Аңлайышһыҙ “ҡара исемлек”20.11.2012
Күптән түгел Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарына үткәрелгән мониторингтың һөҙөмтәһе билдәле булды. Унда ҡатнашҡан 541 юғары уҡыу йортоноң — 136-һы, 994 филиалдың 450-һе “ҡара исемлек”кә ингән.

Мониторингта БДИ йомғаҡтары буйынса ҡабул ителгән студенттарҙың уртаса балы, уҡыу йортоноң халыҡ-ара, финанс-иҡтисади, ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге, инфраструктураһы һәм башҡа йәһәттән торошо иҫәпкә алынған. Үҙәк гәзиттәрҙәге мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, һөҙөмтә күптәрҙе аптырашта ҡалдырған. Сәбәбе шунда: “ҡара исемлек”кә, ысынлап артта ҡалған уҡыу йорттары менән бер рәттән, А.М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты, Мәскәү архитектура университеты кеүек билдәле белем усаҡтары ла ингән. Байтаҡ мәғариф учреждениеһы коллективтары мониторингка тиклем үҙенең эш урыны менән сикһеҙ ғорурланып йөрөй ине...
“Рейтингтың һөҙөмтәһе аяҙ көндәге йәшен кеүек булды, — тигән А.М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтының проректоры Михаил Стояновский. — Үҙебеҙҙе бер ваҡытта ла артта һөйрәлгәндәр иҫәбенә индермәй инек. Быйыл, башҡа күп юғары уҡыу йорттары кеүек үк, аккредитация үттек. Лицензияның нигеҙендә ятҡан күрһәткестәр хәҙер ни өсөндөр һөҙөмтәһеҙлек билдәһе тип ҡабул ителә. Мониторинг пункттарының һәммәһе лә төрлө йүнәлештәге уҡыу йорттарына хас түгел. Мәҫәлән, уҡыусылар беҙҙең институтҡа БДИ-нан тыш ижади конкурс ярҙамында ҡабул ителә һәм күпселек осраҡта тап ошо һынау хәл иткес әһәмиәткә эйә”.
Ҡайһы берҙәрҙең фекеренсә, халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә ҙур иғтибар бүлеү кәрәкмәҫ ине. Был, әлбиттә, яҡшы, уңышлы эшмәкәрлекте күрһәтә, әммә ватан баҙарына йүнәлтелгән күп уҡыу йорттарына ҡарата төп алым була алмай.
Мәғариф ойошмаһы эшенә бер студентҡа нисә квадрат метр майҙан тура килеүенә ҡарап баһа биреү ҙә аңлашылмай, тигән дәғүә лә дөрөҫкә тартым. Уҡыусыларҙың — аҙ, урындың күп булыуы, киреһенсә, һөҙөмтәһеҙлек билдәһе түгелме?
Барлыҡ уҡыу йорттарын бер ҡалыпҡа һалып баһалап булмай. Һәр ҡайһыһының үҙ йүнәлеше, бурысы, йәмғиәттә тотҡан урыны бар. Мәҫәлән, республикала Башҡортостан дәүләт аграр университеты кеүек тағы ҡайһы уҡыу йорто ауыл ере өсөн юғары кимәлдәге белгестәр әҙерләй? Уның Сибайҙағы филиалына тотош Көньяҡ Уралдың иҡтисады күҙ терәп тора бит.
Мониторинг күрһәтеүенсә, “ҡара исемлек”кә күп төбәктең педагогик һәм аграр йүнәлешле уҡыу йорттары ингән.
— Шулай булыры билдәле ине, — тигәйне бер ауыл уҡытыусыһы. — Мәктәптәрҙе ҡулайлаштырыу барған мәлдә кемдең уҡытыусы һөнәрен һайлағыһы йә иһә бөтөп барған ауылға аграр белгес булып ҡайтҡыһы килһен?
Мәсьәләнең икенсе яғы ла бар. Берҙәм дәүләт имтиханы ауыл балаларына киң мөмкинлек асты: улар үҙе теләгән уҡыу йортона инә ала. Шунлыҡтан йәш быуын ситтәге ҙурыраҡ, билдәлерәк белем усаҡтарына ынтыла. Үҙебеҙҙең элек гөрләп эшләгән ҡайһы бер факультеттарыбыҙҙың яҙмышы ла ошоға бәйле түгелме?
Ғөмүмән, мониторингтағы күрһәткестәрҙең күбеһе БДИ-ға бәйле, сөнки юғары уҡыу йорттарындағы белем сифатын тап ошо имтихан билдәләй. Балдарҙың ысынбарлыҡ менән сағыштырғанда юғарыраҡ булыуы, бындай һөҙөмтәгә эйә студенттарҙың уҡыу йөкләмәһен күтәрә алмайынса китеүе йә иһә артта һөйрәлеп килеүе һәм башҡа бихисап мәсьәлә уҡыу йортоноң үҫешенә, абруйына ҙур йоғонто яһай. Ошондай хәлдәрҙең нигеҙендә күп осраҡта ришүәтселек ятыуы ла сер түгел. Был йәһәттән төрлө фекер ишетергә тура килә. “БДИ-ны уйлап сығармаһалар, халыҡ ундай хәлгә төшмәҫ ине, — ти, мәҫәлән, берәүҙәр. — Мәктәптәрҙә белем сифаты төрлө кимәлдә, ә имтихан шарттары уртаҡ. Ата-әсәнең кемгәлер түләүҙән башҡа юлы юҡ. Илдә уҡытыусының эш хаҡы бәләкәй һәм ришүәт алыу ғәҙәти хәл булараҡ ҡабул ителә икән, енәйәтселек нисек таралмаһын? Етмәһә, балаңдың киләсәге ошо хәлгә бәйле булһа?”
Берҙәм дәүләт имтиханы булдырылғас, ысынлап та, юғары уҡыу йорттарындағы ришүәтселек мәктәптәргә күсте. “Йоғошло сир”ҙе бөтөрмәйенсә, илдең киләсәгенә йүнәлтелгән сифатлы мәғарифҡа өмөт тотоу мөмкин түгел.
Мониторингка әйләнеп ҡайтҡанда, шундай һорау тыуа: унда ниңә коммерция нигеҙендә эшләгән юғары уҡыу йорттары ҡатнашмаған? Улар ниндәйҙер өҫтөнлөктән файҙаланамы, әллә бындай һынау үтеү кимәленә етмәгәнме?
Дилбәр ИШМОРАТОВА

Әлфис ҒАЯЗОВ, Башҡортостандың мәғариф министры:
— Мониторингта республиканан һигеҙ юғары уҡыу йорто ҡатнашһа, икәүһе — Башҡортостан дәүләт аграр университеты менән Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты — “һөҙөмтәһеҙ” тип табылды. Быйыл ғына аккредитация үткән белем усаҡтарына бындай баһа бирелеүен ҡабул итеүе ауыр. Ике уҡыу йортоноң да республика үҫешенә индергән өлөшө, абруйы ҙур.
Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығында күптән түгел үткән кәңәшмәлә университеттарыбыҙ хаҡында үҙ һүҙебеҙҙе әйттек, уларға үҫеш планын ҡабул итеү бурысы ҡуйылды. Уҡыу йорттарын ябыу тураһында һүҙ бармай. Улар артабан да эшләйәсәк, методик һәм матди ярҙам күрһәтәсәкбеҙ.
Филиалдарға килгәндә, уларҙың 30-ының 11-е “һөҙөмтәһеҙ” тип баһаланды. Һәр саҡ әйтеп килгәнлектән, халыҡ белә: бындай төр уҡыу йорттарындағы белем сифаты беҙҙе электән бигүк ҡәнәғәтләндермәй ине. Тимәк, талап ҡатыраҡ буласаҡ. Филиалдарҙы, мөмкинлектән сығып, төп юғары уҡыу йорттарына ҡушыу юлы ҡарала. Әммә студенттар зыян күрмәйәсәк — уларға бөтөн шарттар булдырабыҙ.

Марс ФАРХШАТОВ, Башҡортостан дәүләт аграр университетының беренсе проректоры:
— Һөҙөмтәһеҙ эшләгән юғары уҡыу йорттары иҫәбенә инеүебеҙ, әлбиттә, уңайһыҙлыҡ тойғоһо кисерергә мәжбүр итте, тотош коллективтың кәйефенә йоғонто яһаны. Әммә төшөнкөлөккә бирелеп ултырыр мәл түгел. Беҙгә 2015 йылға тиклемге үҫеш планын төҙөргә ҡушылды, уның буйынса эш башланыҡ. Уҡыу йортоноң структураһын яңынан ҡарап, артабанғы эш планын төҙөйбөҙ, педагогик составты тикшерәбеҙ. Әлбиттә, БДИ һөҙөмтәһе буйынса уҡыуға алыуға талапты арттырыу ҡатмарлы буласаҡ, сөнки беҙҙең университетҡа күбеһенсә ауыл балалары килә, ә улар имтиханда уртаса 60 балл йыйыусан. Шулай ҙа был йәһәттән эште көсәйтәбеҙ. Сит илдән студенттар алыуҙы арттырыу мөмкин булырмы — әйтеп булмай. Был йәһәттән ниндәйҙер кимәлдә хеҙмәттәшлек алып барыла: әле беҙҙә БДБ илдәренән килгән 40-ҡа яҡын йәш кеше белем ала.
“Һөҙөмтәһеҙ” тигән баһа алыуҙы көтмәгәйнек, сөнки беҙҙең университет илдең 59 аграр уҡыу йорто араһында һигеҙенсе урынды биләп килде. Элекке студенттарыбыҙҙың 80 проценты ауылда үҙ һөнәре буйынса эшләй.
Шулай ҙа белгестәр менән килешмәйенсә булмай. “Ҡара исемлек”тән сығыу өсөн бар тырышлыҡты һаласаҡбыҙ.


Вернуться назад