Өфө өсөн тауыш бирегеҙ!21.11.2012
“Город-россии.рф” сайтында “Рәсәй ҡалаһы. Милли һайлау” конкурсы үткәрелә.

Интернеттан файҙаланыусылар ҡабатланмаҫ тарихи һәм мәҙәни мираҫҡа эйә булған, милли символға әүерелеүгә лайыҡ ҡала өсөн тауыш бирә ала. Өфө әле, 27 мең тауыш йыйып, унынсы урында бара. Беҙҙән алдараҡ баҫҡыстарҙа Смоленск, Псков, Иркутск, Бөйөк Новгород, Улан-Удэ, Төмән, Чебоксар, Красноярск һәм Түбәнге Новгород урынлашҡан.
“Рәсәй ҡалаһы” — ул киң танылыу яулаған, әһәмиәтле ҡаланы һайлауға йүнәлтелгән Бөтә Рәсәй милли проекты. Унда йәмғеһе 81 ҡала — илебеҙҙең иң ҙур административ үҙәктәре ҡатнаша.
Сайтта ҡалаларҙың тарихы һәм мәҙәниәте тураһындағы бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, үҙенсәлекле фотолар, билдәле архитектура ҡомартҡылары менән танышырға мөмкин. Порталда шулай уҡ тәьҫораттар менән уртаҡлашырға була. Тауыш биреүгә йомғаҡ 29 декабрҙә Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 3-тә яһаласаҡ.
Ғ. ХӘБИРОВ.


Вернуться назад