Йыһанға ынтылыш21.11.2012
Йыһанға ынтылышЕрҙең беренсе яһалма юлдашын осороуға 55 йыл тулды. Планета-ара осоштар, Айға сәйәхәт йәки сит планеталарҙан ергә төшөп һуғыш асыу тураһындағы фантастик романдар ХIХ быуат урталарынан уҡ билдәле. Ҡайһы бер яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен иҫкә алып китәйек.

Фәнни фантастиканың классигы Герберт Уэллстың (1866—1946) “Война миров” китабы, мәҫәлән, планета-ара һуғышҡа арналған. Шуныһын да хәтергә төшөрәйек: ул 1920 һәм 1934 йылдарҙа СССР-ға ла килгән, тәүге килеүендә В.И. Ленин менән һөйләшеп ултырған. Һуңынан, сәфәр тәьҫораттарынан сығып, “Россия во мгле” тигән китабын яҙған һәм унда илебеҙҙең һуғыштан һуң аяҡҡа баҫыуын күҙ алдына ла килтермәүен белдергән.
Польшаның фантастик яҙыусыһы Станислав Лем 1951 йылда “Астронавтар” тигән китабын Йыһанға осошҡа бағышлаған.
Француз яҙыусыһы Жюль Верндың 1865 йылда донъя күргән “Ерҙән айға” тигән китабында өс кешенең артиллерия снаряды эсендә Айға сәйәхәт итеүе Йыһанға ынтылыштасуирлана. Барбикен, Мишель һәм Николь — фантастик әҫәрҙең төп геройҙары. Хәҙерге ракеталар юҡ әле ул заманда, ә пушкалар һәм шартлатҡыстар етерлек. Жюль Верн, шуға күрәлер ҙә, был өс астронавты Айға төшөрмәй, юғиһә, уларҙың ергә ҡайтыуын нисек һүрәтләр ине? Айға тартылыу көсөн еңеү өсөн кәрәкле яғыулыҡты илтеүҙе тәьмин итеп тә булмаҫ ине. Шулай итеп, өс астронавт менән осҡан снаряд Ай тирәләй эллипс рәүешендәге орбитала әйләнә башлай. Жюль Верн космография, физика, математика, химия фәндәренең үҙе йәшәгән осорҙағы ҡаҙаныштары менән яҡшы таныш була. Үҙенең снарядын ракета тормоздары менән тәьмин итә. Ә Ергә ҡайтыу өсөн гравитация көстәре ҡулланыла. Айҙа үҙәккә ынтылыу көсө ерҙәгегә ҡарағанда бер нисә тапҡырға кәмерәк булғанға күрә, Жюль Верн иҫәпләүенсә, унан ысҡыныу йәки Айға тартылыу көсөн еңеп, Ергә әйләнеп ҡайтыу траекторияһына инеү өсөн аҙ ҡеүәтле ракета ла етер ине. Ул йылдарҙа хәҙерге ракета яғыулығы тураһында уйлау ҙа мөмкин булмай. Бөтә ышаныс — дарыла. Тик уны шартлатҡанда барлыҡҡа килгән энергияға идара итеү мөмкин түгел.
Атаҡлы фантастың китабы донъя күргәндән һуң 104 йыл үткәс, өс Америка астронавы 1969 йылдың июль айында “Аполлон-II” йыһан карабында Айға сәйәхәт яһай, һәм 21 июлдә командир Нил Армстронг менән экипаж ағзаһы Эдвин Олдрин яңы планетаға аяҡ баҫа. Астронавтар Айға Лем капсулаһы тип аталған йыһан карабының айырылып китә торған өлөшө менән төшә һәм яңынан “Аполлон-II” карабына кире ҡайта. Уларҙың башҡа һыймаҫлыҡ ҡыйыу сәйәхәтенә ышанмаусылар ҙа була. Фотоһүрәттәрҙе лә ялған тип аңлатырға тырышалар. Армстронгтың бындай һүҙ ҡуйыртыуҙарға бик иҫе китмәй, бәхәскә инмәй. “Мин бит унда үҙемдең аппаратты ҡалдырҙым, ҡасан да булһа кемдер Айға менәсәк һәм, минең аппаратты табып, Ергә алып ҡайтасаҡ”, — ти.
Үҙенсәлекле сәйәхәттән һуң оҙаҡ йылдар буйы Цинциннати университетында уҡытҡан профессор быйыл 82 йәшендә донъя ҡуйҙы.
Жюль Верн геройҙарының хыялын — планета-ара сәйәхәтте, 100 йыллап ваҡыт үткәс, тормошҡа ашырыусылар табыла. Фән һәм техниканың алға китеүе мөғжизәләр яһай. Билдәле совет ғалимы, физик, математик Яков Перельмандың (1882—1942) һәм Константин Циалковскийҙың реактив хәрәкәттәр, ракета һәм планета-ара осоштар тураһындағы идеяларын актив пропагандалаусының фекеренсә, пушканан атылған снаряд эсендә ултырған Барбикендың 200 грамм ауырлығындағы эшләпәһе артыҡ көс төшөрөү һөҙөмтәһендә бер нисә тоннаға етеп, уны һытып үлтерергә тейеш була. Быныһы — Ерҙән айырылыу тиҙләнеше һөҙөмтәһе. Ә һуңынан ауырлыҡты юғалтыу проблемаһы менән осрашырға тура киләсәк. Кеше бындай һынауҙы үтә алырмы, был мәсьәлә лә ХХ быуаттың урталарында ғына асыҡлана. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында реактив көстәр ярҙамында оса торған ракеталар беренсе тапҡыр ҡулланыу тапты. Беҙҙә улар “Катюша” тип йөрөтөлдө, ә Германияла — V-1 һәм V-2 (фау-1 һәм фау-2). Ул ваҡытта Айға сәйәхәт итеү йәки башҡа планеталарға осоу хыялын тормошҡа ашырыу буйынса саралар күрелмәне, ә Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң Йыһан ике сәйәси система араһындағы ярыш майҙанына әйләнде.
СССР-ҙа Йыһанды яулау өсөн ҙур әҙерлек бара. Әстрхан янындағы Капустин Яр тигән урында ракеталарҙы һынау башлана. Төп бурыс — йәнле организмдарҙың ракетала осорға һәләтле булыуын асыҡлау. Тәүҙә эттәрҙе ракетаға ултыртып һынау үткәрәләр. 1951 йылдың 22 июлендә Дезик һәм Сиған ҡушаматлы эттәр 15 минут дауамында ракетала осҡандан һуң имен-аман ергә төшә. Был хәл тере организмдың ракетала осорға һәләтле икәнен раҫлай һәм космонавтикаға, орбиталь осоштарға юл аса. 1951 йылдың июль айынан 1960 йылдың сентябренә ҡәҙәр эттәр 29 тапҡыр стратосфераға, 100-150 км бейеклеккә осош яһай. Уларҙың һигеҙе фажиғә менән тамамлана. Эттәрҙең һәләк булыу сәбәбе төрлөсә: герметизицияның, парашют системаһының сифатһыҙлығы, йәшәүҙе тәьмин итеү сараларының тейешенсә эшләмәүе.
1957 йылдың 4 октябрендә Ерҙең беренсе яһалма юлдашы осоролғас, йыһан караптарында орбиталь осош башлана. Тәүге йылдарҙа Йыһанды эттәр “яулай”. Беренсе Ер юлдашында бер ниндәй ҙә йән эйәһе булмай, ә икенсеһендә бөтә донъяла танылыу алған Лайка ҡушаматлы эт оса. 1957 йылда әле карапты Ергә ҡайтарыу мөмкинлеге бөтөнләй булмай, шуға күрә был эттең камикадзе ролен үтәргә тейешлеге алдан уҡ билдәләнә. Ул бер нисә сәғәт эсендә ауырлыҡты юғалтыу шарттарында йәшәй, аҙаҡ эҫе температураға сыҙамайынса һәләк була. Был осорҙа температураны түбәнәйтеү буйынса саралар булмай әле. Аҙаҡ бер нисә йыл буйына эттәрҙе һынауҙа ҡатнаштырмайҙар.
Осоштарҙы ғүмер өсөн хәүефһеҙ итеү өҫтөндә өҙлөкһөҙ эш бара. Чайка һәм Лисичка (1960 йылдың 28 июлендә) исемле эттәр авария һөҙөмтәһендә, Пчелка һәм Мушка (1960 йылдың 1 декабрендә) һауа етмәү һәм эҫелек һөҙөмтәһендә (тормоз системаһы эшләмәгәнлектән) һәләк була. Тәүгеләренең дублерҙары ғына осоштан һуң Ергә төшөү бәхетенә ирешә. Белка менән Стрелканың исемдәре һәр кемгә таныш. Орбиталь осошта эттәрҙе файҙаланыу һуңғы тапҡыр Юрий Гагариндың батырлығынан өс аҙна алда башҡарыла. “Звездочка”ның уңышлы сәйәхәте тәүге космонавт осошоноң генераль репетицияһы булған, тиҙәр.
Ғөмүмән, мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, донъяла бөтәһе 57 эт (беҙҙең илдән — 55), 37 маймыл (СССР-ҙан — 12), 62 бесәй, 10 ташбаҡа (СССР-ҙан — 8) Йыһанды яулауҙа файҙаланылған. Беҙҙә 1973 йылда ҡабул ителгән программаға ярашлы, Йыһанда бер күҙәнәкле организмдарҙан маймылдарға ҡәҙәр 37 биологик йән эйәһе булған.
Шулай итеп, 1957 йылда Советтар Союзында донъяла беренсе булып осоролған Ерҙең яһалма юлдашы планета-ара сәйәхәттәргә юл аса.
Жюль Верн фантазияһында снаряд Айҙың юлдашына әйләнә. Хәҙерге заманда Йыһанға осоролған юлдаштарҙың иҫәп-хисабын белеү ҙә мөмкин түгел. Әгәр ошо асыштар булмаһа, беҙҙең илдә күп кенә биләмәләр элемтәһеҙ интегер, халыҡ телевизор ҡарай алмай аптырар ине. Һауа торошон билдәләүҙә лә уларҙың роле баһалап бөткөһөҙ.
Бөйөк урыҫ ғалимы Константин Циолковскийҙың ошо һүҙҙәре бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмай: “Кешелек донъяһы үҙенең бишегендә ҡала алмай. Башта ул Ер тирәһендәге киңлекте үҙләштерер, ә унан һуң Йыһанға үтеп инер”. Серле Йыһанды үҙләштереү буйынса яңы программаның раҫланыуы бығаса күрелмәгән ҙур ҡаҙаныштарға киң юл асасаҡ әле.
Донъя ғалимдары тик ятмай, 2015—2018 йылдарҙа пилотлы карапты Марсҡа осороу, 2020—2025 йылдарҙа Айҙа файҙалы ҡаҙылмаларҙы сығарыу өсөн база төҙөү көтөлә. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙан күренеүенсә, киләсәктә башҡа планеталарҙа йәшәү мөмкинлеген ныҡлап өйрәнеү буйынса эш киң йәйелдереләсәк. Шулай итеп, бөгөн Йыһанды ныҡлап үҙләштереү программаһы тулы ҡеүәтенә эшләй, кешелеккә үҙ “бишеге” генә тар.
Рифҡәт САБИРОВ,
юрист.


Вернуться назад