар, Ратмир, Данис, Алина, Валерий.