Хөкүмәтебеҙ хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын һиҙелерлек күтәрҙе. Был күптәрен эштән ҡыҫҡартыу иҫәбенә башҡарылды. Урынында ҡалғандарының иһә мәшәҡәте артты. Бер кеҫәнән алып икенсеһенә һалыу ғына булды был. Хәҙер уҡытыусыларҙың эш хаҡын күтәрә башланылар...
Мәғариф системаһында хеҙмәт хаҡын арттырыу кәрәк ине. Тик күптәренең эштән ҡыҫҡартылыуын тыныс ҡабул итеп булмай. Өҫтәүенә байтаҡ ҡына мәктәпте яптылар. Төпкөл, йыраҡ ауылдарҙа тормош былай ҙа ауыр, мәктәптәрҙе бөтөрөү йәшәйеште тағы ла ҡатмарлаштырҙы. Ете йәшлек баланы сит ауылға сығарып ебәреүе кемгә еңел булһын! Белем усаҡтарын ябыуы ҡыйын түгел, әммә тергеҙеүе, ай-һай, ҡиммәткә төшәсәк!
Сығымдар һумдарҙа ғына түгел, бала-сағаның яҙмышында ла сағылмағайы. Ете йәштән сит ауылда уҡығандар үҙҙәрен үгәй әсәйҙә йәшәгән кеүек тоя, ауырыған сағында өйөнә ҡайтып ята алмай, ваҡытында ашамай, төрлө түңәрәккә, кисәгә йөрөүҙән мәхрүм. Беҙ V кластан күрше ауылға йөрөп ыҙаланыҡ, ә хәҙер I класс уҡыусылары сит-ят ерҙә уҡырға мәжбүр. Һуғыш ваҡытында ла Хөкүмәт балаларҙы уҡытырға сығым йәлләмәгән!
Тормошобоҙҙо бер туҡтауһыҙ үҙгәртәбеҙ, бының ниндәй хәлгә килтеререн ныҡлап уйлап тормайбыҙ. Тәртип һаҡсылары эштән ҡыҫҡартылыу менән юл-транспорт фажиғәһе осраҡтары, иҫерек килеш руль артына ултырыусылар һаны артты. Уҡытыусыларҙы ҡыҫҡартыуҙың эҙемтәләре лә аяныслы.
"Тағы кемдәрҙең хеҙмәт хаҡы артыр ҙа кемдәр ҡыҫҡартылыр?" — тип хәүефләнергә урын бар. Тамам ялҡытты бит был үҙгәрештәр...
Р. НАЗАРҒОЛОВА.