Илдең көслө боксерҙары ярышты09.12.2011
Спорт мастеры Тимур Ғәбиҙуллин иҫтәлегенә бағышланған бокс буйынса турнир ҡалала һигеҙенсе тапҡыр үтә. Бөтә Рәсәй кимәленә сыҡҡан был сара иң көслө спортсыларҙы йыйҙы. Ярышта 72 боксер ҡатнашты, шуларҙың 30-ы — беҙҙең республиканан.
Өс көн буйы дауам иткән ярыш барышында 62 пар көрәште. Иң көслө тип баһаланған ун спортсының етәүһе беҙҙең яҡташтар булды. Октябрьский ҡалаһынан Арман Сөләймәнов менән Павел Никонов турнирҙың еңеүселәре тип билдәләнде.
“Тыуған яҡ”, Октябрьский ҡалаһы.


Вернуться назад