Сабыр итәйек...17.11.2012
Ошо көндәрҙә республиканың ҡайһы бер мәғлүмәт саралары борсоулы хәбәр таратты: баҡһаң, изге Мәккә менән Мәҙинәгә хаж ҡылырға киткән яҡташтарыбыҙҙың бер төркөмө ҡайта алмай йонсой икән. Арығандар, эҫенән йонсоғандар, аҡсалары ла самалы, ә тыуған яҡҡа оҙатырға тейешле туроператор аңлатма бирмәй, билеттар менән документтар ҙа юҡ... Ошоға “оло йәштәге бер яҡташыбыҙ вафат булған”, тигәнде лә өҫтәһәң, йәмәғәтселек араһында тынысһыҙлыҡ тыуҙырырға күп тә кәрәкмәй.

Ысынбарлыҡ шул тиклем аяныслымы-юҡмы икәнлеген асыҡлар өсөн рәсми аңлатма һорап, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының хакимиәт етәксеһе урынбаҫары Артур Сөләймәновҡа мөрәжәғәт иттек. Ул түбәндәгеләрҙе белдерҙе:
— Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәтенә инанған, үҙен хаҡ мосолман тип иҫәпләгән һәр кеше үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла хаж ҡылырға тейеш. Әммә Ислам диненең төп талаптарының береһе булған был ғәмәлде үтәү һис тә еңелдән түгел.
Беренсенән, кешенең дингә ысын күңелдән инаныуы фарыз. Оҙайлы сәфәр күп һынауҙарҙан тора, ә имен-аман әйләнеп ҡайтыусылар “хажи” исемен йөрөтөргә һәм уның талаптарына яуап бирергә тейеш. Икенсенән, һаулыҡ мәсьәләһенә айырыуса ҙур иғтибар кәрәк, бигерәк тә беҙҙең кеүек ҡырыҫ тәбиғәтле ерҙә йәшәгәндәргә. Ни тиһәң дә, йыл әйләнәһенә һауа температураһы 40 градус эҫенән түбәнерәк төшмәгән Сәғүд Ғәрәбстанына юл тоталар бит. Климатҡа яраҡлашыу, шул шарттарҙа бер нисә аҙна үткәреү – организм өсөн ҙур һынау. Өсөнсөнән, путевка хаҡының 100 мең һум һәм унан да ҡиммәтерәк булыу ихтималлығын иҫәпкә алғанда, юлға хәлле кешеләр генә сыға ала: хаж ҡылыусыларҙың сығымы ғаилә ҡаҙнаһына зыян килтермәҫкә тейеш. Был – төп талаптарҙың береһе. Шуға ла ҡайһы бер мәғлүмәт сығанаҡтарының “кешеләр унда аҙлап йыйған һуңғы аҡсаһын түгеп бара” тигән һүҙҙәре дөрөҫлөккә бик үк тап килмәй.
Ғөмүмән, хаж йолаларын үтәү бер нисә аҙнаға һуҙыла. Сәйәхәт оҙайлылығы уртаса алғанда 25 – 30 көнгә тиң, шуға күрә 20 октябрҙә Өфөнән ике самолет менән хажға юлланған яҡташтарыбыҙ Сәғүд Ғәрәбстанынан ҡайта алмай икән, тигән хәбәр таратыу әлегә бик үк урынлы түгел. Әйткәндәй, улар араһында былтыр туроператорҙың яуапһыҙлығы арҡаһында изге сәфәргә бара алмай ҡалған 75 кеше лә бар. Быйылғы хажды улар айырыуса ҙур түҙемһеҙлек менән көткән. Юл һынауҙарын быға тиклем дә үткәргәс, уларҙың борсолоуы, билдәһеҙлекте ауыр кисереүе аңлашыла кеүек. Әйткәндәй, самолет Иордания аша оса, унда Сәғүд Ғәрәбстанынан автобустар менән барып етеү өсөн дә байтаҡ ваҡыт кәрәк.
Артур Сөләймәнов шулай уҡ хаж ваҡытында вафат булып ҡалған якташыбыҙ тураһында ла мәғлүмәт бирҙе. Ағайға 70 йәш булған, ул мосолмандарҙың оло байрамы – Ғәрәфә көнөндә – 25 октябрҙә үк вафат булған икән. “Хоҙай юлында, изге ерҙә ахирәткә күсеү һирәктәргә генә эләгә”, – тине Артур Руслан улы. Әйткәндәй, йыл һайын Мәккәгә миллиондарса кеше килә, һәм бәғзеләре изге ерҙә йән бирә. Ғәҙәттә, уларҙың кәүҙәһен, барлыҡ мосолман йолаларын үтәп, шунда уҡ ер ҡуйынына тапшыралар. Туғандарының ризалығы буйынса, вафат булған яҡташыбыҙҙы ла унда ерләгәндәр.
Ҡайтыу мәсьәләһенә килгәндә, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты Мәскәү туроператоры “Хаж-фонд” менән даими бәйләнештә булыуы, изге сәйәхәткә юлланғандарҙы имен-аман һәм ваҡытында тыуған яғына оҙатыу өсөн барыһын да эшләйәсәктәре хаҡында белдерҙе. Иң мөһиме – сабырлыҡ кәрәк.

P.S. Материалды баҫырға әҙерләгәндә Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратынан түбәндәге хәбәрҙе еткерҙеләр: хаждағы яҡташтарыбыҙ 18 – 20 ноябрҙә тыуған яғына әйләнеп ҡайтасаҡ.
Г. РӘСҮЛЕВА.


Вернуться назад