Октябрҙә күптәр торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр буйынса яңы квитанциялар алды. Түләүҙәге үҙгәрештәр аптыратмай ҡалмағандыр.
Квитанцияла “Дөйөм йорт ихтыяждары” (ОДН) тип аталған графа барлыҡҡа килде. Хәҙер һәр кем фатирында һәм дөйөм йортта күрһәтелгән коммуналь хеҙмәттәр өсөн айырым түләй.
Дөйөм йорт ихтыяждарына нимәләр инә һуң? Электр энергияһы – подъезды, баҫҡыс майҙансыҡтарын, лифт һәм шахталарҙы яҡтыртыу өсөн түләү;
Һыу менән тәьмин итеү – дөйөм ҡулланыуҙа булған майҙандарҙы йыуыуға, йорт алдындағы ер участкаларын ҡарауға сарыф ителгән һыу өсөн түләү.
Сығымдар нисек иҫәпләнә?Дөйөм йорт сығымдарын иҫәпләүсе приборҙың күрһәткестәренән фатир приборҙарыныҡы алып ташлана. Килеп сыҡҡан айырма фатирҙар һанына уларҙың дөйөм майҙансығына пропорциональ рәүештә бүленә. Әгәр фатирҙа иҫәпләү приборҙары юҡ икән, хаҡ нормативтар буйынса өҫтәлә.
Был графа күптәрҙә ҡапма-ҡаршылыҡлы фекер тыуҙырҙы. Бәхәстең сәбәбен аңларға була. Мәҫәлән, һүрәттә күрһәтелгән квитанцияла (гәзит редакцияһы хеҙмәткәренеке) дөйөм йорт ихтыяжы өсөн сарыф ителгән һыуыҡ һыуға түләү 1.39 һум тәшкил иткән. Ә уның кубометрының хаҡы – 12.15 һум. Тимәк, фатир хужаһы ай һайын 0,12 кубометр һыуыҡ һыу өсөн түләй (1.39/12.15 = 0.12). Ә бер кубометр – мең литр. Йәғни был фатирҙың хужаһына 120 литр һыу тура килгән. Ә эҫе һыу, иҫәпләүҙәргә ярашлы (34.11/51.92 = 0.66) 660 литр сарыф ителгән. Хужа әйтеүе буйынса, уларҙың подъезында — 16 фатир. Күрһәтелгән сумма буйынса иҫәпләгәндә (120 + 660) * 16 = 12480), подъезд иҙәнен йыуыу өсөн генә айына йәмғеһе 12 мең ярым литр (12 тонна ярым) һыу тотонола! Йорттоң байтаҡ фатирында хеҙмәттәшебеҙ кеүек яңғыҙ йәшәмәүҙәрен, ғаиләләре менән көн итеүҙәрен иҫәпкә алғанда, был һан байтаҡҡа ҙурыраҡтыр ҙа әле!
Ҡайһы осраҡта түләмәҫкә була?Әгәр фатирығыҙҙа биш көндән ашыу йәшәмәһәгеҙ, квитанция хаҡын ҡабаттан иҫәпләтергә хоҡуғығыҙ бар. Бының өсөн һеҙҙән өйҙә булмауығыҙҙы раҫлаусы документтар ғына талап ителә. Илдән сығыу тураһында визаһы булған сит ил паспорты күсермәһе һәм билеттар, командировка тураһындағы таныҡлыҡ йә ошо турала эш урынынан бирелгән бойороҡтоң күсермәһе, ҡунаҡханала йәшәгән өсөн түләүҙәр, санаторийҙан белешмә һәм башҡа дәлил документтар була ала.
Субсидияға кемдәрҙең хоҡуғы бар?Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн сығымдары ғаиләнең дөйөм килеменең 20 процентынан артып киткәндәр матди ярҙамға өмөтләнә ала. Бының өсөн даими йәшәгән урынығыҙ буйынса субсидиялар хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Шул да мәғлүм булһын: Ҡурған өлкәһе Хөкүмәте халыҡтың ризаһыҙлығы арҡаһында дөйөм йорт ихтыяждарына нормативтарҙы ваҡытлыса туҡтатып тороу тураһында ҡарар ҡабул иткән. Бындай башланғыс менән төбәктең губернаторы Олег Богомолов сығыш яһаған. Дөйөм йорт ихтыяждары өсөн түләү өлкәлә 1 октябрҙән 2013 йылдың 1 июленә ҡәҙәр туҡтатылып торасаҡ. Шул ваҡытҡа ҡәҙәр бөтәһе лә фатирҙарына ла, йорттарына ла иҫәпләү приборҙары ҡуйырға тейеш икән.
З. РӘШИТОВ әҙерләне.