Бер уйлаһаң, ни етмәгән инде был Биктимергә — юғары белемле, биләгән урыны ҡулай, балалары үҫкән, йорт-ҡураһы етеш. Шулай уйлай күптәр Ғиләжевтың фермерлыҡҡа тотонған сағында. Уның һымаҡтар ҙа айырым эшләмәгәс, кемдәр һуң яңы башланғысты һүнгән еренән элеп алыр, тигәндәр ҙә булған. Шулай, берәүҙәрҙе аптыратып, икенселәрҙе хуплап, сәмләндереп, эшкә тотона элекке ауыл хакимиәте башлығы.
Яҙмыш һин ҡушҡанса ғына бармай бит ул, бер ваҡыт уйламаған ерҙән килтереп бәрә. Биктимер ағайҙың күкрәгенең һул яғы ҡыҫып, дауахана тупһаһын аша атлата. Ғүмер буйы кеше менән эшләп, гелән үҙен һандал менән сүкеш араһында һымаҡ тойоуҙар, ил-күс мәшәҡәттәре тип район-ауыл араһында сабыуҙар — барыһы йыйылып, килтереп һуҡҡандыр инде. Ике йыл кардиология үҙәге һуҡмағын һыуытмай Ғиләжев.
— Үҙем өсөн тыныс ҡына эш тапҡы, унан кинәнес алып эшләге килде, — ти фермер. — Башлап китеүе, эште алып барыуы нисек кенә ауыр булмаһын, барыбер үҙеңде ысын хужа итеп тойоп, үҙең белгәнсә эшләүе оло кинәнес бит...
Эргәңдә иңгә-иң терәшеп барыр, кәңәше менән генә түгел, аныҡ эш менән ярҙам итешер тормош иптәше Гөлнәзирә иҫәп-хисапты үҙ өҫтөнә ала. Шәхси эшҡыуар булғанһың икән, һалым органдарына отчетты дөрөҫ тултырырға, кредит, субсидияларҙы ваҡытында юлларға ла кәрәк.
Ғиләжевтар иң ауыр, шул уҡ ваҡытта табышлы тармаҡҡа — мал үҫтереп, һимертеп һатыуға тотонған. Йәш быҙауҙарҙы райондың крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарынан да, халыҡтан да йыялар. Мәҫәлән, быйыл ҡышҡылыҡҡа 100 башҡа яҡын малды һимертергә ҡуйғандар. Райондың махсус фондынан 130 гектар ер теркәһәләр, 25 гектарын ҡуртымға алғандар. Мал аҙығы өсөн ни кәрәкһә, барыһын үҫтерәләр.
Ярҙамсылар тигәндән, Ғиләжевтар бар эште лә бергәләп башҡара. Әйтәйек, улы Рөстәм — юғары белемле юрист, документ эштәрендә алыштырғыһыҙ кәңәшсе. Кейәүе Фиҙанур Ғәлиуллин — зоотехник. Ҡыҙы Юлиә менән килендәре Регина ла дөйөм хужалыҡ эштәрендә ярҙамсылар.
Әлбиттә, барыһын да ҡул көсө менән башҡарып булмай. Бөгөн хужалыҡтың йөк машинаһы, ДТ-75, Т-40 тракторҙары бар. Рәфил Азаматов, Рөстәм Ғатауллин, Радмил Саяфаров, Илвир Ғизетдиновтар техникаһына ла ултыра, малын да ҡарай. Тырыш коллектив элекке колхоздың витаминлы он етештереү агрегатының, келәтенең биналарын йүнәтеп, башын киренән ябып, заманса ферма итеүгә өлгәшкән. “Мал аҙығы мул, торлаҡ йылы, эш хаҡын бирәләр — ауыл кешеһе өсөн иң мөһиме шул инде”, — ти егеттәр.
Бөгөн мал һанын арттырыу, был өлкәне нисек тә табышлы эшләтеү өсөн тырыша фермер. Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, ти халыҡ. Ғиләжев һымаҡтар ғына тормошта маҡсатына өлгәшеүсән бит.
Т. МУСИН.
Стәрлебаш районы.