Әбештәр “Әхмәтшәриф”те хупланы20.11.2012
Әбештәр “Әхмәтшәриф”те хупланыӘбеш — Хәйбулла районындағы иң төпкөл ауылдарҙың береһе. Бында берҙәм һәм сәмсел халыҡ йәшәй. Улар элек-электән диндар, иманлы. Совет власы осорона тиклем ауылда мәсет булған, был яҡҡа ебәрелгән Әхмәтшәриф исемле указлы мулла уҡымышлылығы менән халыҡты аң-белемгә өндәгән. Манараһы ҡолатылып, иман йорто клубҡа әйләндерелһә лә, әбештәр динде ташламаған. Әммә ауыл халҡы һикһән йылдан ашыу мәсетте тергеҙә алмаған.

Ауылдаштарының был теләген, ниһайәт, Сорғот ҡалаһында йәшәүсе эшҡыуар Рита Маннапова тормошҡа ашырған. Барлыҡ сығымды үҙ өҫтөнә алып, тыуған ауылында ни бары дүрт ай эсендә мәсет һалдырған ул. Ауылдаштары ла ярҙамлашҡан: кемдер аҡсалата өлөш индергән, икенселәре төҙөлөштә ихлас ҡатнашҡан. Ситтә йәшәгән әбештәр ҙә был изге эшкә битараф ҡалмаған. Мәҫәлән, Магнитогорск ҡалаһынан Фаил Юнысов үҙенең фирмаһынан тәҙрә-ишектәр ебәрһә, Ғәзим Күскилдин электр уты үткәрткән. Шулай уҡ Мансур Сурин, Зөлфәр Бикбов, Фәнүр Исмәғилевтәргә лә рәхмәтле ауыл халҡы. Бөтә ойоштороу эштәрен бағыусының атаһы Фәйез Маннапов теүәл башҡарған, ҡайһы саҡ өмә уҙғарып, йә булмаһа кеше яллап, тиҙ арала ҡыҙының изге хыялын тормошҡа ашырған.
Ошо көндәрҙә көмөш айлы мәсет үҙ ишектәрен асты. Аҙан тауышы бар ауылды нурға солғаны. Мәсеткә Рита Маннапова олатаһы рухына бағышлап “Әхмәтшәриф” тип ҡушыуҙарын үтенгән булһа, ауылдаштары уның теләген хупланы, иман йортон асыу тантанаһында был исем рәсми теркәлде. Төбәктәге 21-се мәсет менән танышырға район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, дин әһелдәре, төрлө тарафтан ҡунаҡтар килгәйне. Вәлимә инәй Ибраһимова ҡайныһы, Әбеш ауылының указлы муллаһы Әхмәтшәрифтең таяғын яңы асылған иман йортона имам-хатип итеп тәғәйенләнгән Камил Илембәтовҡа тапшырҙы.
Ауыл халҡы мәсеттә ғибәҙәт ҡылды. Ул арала ауылдаштары өсөн Азамат Сурин менән Рита Маннапова салған ҡорбандан аш әҙерләнеп, ҙур ҡаҙандарҙа былау бешеп сыҡты. Был көндә әбештәр пакланып ҡалғандай тойолдо. Ниһайәт, тыуған ауылда аҙан яңғырауына, манаралы мәсет күтәрелеүенә шатланды улар. Иман йорто менән бергә төбәккә әҙәп ҡайтасаҡ, тине әбештәр. Юҡҡа ғына мәсетле ауыл — нурлы, кешеләре тәрбиәле була, тимәйҙәр. Иң мөһиме — мәсеткә йөрөргә теләүселәр күп булһын.
Кәримә УСМАНОВА
Хәйбулла районы.


Вернуться назад