Мәғлүмәт ҡумтаһы21.11.2012
Кешеләр ғәҙеллекте яратһын өсөн уларға ғәҙелһеҙлектең һөҙөмтәләрен күрһәтергә кәрәк.
(Адам Смит)

Йәшәгән урынығыҙҙа ғәҙеллек таба алмайһығыҙмы? Урындағы полицияға һәм тәфтиш органдарына ышанысты юғалттығыҙмы? Күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ. Республика прокуроры һәм уның урынбаҫарҙары ҡабул итһен өсөн

(347) 276-37-49,
276-28-46,
272-82-02

телефондары буйынса шылтыратырға мөмкин.

Ҡабул итеүгә һеҙҙе республика прокурорының граждандарҙы ҡабул итеү буйынса өлкән ярҙамсыһы Наталья Владимировна Рәхмәтуллина эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске сәғәт 6-ға тиклем яҙып аласаҡ.

Байрам һәм ял көндәрендә Башҡортостан прокуратураһында дежур прокурор тәүлек әйләнәһенә эшләй. Телефоны:

272-71-42.

Шәхси ҡабул итеүҙе һорап почта аша ла мөрәжәғәт итергә була. Хат ебәреү өсөн адрес:

450002,
Өфө ҡалаһы,
Крупская урамы, 19.

Элек мөрәжәғәт иткән урындан килгән, ләкин һеҙҙе ҡәнәғәтләндермәгән яуаптың күсермәһен дә һалырға онотмағыҙ.

Регламентҡа ярашлы, республика прокуроры Сергей Анатольевич Хуртин быға тиклем үҙәк аппаратта ҡаралған һәм яуап алынған ялыуҙар буйынса ғына ҡабул итә.

Өфөләге яуап та ҡәнәғәтләндермәһә, Рәсәй Федерацияһы Генераль прокуратураһының Волга буйы федераль округындағы идаралығына мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге бар:

8 (831) 421-47-23
(Түбәнге Новгород ҡалаһы).

Артабанғы баҫҡыс – Рәсәй Федерацияһының Генераль прокуратураһы. Уның адресы:

125993, г. Москва,
ул. Большая Дмитровка,
15 “а”, ГСП-3.


Вернуться назад