Ул үҙ исемен йөрөткән урамда йәшәй21.11.2012
Ул үҙ исемен йөрөткән урамда йәшәйЭлекке “Һәүәнәк” совхозына ҡараған Һаҡмар ауылынан (рәсми исеме — Ҡаҡтуғай) районда ғына түгел, республикала, илдә даны таралған бихисап малсылар, игенселәр үҫеп сыҡҡан: һауынсылар Социалистик Хеҙмәт Геройы Фира Ниғмәтуллина, Ленин ордены кавалеры Сәхипъямал Вәлиева, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ булған Мәнзирә Юламанова, мал ҡараусы, Ленин орденлы Закир Байраҡаев, һауынсы, СССР Юғары Советы депутаты Мәҙинә Киралитдинова, игенселәр Мөхәмәт Киралитдинов, Рауил Ҡотлоғолов, Абрал Алтынғужин, Вәкил Низамов һәм башҡалар.

Ошо көндәрҙә Темәс ауыл Советы биләмәһенең ветерандар советы рәйесе Фрунзе Исрафилов һәм үҙенең 85 йәшлек юбилейын билдәләгән, бүлексәнең данлыҡлы һауынсыһы Мәрйәм Борхан ҡыҙы Иҫәнбаева менән осрашырға насип булды.
Әллә ни ҙур булмаған, матур ғына йыйыштырылған йортҡа инәбеҙ. Беҙҙе урта буйлы, теремек, алсаҡ йөҙлө апайыбыҙ ҡаршы алды. Ошо ауылда тыуып үҫеп, бар ғүмерен туған совхозын үҫтереүгә бағышлаған ил инәһен, иртә таңдан ҡара кискә тиклем ал-ял белмәй тир түгеүенә ҡарамаҫтан, заман ауырлыҡтары һис тә бөгә алмаған. Уға 85 йәш биреп булмай!
Илленсе йылдарҙың башынан алып хаҡлы ялға киткәнгә тиклем, утыҙ ике йыл, Мәрйәм апай ферманың алыштырғыһыҙ һауынсыларының береһе була. Кемдәрҙе генә эшкә өйрәтмәй ҙә кемдәр менән генә эшләргә яҙмай уға! Һәр кем менән уртаҡ тел табып, эшләгән коллективында оло абруй һәм ихтирам менән файҙалана. Етмешенсе йылдарҙа үҙе тәрбиәләгән һәр һыйырҙан 4 мең килограмдан ашыу һөт һауып алыуға өлгәшә. Был совхозда иң юғары күрһәткес ине. Хеҙмәттә һәр саҡ юғары уңыштарға өлгәшкәне өсөн Мәрйәм Борхан ҡыҙы һауынсыларҙан тәүгеләрҙән булып Октябрь Революцияһы орденына, 1973 йылда дәүләтебеҙҙең иң юғары наградаһына — Ленин орденына лайыҡ була.
Эшенән йәм табып, киләсәккә яҡты өмөт менән дәртләнеп йәшәй Мәрйәм Иҫәнбаева. Барлыҡ көнөн хеҙмәттә үткәргәнгәлер, пенсия йәшенә етеүен һиҙмәй ҙә ҡала. Совхоз дирекцияһы уны оло хөрмәт менән хаҡлы ялға оҙата. Шулай ҙа бәләкәйҙән күп тапҡыр үткән ферма юлын онота алмай: йыш ҡына хеҙмәттәштәре янына бара.
Уның яратҡан эшен ҡалдырыуына быйыл — теп-теүәл сирек быуат. Үҙ көсө менән һалдырған йорто ла уның менән бергә ҡартайып килә. Заманында республика кимәлендә танылыу яулаған, күп тапҡыр КПСС Өлкә комитетының, БАССР Юғары Советының күсмә Ҡыҙыл байрағына лайыҡ булған “Һәүәнәк” совхозы ла юҡҡа сыҡты. Шулай ҙа совхоздың, уның хеҙмәт ҡаһармандарының исеме тарих биттәрендә мәңгелеккә урын алды. Үкенескә ҡаршы, ҡасандыр шөһрәт ҡаҙанған хеҙмәт батырҙарының исеме һирәгәйә бара. Бөгөн ана шуларҙың тере шаһиты — Ленин, Октябрь Революцияһы ордендары кавалеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы кавалеры, бер нисә йыл рәттән “Социалистик ярышта еңеүсе” тип танылған хеҙмәт ҡаһарманы Мәрйәм Борхан ҡыҙы Иҫәнбаеваның йортона Темәс ауылы хакимиәте бер аҙ ремонт эшләһә, һис насар булмаҫ ине.
Шуныһы ҡыуандыра: үҙе йәшәгән ыҡсым, күркәм генә урамға Мәрйәм Иҫәнбаеваның исеме ул иҫән саҡта бирелеүе — данлыҡлы һауынсының эшенә оло баһа.
Салауат МӨХӘМӘТШИН,
“Башҡортостан”дың штаттан
тыш хәбәрсеһе.
Баймаҡ районы.


Вернуться назад