Милләт ҡануниәткә һыймай, имеш...20.11.2012
“Өфө Республикаһына рәхим итегеҙ!”, “Мин Өфө Республикаһынан килдем”... Бигерәк яңғырауыҡһыҙ һәм мәғәнәһеҙ кеүек ишетелә был һүҙҙәр. Ә бына Дағстан Республикаһы парламенты илдәге барлыҡ милли республикаларҙың исемен үҙгәртергә һәм ошондайыраҡты ҡушырға тәҡдим итмәксе. Улар иҫәпләүенсә, Рәсәй Федерацияһы субъекттары этнос атамаһын йөрөтөргә тейеш түгел. Ә беҙҙең гәзитте уҡыусылар нимә уйлай икән был хаҡта?

Рәмил СУФИЯНОВ, бюджет өлкәһе хеҙмәткәре:
— Дума депутаттарының эше шул тиклем күп. Һуңғы бер нисә йыл эсендә Рәсәй ҡануниәтен баштан-аяҡ үҙгәртеп сыҡтылар шикелле. Конституцияны яңынан яҙаһы ғына ҡалды. Хатта әҙерәк кенә тирә-яғына күҙ һалырға, урамға сығып халыҡ менән аралашырға, уларҙың нимә теләгәнен белешергә лә ваҡыт таба алмай парламентарийҙар. Әлеге Дағстан депутаттарының да күп эшләүҙән башы әйләнеп киткән, ахырыһы.
Зәкиә АРЫҪЛАНОВА, мәғариф ветераны:
— Был идеяға ҡырҡа ҡаршымын. Беҙҙең халыҡтың быуаттар буйы һаҡланып килгән, ошо көндәргәсә еткән күркәм йолалары бар. Электән үҙебеҙҙе башҡорттар тип белдек, республикаға ла нигеҙҙе тап ата-бабаларыбыҙ һалғанын таныйбыҙ. Ни эшләп хәҙер тарихыбыҙҙы оноторға тейешбеҙ һуң әле?
Кәрим ИБРАҺИМОВ, эшҡыуар:
— Әлеге тәҡдим менән ни өсөн Дағстандың сығыуы аңлашыла инде, Федераль үҙәк аҡсаһының ҙур ғына өлөшө Төньяҡ Кавказ республикаларын аҫрауға китеп тора бит. Әгәр был тәҡдимде Мәскәү үҙе күтәрһә, ҙур тауыш сығыр, милли республикаларҙа уға ҡарата нәфрәт көсәйер ине. Ә Дағстанда хәҙер бындай “батырлыҡ” өсөн яңынан-яңы мәсеттәр, социаль объекттар һалыныр инде...
Зариф ШӘРИПОВ, юрист:
— Ҡолаҡҡа ятмаҫлыҡ тәҡдимдәр уйлап сығарып ултырғансы, эш менән булһындар ине. Был идеяны тормошҡа ашырыу өсөн илдең Конституцияһын үҙгәртергә кәрәк буласағын аңлайҙармы икән? Икенсе яҡтан, Төп Закондың йыш үҙгәреүенә өйрәнеп тә киләбеҙ шикелле. Әммә, минеңсә, кешенең милли выжданы менән шаярыу бер ниндәй ҙә ҡалыпҡа һыймай.
Зөлфиә ЙӘРМӨХӘМӘТОВА, табип:
— Дағстан өсөн был ҡарар әллә ни әһәмиәтле лә түгелдер, сөнки беҙҙеңсәгә тәржемә иткәндә “дағ” һүҙе “тау” тигәнде аңлата. Тау губернаһына әйләнһә лә, төбәк урындағы халыҡ телендә барыбер Дағстан булып ҡаласаҡ. Ә беҙҙең республикаларҙың атамаһы төп халыҡтың милләтенә бәйле.
Ә. ИЛДУСОВА әҙерләне.


Вернуться назад