Уйҙар, уйҙар...09.12.2011
Уйҙар, уйҙар...“Хәсрәт хәсрәткә оҡшамай, хәсрәт һауыттары бушамай”, — тигәндәй, донъя мәшәҡәттәрҙән, ҡайғы-михнәттәрҙән генә торған кеүектер. Мәҫәлән, үткән быуаттың 90-сы йылдарында илдәге ҡоролош үҙгәртелгәс, халыҡ шаңҡып ҡалды. Нисәмә йылдар хәсрәтте лә, шатлыҡты ла уртаҡлашып йәшәгән тотош бер ил тарҡалһын әле?! Ярай, Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендәге кеүек колхоз һәм совхоздар шунда уҡ таратылманы. Күрәһең, халыҡҡа илдең ҡайҙа барасағын, алда нимә буласағын күҙаллау өсөн ваҡыт бирелде. Мөлкәт шәхси ҡулдарға күсә башлағас, элекке эш урындары юҡҡа сыҡты, кешегә йән аҫрау өсөн мөмкинлектәр кәмене. Алда: “Нимә эшләргә, ҡайҙа барырға?” — тигән һорау тыуҙы. Совет осоронда тыныс ҡына йәшәгән халыҡты хәсрәт баҫты. Ҡайһы бер өлгөрҙәр, ирекһеҙҙән, һатыу итеүгә тотондо. Улар төрлө илдән һәм тарафтан ыҙа сигеп тауар ташыны. Мәшәҡәттәр айырыуса ҡатын-ҡыҙ иңенә төштө, юлда күберәк улар йөрөнө. Шөкөр, был осор ҙа үтеп китте. Хәҙер баҙар һәм магазин тулы күҙҙең яуын алған әйберҙең, аҙыҡ-түлектең ниндәйе генә юҡ!
Әммә тағы хәсрәт: ябай халыҡтың аҡсаһы юҡ, шул аптырата. Етмәһә, шәхси хужалыҡ етәкселәре эш биреүҙе сикләне. Уныһы булған хәлдә лә, хеҙмәте өсөн түләмәй интектерәләр. Халыҡ һуғыш йылдарында “таяҡҡа” эшләп йөрөһә лә, итәк тулы балаһын ас итмәҫкә тырышты. Ул осорҙа ауырлыҡтың сәбәбе билдәле ине — һуғыш. Хәҙер заманалар үҙгәрҙе, әммә айырым кеше, бигерәк тә ауылда йәшәүселәр өсөн тормош ауырлашты. Был хәсрәттең сәбәбен аңлатыуы ла, аңлауы ла ауыр. Ер мәсьәләһе менән нисә йылдар халыҡтың башын ҡатыралар. Һәр ауылда кеше башына пай ерҙәре билдәләнгән, әммә уға тейешле документ бирелеп, хоҡуғы һаман нығытылып бөтмәгән. Кеше үҙ пайынан файҙалана алмай, һәр йыл һалым ғына түләй. Ни өсөн? Был мәсьәләгә, ысынлап та, төшөнөрлөк түгел. Хәйер, халыҡ асылын аңлағансы, күптәр үҙ мәнфәғәтендә ерҙән файҙаланыу ысулы күрҙе.
Бынан дүрт-биш йыл элек, Мәләүез һәм Күгәрсен яҡтарында ауыл халҡы менән осрашып, хәл-әхүәлдәрен белешергә тура килгәйне. Салауат менән Мәләүез ҡалалары араһындағы ҙур ғына Ергән ауылын күптәр беләлер. Заманында унда колхоз да, совхоз да булды. Яңы ҡоролош, хужалыҡҡа яңы ҡараш барлыҡҡа килгәс, Ергәндә МТС төҙөлдө. Хәйер, МТС-ты асыш тип әйтеп булмай, ул беҙ бала саҡта, һуғышҡа тиклем үк, була торғайны. Яҡын-тирәләге колхоздар ҡыш трактор һәм комбайндарын ремонтлата ине. Тимәк, был ойошма тергеҙелгән булып сыға. Ҡыҫҡаһы, “Ергән” МТС-ы, үрҙә күрһәтелгән райондар биләмәһендә халыҡтың ерен эшкәртеп, иген сәсеп, көҙ тағы шым ғына уңышын йыйып китә икән. Мәләүез районынан бер ҡатындың: “Уларҙың һөргәнен, сәскәнен һәм урып алып киткәнен белмәй ҙә ҡалабыҙ. Беҙгә, ер хужаларына, тауыҡҡа емлек тә тәтемәй. Хатта уларҙың кем икәнен дә аңғармайбыҙ, “Ергән” МТС-ы тигәнде генә ишетәбеҙ”, — тигәйне. “Әрле әрләнгәнсе, әрһеҙ ашап туйған”, — тигәндәй, урындағы халыҡ әҙәп һаҡлап торғансы, өлгөрҙәр байып ҡала. Әле халыҡ үҙ көнөн үҙе күрә башланы. Бәғзеләр, йәғни бер нисә ғаилә берләшеп, донъяуи мәшәҡәттәргә ярҙамлашып көн итә. Ата-бабаларҙың йәшәү рәүешен ҡабатлауы, күмәкләп эш итеүе күҙгә ташлана. Шунһыҙ сара юҡ. Ҡайһылары аҡса табам тип, сит яҡтарҙа яфалана. Батша заманында үҙ көсөн түгеп донъя йыйған “хәллеләрҙе” — бер аты, ике һыйыры, ҡалай башлы өйө булғандарҙы — революциянан һуң Себергә оҙатһалар, хәҙер ғаилә башлығы үҙ теләге менән шул тарафҡа китергә мәжбүр. Ни эшләһен, ғаиләһен аҫрарға кәрәк. Айҙар буйы ауыр шарттарҙа, тәүлегенә 12-шәр сәғәт эшләп алған аҡсалары ла ташҡа үлсәйем. Үҙебеҙҙә эш юҡлыҡтан йәштәребеҙ башҡа төбәктәргә таралһа, ситтәр килеп беҙҙә аҡса эшләй. Был хәлде аңлауы ауыр, әлбиттә. Ҡайһы ғына ауылға барһаң да, бер үк хәсрәт. Әҙәм балаһына тын алырға ла форсат бирмәй, эшләп еткерелмәгән яңынан-яңы реформалар ҡабул ителә. Күп осраҡта халыҡ фекере менән иҫәпләшеү, кәңәшләшеү кәрәк тип табылмай, шуға ла эш ырамай. Мәҫәлән, Гайдар халыҡтың тинләп йыйған аҡсаһын һоғондо, Чубайс үҙенсә таланы, Ельцин законһыҙлыҡҡа юл ҡуйҙы. Медицина, мәғариф һәм башҡа өлкәләрҙәге реформалар халыҡты ҡәнәғәтләндермәй. Бюджет өлкәһендәгеләрҙең эш хаҡын иҫкә төшөрһәң, иҫең китерлек! Аҡсалары фатир өсөн түләүгә лә етмәй. Тимәк, кеше бушҡа эшләй булып сыға.
Былтырғы ҡоролоҡ тотош илдең бәкәленә һуҡты. Тиҙ арала аҙыҡ-түлеккә генә түгел, бөтә кәрәк-яраҡҡа хаҡ артты. Быны әле аңларға була. Быйылғы ямғырлы йәй мул уңыш алыуға килтерҙе. Халыҡ ҡыуанды, хаҡтарҙың түбәнәйеүенә өмөт итте, ләкин аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артыуын дауам итә. Иген уңды, тимәк, икмәк-онға, ҡош-ҡорт өсөн емгә, мал өсөн фуражға ҡытлыҡтың булыуы мөмкин түгел. Ә әҙәм балаһы осто-осҡа ялғай алмай интегә. Был осраҡта монополияға ҡаршы көрәшергә бурыслы ведомство нимә эшләй?
Хаҡлы ялдағылар ҙа ысын мәғәнәһендә эштән арынып, матур ҡартлыҡҡа шатланыу урынына күбеһе хеҙмәтен дауам итергә мәжбүр. Эшләмәгәндәре лә аҙ-маҙ пенсияһын балаларына ярҙам итеүгә тотона, сөнки уларының эш хаҡы түбән. Ейән-ейәнсәрҙәрҙе мәктәпкә әҙерләшеү бер яҡтан ҙур шатлыҡ булһа, икенсе яҡтан матди мәсьәлә тыуа. Бәләкәй генә бер миҫал. Элек бер тин торған 12 битлек дәфтәр бөгөн — 16 һум. Был әле иң арзаны. Ә мәктәп формаһы, балаларға аяҡ кейеме? Был осраҡта халыҡҡа ни эшләргә һуң? Шулай ҙа ышаныс бөтөнләй һүнмәгән. Һайлауҙарҙан һуң тормоштоң мотлаҡ яҡшы яҡҡа үҙгәрергә тейешлеге буласаҡ етәкселәрҙең программаһында асыҡ сағыла. Ил халҡы үҙ мәнфәғәтен яҡлаған яңы реформаларға өмөт итә.
Ләлә БЕЙЕШЕВА.
Өфө ҡалаһы.


Вернуться назад