Гәзиттә “Ялыу кенәгәһе”н булдырыуығыҙ бик һәйбәт. Күптән кәрәк ине. Әле һеҙгә баҙнат итеп яҙырға булдым.
2011 йылдың 10 октябрендә йылҡы малын баҫыуҙа атып киткәндәр. Ауыл халҡының шәхси аттары ине улар. Беҙ, көтөүсе яллап, уға ай һайын мал башына ҡарап аҡса түләп торҙоҡ. Шул мәлдә өс-дүрт көн рәттән уларҙы көтөүсе төнгөлөккә бикләмәгән булып сыҡты. Иртәгәһенә ике баш йылҡыны һәләк иттеләр. Ветеринария врачын саҡыртып, эсен ярҙыртып ҡараныҡ. Ысынлап та, атылған булып сыҡты.
Малды атыу сәбәбе ниҙә? Көтөүсе лә яуап биреүҙән ҡаса, үҙен ғәйепле һанамай.
Ауылда көтөүсене урынынан бушатыу тураһында йыйылыш булыуға ҡарамаҫтан, ул һаман эшләп йөрөй. Хәҙер халыҡтан ҡасып, кешегә күренмәҫкә тырыша.
Күҙ төбәп торған бейәләребеҙҙең етем ҡалған ҡолондары йәл. Хәҙер бит хатта урамда йөрөгән эйәһеҙ эттәрҙе лә атырға рөхсәт ителмәй, дарыу ғына ашаталар. Зинһар, ярҙам итегеҙ!
Йосоп МӘМБӘТОВ.
Баймаҡ районы, Аҡтау ауылы.