Тыуған ерен үҙ итәләр20.11.2012
Тыуған ерен үҙ итәләрИҫке Балтас ауылында йәшәүсе Ксения менән Юлиан Шакировтарҙың өй эсе бәләкәй генә күргәҙмәне хәтерләтә: һәр бүлмәне тәбиғәт күренештәре cағылдырылған рәсем биҙәй. Хужабикә һүрәт төшөрөргә ярата икән. Ҡатынының был шөғөлөнә Юлиан да ғашиҡ, шуға ла уның эштәрен ағастан семәрләп эшләнгән рамдарға урынлаштырып, стенаға элеп ҡуйған.

– Ксенияның рәсемдәре магазинда һатылғандарҙан һис тә ҡалышмай, хатта сағыуыраҡ та, матурыраҡ та кеүек. Ул был шөғөлгә бала саҡтан әүәҫ. Оҫталығын күреп, күптәр уға заказ да бирә, – ти ғаилә башлығы.
Үҙ-ара татыу йәшәгән, уңған һәм һоҡланғыс Шакировтарҙы район үҙәгендә күптәр белә. Юлиан үҙәк дауаханала офтальмолог булып эшләй, ә Ксения һөнәре буйынса уҡытыусы, әлегә бер йәшлек улдары Никита менән декрет ялында.
Райондың Иванай ауылында тыуып үҫкән егет, 2009 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағас, ҡайҙа барырға тип баш ватмай, тыуған яғына Тыуған ерен үҙ итәләрэшкә ҡайтыуҙы үҙенең бурысы кеүек күрә. Етмәһә, ауыл ерендә медицина белгестәренә ҡытлыҡ булыуын да яҡшы белә ул. Буласаҡ ҡатыны менән Иванайҙа таныша. Нефтекама һылыуы Ксения өләсәһенә ҡунаҡҡа килгән була. Бер-береһенә тәү күреүҙән ғашиҡ булған йәштәр 2010 йылда өйләнешә.
Республикала "Ауыл табибы" программаһы тормошҡа ашырыла башлағас, дауахана етәкселеге, йәш белгесте әлеге программаға индереп, ғаиләнең торлаҡ мәсьәләһен хәл итә. Район үҙ сиратында юғары белемле табиптан ҡолаҡ ҡаҡмай. Әйткәндәй, яҙмышын ауыл менән бәйләргә теләгән йәш медицина белгестәре бөгөн Балтаста бихисап – әлеге проект ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан.
Тыуған ерен үҙ итәләрҠулдарына килеп ингән бер миллион һум аҡсаны Шакировтар район үҙәгендәге Йәштәр биҫтәһенән йорт һатып алыу өсөн генә тотона. Бөгөн 72 квадрат метр майҙанлы иркен өйҙә бөтә уңайлыҡтар булдырылған: һыу, газ үткән, баҡса үҫтерергә 15 сутый ерҙәре лә бар. Юлиан туғандары ярҙамында мунса, еңел автомобилгә гараж, ҡош-ҡорт аҫрау өсөн ҡура ла төҙөп ултыртҡан. Бында яңы мәктәп, балалар баҡсаһы эшләй.
– Тәүҙә торорға урын булмағас, ниңә ауылға ҡайттым икән тип үкенеп тә ҡуйғайным, әммә ҡалала ла өйҙө әҙерләп тормағандарын аңлап, күндем. Шөкөр, район хакимиәте һәм үҙәк дауахана етәкселеге ярҙамы менән торлаҡ мәсьәләһе ыңғай хәл ителде лә ҡуйҙы. Рәхмәттән башҡа нимә әйтәһең инде уларға!? – ти Юлиан. – Программа бөгөн йәш медицина белгестәре өсөн шаҡтай отошло.
Әле Башҡортостан ауылдарында эшләргә 1300 юғары белемле табип талап ителә. Әлбиттә, күптәр ҡаланы ауылға алмаштырырға уйламай, сөнки уңайлы шарттар булмауы уларҙы ҡурҡыта. Быйыл әлеге проектты тормошҡа ашырыуға Рәсәй Хөкүмәте республикаға 553 миллион һум аҡса бүлгән, тимәк, киләсәктә медицина белгестәренә булған ихтыяж күпкә кәмер, моғайын.
Ә Балтас еренә килгәндә, унда әле табиптар ҡайтыуын дауам итә. Шулай ҙа изге һөнәр эйәләре районға тағы ла кәрәк әле.
Самат ҒӘЛИН
Балтас районы.


Вернуться назад