Нефтекама ҡалаһының яңыртылған 7-се балалар баҡсаһында кескәйҙәр сыр-сыу килә — кәйефе күтәренке уларҙың. Бында мажаралы уйын ҡороу, яҡшы тәрбиә һәм белем алыу өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған.
Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа ҡалала кескәйҙәрҙе балалар баҡсаһынан мәхрүм итмәҫ өсөн байтаҡ эш башҡарылды, һөҙөмтәлә өҫтәмә 300
самаһы урын булдырылды. Бынан тыш, 200-ләп бала ярты көнөн тиңдәштәре менән үткәреү мөмкинлегенә эйә.
— Әлбиттә, был ғына тотош мәсьәләне хәл итмәй, — ти Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы Илүс Ғарифуллин. — Әле алты меңгә яҡын ғаилә сиратта тора. Киләсәктә тағы ла биш балалар баҡсаһы төҙөү күҙаллана, тиҙҙән 27-се мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы яңыртыласаҡ. Нефтекама халҡы ошо йәһәттән ҙур эш алып барған “Башнефть” компанияһына айырыуса рәхмәтле.
Яңыртылған 7-се балалар баҡсаһының йоҡо, уйын бүлмәләре, ашхана, спорт һәм тамаша залдары, биләмәләге майҙансыҡ заманса йыһазландырылған. Уны асыу тантанаһында “Башнефть” компанияһынан Юлай Ильясов, “Система” хәйриә фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Рушан Сәйетов, мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, ата-әсәләр ҡатнашты. Кескәйҙәр иһә сағыу сығыштары менән һөйөндөрҙө.
Нефтекама ҡалаһы.
Марат МОРАТОВ