Үҙгәрештәр кем файҙаһына?20.11.2012
Үҙгәрештәр кем файҙаһына?Ун йыл һайын реформа үткәреү ҡаҙаныш түгел

Пенсия өлкәһендәге реформалар хәҙер хаҡлы ялдағыларҙы ғына түгел, тиҙҙән уларҙың сафын тулыландырасаҡ урта быуын вәкилдәрен дә, яңы ғына хеҙмәт юлын башлаған йәштәрҙе лә ҡыҙыҡһындыра. Әлегә яуаптарға ҡарағанда һорауҙар күп, сөнки пенсия системаһының 2030 йылға тиклемге үҫеш стратегияһы һәр кемдең күңелендә хәүеф тойғоһо уята.
Борсолоу урынлымы? Ошо һорауға яуапты иҡтисад фәндәре кандидаты Гөлнара ЯҠШЫБАЕВА менән бергәләп эҙләнек.

— Гөлнара Вәхит ҡыҙы, Пенсия системаһының үҫеш стратегияһын яҡшы өйрәнгән, “йомшаҡ”лыҡтарын һиҙгер тойған белгес булараҡ, проекттың үҙегеҙҙә ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырған төп идеялары хаҡында әйтеп үтһәгеҙ ине.
— Үҫеш стратегияһында пенсияның тупланма өлөшөн бөтөрөргә тырышыу реформаның төп мәсьәләһенә әүерелгәндәй тойола. Киләһе йылда пенсияның тупланма өлөшөнә тарифтың 2-4 процентҡа ҡәҙәр кәметелеүе көтөлә, был — һөҙөмтәһеҙ, файҙаһыҙ эш, сөнки иҫәпте алып барыуға сығымдарҙың артыуына ғына килтерәсәк.
Стратегияға ярашлы, хеҙмәткәргә 2014 йылдан ошондай вариант тәҡдим ителә: әгәр ҙә ул тупланма өлөшкә эш хаҡының 6 процентын һалып барырға теләй икән, ғариза яҙғандан һуң шуның 2 процентын өҫтәмә рәүештә үҙаллы күсерергә бурыслы. Һүҙ ҙә юҡ, эште ошо рәүешле ойоштороу, иреклегә әүерелдереү тупланма иғәнәләрҙең ҡыҫҡарыуына килтерәсәк. Эксперттар ҙа эштең тупланма өлөштө юҡҡа сығарыуға йүнәлтелгәнен яҡшы аңлай. Был хаҡта асыҡтан-асыҡ белдерергә генә ҡыймайҙар.
Тап ошо аҙым проекттың төп идеяһы булып тора, ә ҡалғандары әлегә аңлашылып бөтмәй, буталсыҡ. Йәнә бер мөһим яңылыҡ: әгәр ҙә кеше пенсияға сыҡҡанға тиклем вафат була ҡалһа, пенсияһының тупланма өлөшө тулыһынса мираҫҡа бирелә. Ә страховка өлөшөнә был һис ҡағылмай.
— Ә ни өсөн проектта пенсияны иҫәпләүҙең яңы формулаһы тураһында бер һүҙ ҙә юҡ?
— Ул саҡта бит Стратегияның бөтә кире яҡтары өҫкә ҡалҡып сығасаҡ. Өҫтәүенә реформаторҙар 2002 йылға тиклемге пенсия формулаһына яңынан әйләнеп ҡайтырға ниәтләй (ул саҡта ике коэффициент — эш хаҡы һәм стаж иҫәпкә алынды). Хеҙмәт хаҡы ул саҡта шартлы билдәләнә ине. Пенсияның страховка өлөшөндәге иғәнәләрҙе сикләргә, бүлгеләргә мөмкин, ә иҫәптәге тупланма өлөшкә ҡул һуҙыу мөмкин түгел.
— Аңлауыбыҙса, яңы проекттың төп маҡсаты пенсия өлкәһендәге аҡса ҡытлығын кәметеүгә ҡайтып ҡала...
— Әлбиттә. Әгәр ҙә хәҙерге пенсия формулаһын һаҡлаһаҡ, тупланма өлөшкә иғәнәләрҙе кәметеү һәм страховка өлөшөн арттырыу һөҙөмтәһендә страховка буйынса йөкләмәләр ҙә артасаҡ. Тимәк, был йөкләмәләр күтәргеһеҙ ауыр йөккә әүерелмәһен өсөн пенсия формулаһын мотлаҡ үҙгәртәсәктәр. Һөҙөмтәлә 2002 — 2013 йылдарҙа формалашҡан пенсия хоҡуҡтарынан кеше тулыһынса файҙалана алмаясаҡ. Яңы коэффициентлы һәм өр-яңы принциптарға нигеҙләнгән формуланың раҫланыуы көтөлә. Әгәр ҙә бөгөн 20 йыл хеҙмәт стажына эйә кешегә биш йылдан һуң пенсияға сығырға тура килһә, ул нисек 30 йә 40 йыл стажды туплай алһын? Мөмкин булмаған ғәмәл был.
— Пенсия системаһының өс кимәлдән торасаҡ моделе лә ҙур һорау тыуҙыра. Корпоратив пенсияға кем өмөт итә ала?
— Кеше әгәр ҙә ирекле һәм корпоратив пенсия системаһында ҡатнашһа, уның пенсияһының мул буласағын һүрәтләгән өмөтлө юлдар ҙа бар проектта. Әммә корпоратив пенсия системаһы бөтә ерҙә лә юҡ бит. Шулай булғас, уны Стратегияның төп элементы тип тә атап булмай. Бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә лә бындай бәхет тәтемәйәсәк. Яңы пенсия формулаһы индерелгәс, кеше үҙенең буласаҡ пенсияһының күләмен һис ҡасан да белә алмаясаҡ, сөнки йыл һайын формулаға Пенсия фонды ҡаҙнаһын көйләүсе яһалма коэффициенттар индереләсәк.
Бөгөн һәр хеҙмәткәр страховка һәм тупланма өлөштәрҙәге аҡсаһын иҫәпләп, яҡынса күпме пенсия аласағын күҙаллай ала. Ә яңы формула буйынса һеҙ был мәғлүмәттән дә мәхрүмһегеҙ, сөнки Пенсия фондының йыл һайын бюджетты көйләү маҡсатында ниндәй коэффициент билдәләйәсәген белмәйәсәкһегеҙ.
— Ҡыҙыҡ икән! 2002 йылға тиклем пенсияны иҫәпләү өсөн йыл һайын эш хаҡы күләме билдәләнә ине...
— Эйе, 1998 йылда пенсия эш хаҡының 72 процентынан сығып иҫәпләнһә, 2001 йылда был дәүмәл 50 процентҡа ғына ҡалды. Шуның менән бергә пенсияның уртаса күләме кәметелде. Быларҙың барыһы ла тармаҡтағы ҡытлыҡты бөтөрөү маҡсатында эшләнде. Яңы реформа ла шул хәүефле яғы менән халыҡты һағайта.
— Ә ни өсөн пенсияның нигеҙ өлөшөнән баш тартыу идеяһы ҡуҙғатыла?
— Әлеге ваҡытта кемдең эш хаҡы илдәге уртаса күрһәткестән ике тапҡырға кәмерәк, шуның пенсияһының нигеҙ өлөшө дөйөм күләмдең 50 процентын тәшкил итә. Әгәр ҙә нигеҙ өлөштө юҡҡа сығарһаҡ, ҡартлыҡта аласаҡ аҡсаның тотош күләме эш хаҡының ҙурлығына ғына бәйле буласаҡ. Тимәк, яңы формула индереп, беҙ йәнә түбән эш хаҡына көн иткән кешеләрҙе язаға тарттырабыҙ, түбәнһетәбеҙ.
— “Стажығыҙ ҙурыраҡ булған һайын пенсияғыҙ ҙа артасаҡ”, тигән һүҙҙәр дөрөҫлөккә тап килеп бөтмәйме әллә?
— Эйе, хеҙмәт йылдарығыҙ мотлаҡ иҫәпкә алынасаҡ, ләкин, бынан тыш, эш хаҡы коэффициенты ла индерелә бит. Тап ошо күрһәткес түләүҙәрҙе көйләйәсәк, сикләйәсәк, хатта юғары хаҡ алып эшләгәндәрҙең дә байтаҡ аҡсаһын юғалтыуы мөмкин.
Асығыраҡ әйткәндә, яңы ҡатмарлы реформа киләсәктә пенсия күләмен кәметеүгә йүнәлтелгән. Өҫтәүенә төптән уйланылмаған сара тармаҡтағы аҡса дефицитын һиҙелерлек күләмдә кәметә лә алмаясаҡ.
— Ул саҡта бындай киң ҡоласлы реформаны үткәреүҙән кемгә файҙа? Бәлки, пенсия йәшенә етеп, артабан эшләргә теләге булғандарҙың хеҙмәт юлында “йәшел ут” ҡабыныр?
— Бөгөнгө ҡанундар күпкә ғәҙелерәк, кешелеклерәк, ябай халыҡ мәнфәғәтен күҙ уңында тота. Эшләүсе пенсионерҙарҙың пенсия күләме йыл да яңынан иҫәпләнә һәм аҙ ғына булһа ла арттырыла. Мәҫәлән, 60 йәшлек ир пенсияға сыҡҡас та эшен дауам итһә, уның пенсия күләме йыл да яңынан иҫәпләнә. Әгәр ҙә хеҙмәт стажы 30 йылға тулһа, йәнә биш йыл эшләгәндән һуң пенсияһы 12 процентҡа артасаҡ. Әгәр ҙә стажы 20 йыл ғына икән, өҫтәмә рәүештә биш йыл эшләгәндән һуң аҡсаһы 18 процентҡа күбәйәсәк. Яңы стратегияла бындай схема булмаясаҡ, йәғни кешегә пенсияны бер тапҡыр ғына билдәләйәсәктәр, хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң тағы ун йыл эшләһә лә, түләүҙәр үҙгәрмәйәсәк.
Һеҙҙе шатландырырлыҡ, өмөтләндерерлек бер хәбәр ҙә әйтә алмауым өсөн ғәфү итерһегеҙ. Йәнә бер күңелһеҙ яңылыҡ. 2015 йылдан пенсияның нигеҙ өлөшөн стажға ҡарап үҙгәртеү, арттырыу мөмкинлеге тураһында һөйөнөслө тәҡдимдәрҙең тормошҡа ашасағына ышандырғайнылар. Анығыраҡ әйткәндә, 30 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә булғандар йәнә биш йыл эшләгәндә, пенсияларының нигеҙ өлөшөн 30 процентҡа арттырыу ҡаралғайны. Хәҙер был идеянан да баш тартырға йыйыналар.
— Үҙ шөғөлөн асҡандарға яңы проекттың еле ҡағылырмы?
— Әлеге ваҡытта хеҙмәткә һәләтле халыҡтың 30 проценттан ашыуы үҙ эшен асыуына ҡарамаҫтан, уларҙың 20 проценты самаһы ғына Пенсия фондына иғәнә күсерә. Киләсәктә үҙен эш менән тәьмин итеүсе кешеләр өсөн иғәнәне арттырыуҙың ҡаралыуы менән килешә алмайым, сөнки эшҡыуарҙарҙың хәл итәһе мәсьәләләре ифрат күп, артабан уларҙың иғәнәләр йөгөнән ҡотолоу әмәлен эҙләүе һәм “күләгә”гә китеүе бик ихтимал.
— Реформала гендер мәсьәләһе сағылыш тапҡанмы? Пенсияға сығыу йәшенең артыуы кемдең кәйефен нығыраҡ төшөрәсәк — ир-аттыңмы, әллә ҡатын-ҡыҙҙыңмы?
— Пенсияға сығыу йәшенең артыуы һәр кемде хәүефләндерә. Стажға талапты көсәйтеү идеяһы ир-атҡа нығыраҡ ҡағыласаҡ. Ғөмүмән, ир-ат өсөн дә, ҡатын-ҡыҙға ҡарата ла пенсия йәшен тигеҙләү тәҡдимдәре арта һәм нығына бара. Тәүҙәрәк аҫыл заттың пенсияға сығыу йәшен 60-ҡа еткереү, 2035 йылға ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат өсөн йәш баҫҡысын 63-кә еткереү күҙаллана.
Яңы пенсия формулаһында көслө затҡа күберәк эшләргә кәрәклеге көн кеүек асыҡ.
— Төрлө илдәрҙең пенсия моделдәрендә сыбарлылыҡ күҙгә ташлана. Алдынғы дәүләттәрҙәге ҡарттарҙың тормош сифатына, көнкүреш шарттарына, хоҡуҡи яҡтан яҡланғанлығына күҙ ҡыҙырлыҡ. Ә беҙ ҡайһы юлдан барабыҙ?
— Ниндәй генә йүнәлештә барһаҡ та, беҙҙә ябай халыҡтың эш хаҡы түбәнлеге ҡартлыҡта кешесә йәшәргә мөмкинлек бирмәй. Рәсәйҙең хәҙерге пенсия системаһы донъяла иң яҡшыларҙан һаналған шведтарҙың тәжрибәһенә таянып эшләнгәйне. Ә яңы пенсия формулаһында немецтарҙың тәжрибәһе ҡулланылды.
Кеше 20 — 25 йәштәрҙә хеҙмәт баҙарына аяҡ баҫыу менән уның өсөн аныҡ пенсия стратегияһы булдырылырға тейеш. Рәсәйҙә барыһы ла эш уҙғас ҡына башҡарыла. Яңыраҡ ҡына: “Иғәнәне күберәк түләһәң, пенсияң да мулыраҡ булыр”, — тип ышандырҙылар. Ә хәҙер: “Хеҙмәт стажың 40 йыл, эш хаҡың ғүмер дауамында юғары булғанда, яҡшы пенсияға өмөт итә алаһың”, — тиҙәр. Бындай тотороҡһоҙлоҡ халыҡтың киләсәккә ышанысын да, һаулығын да ҡаҡшата. Бер генә илдә лә ун йыл һайын пенсия реформаһы үткәрелмәй. Бындай “ҡаҙаныш” беҙгә генә хас. Һәр яңылыҡ кемдең дә булһа хоҡуҡтарын ҡыҫа.
Динә АРЫҪЛАНОВА әңгәмәләште.

Редакциянан. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин пенсия тураһындағы яңы закондың көсөнә инеүен 2014 йылдың 1 ғинуарына күсерергә тәҡдим итте. Ул Хөкүмәткә 2013 йылдың беренсе яртыһында пенсияларҙы иҫәпләүҙең яңы формулаһын ҡабул итергә ҡушты, шулай уҡ рәсәйҙәрҙең тупланма системала ҡалыу хоҡуғын да яҡланы.
— Юғары, уртаса хеҙмәт хаҡы алған, үҙ ирке менән дәүләт һәм шәхси пенсия фондтарына инергә ҡарар иткән граждандарҙы бындай мөмкинлектән мәхрүм итмәү дөрөҫ булыр, тип уйлайым. Уны 2014 йылдың 1 ғинуарынан һуң да һаҡларға кәрәк. Кем был системала ҡалырға теләй — ҡалһын, — тип белдерҙе Президент.


Вернуться назад