Өфөлә Халыҡтың мәшғүллек үҙәгендә пенсионерҙар өсөн ойошторолған тәүге махсус йәрминкәлә 25 предприятие һәм ойошма ҡатнашты. Сараға килгән 800 пенсионерҙан 230-ҙан ашыу кеше эшкә саҡырыу алды.
— Йәрминкәлә сәнәғәт, сауҙа, һаҡ предприятиелары, шулай уҡ медицина учреждениелары, страховкалау һәм дөйөм туҡланыу ойошмалары ҡатнашты. Әгәр бындай сараларға ихтыяж асыҡланһа, йәрминкәләрҙе Өфөлә кварталға бер тапҡыр үткәреү күҙаллана, — тине баш ҡаланың мәшғүллек хеҙмәтендәге бүлек начальнигы Ирина Турчина.
Быйыл яҙ Башҡортостандың баш ҡалаһында йәштәр өсөн вакансия йәрминкәләре уҙғарыла башланы. Уны ҡалалағы Халыҡтың мәшғүллек үҙәге ойошторҙо. Йәрминкә һәр айҙың тәүге кесе йомаһында даими үткәрелә. Ошо ваҡыт эсендә Өфөлә йәштәр өсөн һигеҙ махсус йәрминкә уҙғарылды. Уларҙа 300-ләп предприятие һәм ойошма 13 мең эш урыны тәҡдим итте.
Ғ. ХӘБИРОВ.