Рәсәй эске эштәр органдарының участка вәкилдәре хеҙмәте ойошторолоу көнөнә ҡарата Эске эштәр министрлығында “Халыҡ участковыйы” бәйгеһенә йомғаҡ яһалды, фиҙаҡәр хеҙмәте менән халыҡ араһында абруй яулаған хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәрен эске эштәр министры, полицияның генерал-лейтенанты Владимир Колокольцев тәбрикләне.
Илдә полицияның 44925 участка вәкиле иҫәпләнә, улар енәйәттәрҙең дүрттән бер өлөшөн асыуға ҙур өлөш индерә, туранан-тура халыҡ менән эшләй.
Майор, полицияның өлкән участка вәкиле Ғилемдар Сирғәлин ике тиҫтә йылға яҡын Рәсәй Эске эштәр министрлығының “Белорет” муниципаль-ара бүлегендә хеҙмәт итә. Ул “Халыҡ участковыйы” конкурсының республика этабында ҡатнашып, беренсе урын алғайны. Яҡташыбыҙ ил күләмендәге бәйгелә лә һынатманы – финалға сыҡҡан 82 дәғүәсе араһында абруйлы дүртенсе урынды яуланы! Бына шундай булдыҡлы кеше Белорет районының Әзекәй, Боғанаҡ, Аҙналы, Әхмәр ауылдары халҡы именлеген һаҡлай. “Башҡортостан” гәзите лә республика данын лайыҡлы яҡлаған Ғилемдар Ҡорбанбай улын еңеүе менән ысын күңелдән ҡотлай һәм иң изге теләктәрен еткерә.
Г. САЛАУАТОВА.