Салауат районында йүнселдәрҙе тәбрикләү байрамы үтте. Былтыр 655 кеше эшҡыуар булып теркәлһә, быйыл уларҙың һаны 672-гә еткән. Бигерәк тә крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һаны артҡан.
Бәләкәй эшҡыуарлыҡта ғына 2 меңдән ашыу кеше эшле булған. Һуңғы йылдарҙа халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге менән берлектә районда 100-гә яҡын яңы ойошма булдырылған. Быйыл 60 кеше үҙ эшен асҡан. Сарала район хакимиәте аша ярҙам алып, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ойоштороусылар үҙҙәре етештергән аҙыҡ-түлекте, тауарҙарҙы күргәҙмәгә ҡуйған. Район халҡында уларға ихтыяж ҙур. Байрам һуңында район хакимиәте бер төркөм эшҡыуарға төрлө номинациялар буйынса маҡтау грамоталары тапшырҙы.
“Йүрүҙән”, Салауат районы.