“Янғантау” йәнә лауреат булды21.11.2012
Быйыл “Янғантау” шифаханаһы “Рәсәйҙең иң яҡшы йөҙ тауары” программаһының Бөтә Рәсәй конкурсында финалға сыҡты.

Йыл һайын ике этапта үткәрелгән был проект тауарҙарыбыҙҙың сифатын яҡшыртыуға, хәүефһеҙлеген һәм конкуренцияға һәләтен арттырыуға йүнәлтелә.
Ошо көндәрҙә республиканың баш ҡалаһында үткән бүләкләү тантанаһында юғары сифатлы тауарҙар етештереү, хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендәге алдынғы предприятиелар наградаларға лайыҡ булды.
Конкурста ҡатнашҡан берҙән-бер шифахана — “Янғантау” курорты. Ул ике номинацияла билдәләнде. Шифаханала етештерелгән адыгей сыры — программаның дипломанты исеменә, ситтә лә киң танылыу яулаған учреждение лауреат дипломына лайыҡ булды.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад