Һәр кем уҡый ала21.11.2012
Үҙ уҡыусыларының йәшен мотлаҡ тамғаларға тейеш булмаған баҫмалар исемлеге төҙөлдө. Уларҙы элемтә, мәғлүмәт технологияһы һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт “ижтимағи-сәйәси мәғлүмәттәр таратыуҙа махсуслашҡан баҫма” тип билдәләне. Матбуғат баҫмаларына бындай талап, билдәле булыуынса, федераль закон тарафынан 1 сентябрҙән индерелде.

“Ижтимағи-сәйәси мәғлүмәттәр таратыуҙа махсуслашҡан баҫма — ул яңылыҡтар, мәҡәлә, фекер, әңгәмә, тәнҡит, сатирик материалдар, күҙәтеү, аналитика, статистика һәм башҡа мәғлүмәттәр баҫтырыу юлы менән Рәсәйҙең һәм башҡа илдәрҙең ижтимағи-сәйәси, иҡтисади, мәҙәни тормошондағы көнүҙәк социаль әһәмиәтле мәсьәләләрҙе һәм ваҡиғаларҙы, шул иҫәптән эске, тышҡы йәки халыҡ-ара сәйәсәт проблемаларын яҡтыртҡан мәғлүмәттәр йөкмәткеһен тәшкил иткән ваҡытлы матбуғат баҫмаһы йәки селтәр баҫмаһы, — тип аңлата ведомство. — Реклама, ял-күңел асыу һәм фәнни-популяр материалдар баҫтырып сығарған йәки балалар өсөн тәғәйенләнгән баҫмалар ижтимағи-сәйәси баҫма тип иҫәпләнә алмай. Теге йәки был баҫманы ошо исемлеккә индерелгән тип таныу өсөн үрҙә әйтелгән темалар буйынса мәҡәләләр күләме күпселекте тәшкил итергә тейеш”.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.


Вернуться назад