Әсәлек капиталын файҙаланыу буйынса ҡабул ителгән яңы ҡағиҙәләр ошо аҡсаны балалар баҡсаларында, шул иҫәптән шәхси учреждениеларҙа, тәрбиәләнгән сабыйҙар өсөн түләүҙәргә йүнәлтеү мөмкинлеген бирә.
Сертификат алыуға хоҡуҡлы ата-әсә, баланы ҡарау буйынса бөтә сығымдарҙы иҫәпкә алып, түләү ваҡытын да аныҡ билдәләп, учреждение менән килешеү төҙөй. Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, әсәлек капиталын торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, балаға белем биреүгә һәм әсәнең хеҙмәт пенсияһының тупланма өлөшөн тулыландырыуға файҙаланыуҙан тыш, сабыйҙы балалар баҡсаһына йөрөткән өсөн дә тотоноп буласаҡ. Сертификатты файҙаланыу йүнәлештәрен киңәйтеү менән бер рәттән, йыл да уның күләме лә һиҙелерлек арта. Киләһе йылдың 1 ғинуарынан ул 387,6 меңгә тиклем күтәреләсәк.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.