Рухи аҙыҡ тарата17.11.2012
Рухи аҙыҡ таратаҠайҙа ғына юлланһаҡ та, туған телендәге матбуғатты яҙҙыртыу һәм таратыу өсөн көсөн һәм ваҡытын йәлләмәгән, үҙ эшенә яуаплы ҡараған милләттәштәребеҙ һоҡландыра.

Күптән түгел шундайҙарҙың береһен – Таңсулпан Ғайсинаны – Баймаҡ районының Байым ауылында тап иттек. 1999 йылдан алып почтальон булып эшләүсе Таңсулпан Ибраһим ҡыҙы ошоға тиклем Байым ауылына гәзит-журнал таратһа, яңыраҡ ҙур ауылдарҙың береһе Икенсе Этҡол халҡын хеҙмәтләндереүҙе лә өҫтәгәндәр. Тәжрибәле хеҙмәткәр гәзит-журнал, хат һәм открыткалар эйәһенә ваҡытында барып етһен өсөн тырыша. Ире Миңлеғәле Йылҡыбаев та ҡатынына ярҙамлаша, еңел машинаһында көн аша күрше ауылға баҫмалар алып бара.
— Бер-береңә ярҙам итмәйенсә булмай, сөнки йәйәүләп кенә гәзит-журналдарҙы үҙ ваҡытында хужаһына тапшырыу мөмкин түгел. Башҡа тауар ҙа тәҡдим итергә, матбуғатҡа яҙҙыртыу менән дә шөғөлләнергә бурыслыбыҙ. Шуға күрә өйҙән-өйгә йөрөгәндә байтаҡ ваҡыт үтә. Ирем булышҡас, еңелгә тура килә, хатта үҙе лә ихласлап гәзит-журнал тарата, – ти Таңсулпан.
Халыҡҡа яҙылған баҫмаһын өләшеп, рухи аҙыҡ таратыусы был ғаиләгә ауылдаштары ла өйрәнеп бөткән. «Үҙебеҙҙең почтальондар!» тип өндәшеүҙәрендә генә лә уларҙың эшенә ҡарата йылы мөнәсәбәте сағыла. Почтальондың тилбер ҡулдары әле бер, әле икенсе йортҡа гәзит йә журнал ҡалдыра, шул арала ваҡытлы матбуғатҡа яҙҙырырға ваҡыт таба. Улар таратҡан гәзит-журналдар араһында «Башҡортостан»дың булыуы шатлыҡлы.
К. УСМАНОВА.
Баймаҡ районы.


Вернуться назад