Ял көндәрендә “Өфө” аэропортында “ЮТэйр” авиакомпанияһының “Боинг-737” самолеты ғәҙәттән тыш хәлгә тарыған: ергә төшкән саҡта осоу һыҙатын үтеп китеп, көрткә сумған. Бәхеткә күрә, 90 кешенең бөтәһе лә имен-һау, шулай ҙа аэропорттың эше ете сәғәткә туҡтап торған, 11 рейсты кисектерергә тура килгән. Был хәлде тикшергән махсус комиссияның эше әлегә тамамланмаған, шулай ҙа, белгестәр билдәләүенсә, ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәпсеһе — һауа торошо. Был көндө осоу һыҙаты боҙлауыҡ менән ҡапланған булған.
Баш ҡала юлдарында иһә хәл икенсерәк. Боҙлауыҡ юҡ, уның ҡарауы асфальт ҡап-ҡара, лайлалы бысраҡ сәсрәп ята. Автомобиль хужалары юл торошона зарланыуҙан туҡтамай. Урамдарға күпләп түгелгән реагенттар ҙа икеле фекер тыуҙыра. Хлорлы кальций машинаны серетә, юлда барыбер тайғаҡ “бутҡа” ята, тип зарлана ҡайһы берәүҙәр. Икенселәр был реагенттарҙың һаулыҡҡа зыянлы икәнен, айырыуса аллергия менән яфаланыусылар өсөн тышта тын алыуы ҡыйынлығын белдерә. Шулай ҙа, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре һәм экологтар фекеренсә, һауа температураһы ноль градус тирәһе булғанда ҡарҙы иретеүсе реагенттар ҡулланыу — иң ҡулайлы ысул. Көндәр һыуытҡас ҡына юлсылар тоҙға күсәсәк.
Л. ҒАФАРОВА.
Халыҡ фекере:Ирек БУЛГАКОВ, Бөтә Рәсәй автомобиль хужалары ойошмаһының Башҡортостандағы бүлексәһе рәйесе:— Көҙҙән ҡышҡа күскән мәлдә юл-транспорт ваҡиғалары былай ҙа күбәйә, шуға водителдәр юлға өйрәнгәнсе реагенттар ҡулланыуҙы мотлаҡ тип иҫәпләйем. Был юлда аварияларҙы иҫкәртеү өсөн дә мөһим. Икенсенән, бөгөн ҡулланылған реагенттар экологик яҡтан таҙа, бөтөн стандарттарға ла тап килә. Шуға хәүефләнергә урын юҡ.
Вәлиулла СӘЛИХОВ, автоһәүәҫкәр:— Элек Өфө хакимиәте реагенттарға һағыраҡ ҡарай ине. Мин дә шикләнәм: ҡарҙы иреткәс, һауаға ла насар тәьҫир итмәй ҡалмайҙыр был матдәләр. Ана, аэропортҡа түкһендәр ине уны, юғиһә самолеттар ҡарҙа батып ултыра, ти.