20 ғаиләгә 9 миллион һум биреләсәк21.11.2012
Әбйәлил районында 20 йәш ғаиләгә торлаҡ яҡшыртыуға дәүләттән финанс ярҙамы күрһәтелде.
Социаль түләүгә сертификаттар 2011–2015 йылдарға иҫәпләнгән “Торлаҡ” айырым маҡсатлы федераль программаһының “Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү” ярҙамсы программаһына ярашлы тапшырылды. Ғаиләләрҙе район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов ҡотланы.

— Илебеҙ, республика һәм райондың социаль сәйәсәтендә ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү өҫтөнлөклө булды һәм булып ҡала, — тине Рим Һатыбал улы. — Республика Президенты тарафынан Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы тип иғлан ителгән 2012 йылда ғаиләнең, әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлауҙың әһәмиәтен арттырыу дәүләт кимәлендәге мөһим бурыстар тип билдәләнде. Әбйәлилдән 20 ғаиләгә бөгөн сираттағы ярҙам күрһәтелеүе — шатлыҡлы күренеш.
Дөйөм алғанда, йәш ғаиләләргә 9 миллион һумдан ашыу аҡса биреләсәк.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.


Вернуться назад