Рәсәйҙә юл хәрәкәте проблемаһы ни тиклем киҫкен икәнлеген аңлатырға кәрәкмәй – үҙегеҙ ҙә белеп тораһығыҙ. Рәсәй юлдарында меңәрләгән кешенең ғүмере өҙөлә йә иһә һаулығына зыян килә. Юл-транспорт ваҡиғаларының аяныслы күрһәткестәре буйынса илебеҙ тәүгеләр рәтендә.
Йыл да Рәсәй юлдарында 200 мең самаһы юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә, 27 меңләп кеше һәләк була, 250 меңләгәне төрлө тән йәрәхәте ала. Башҡортостанға килгәндә, ун айҙа 4230 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 636 кеше һәләк булған, 5734-е төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Юл фажиғәләре күп булыуының сәбәбе нимәлә: насар юлдар, сифатһыҙ автомобилдәрме, әллә водитель менән йәйәүлеләрҙең ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмауымы? Был һорауға яуапты закон сығарыусы депутаттар, йәмәғәтселек вәкилдәре лә эҙләй, әммә ҡәҙимге водителдәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, проблема менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмай кеүек. Әллә улар ҡағиҙә-ҡанундарҙы белмәй, әллә башҡаларҙың ғына түгел, үҙ ғүмеренә ҡарата ла битараф... Нисек кенә булмаһын, көндәлек яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһынһаң, сәстәр үрә торорлоҡ: Рәсәй юлдары яу яланын хәтерләтә, ҡорбандар һаны тиҫтәләп түгел, меңәрләп иҫәпләнә. Ә донъяла йыл һайын 1,3 миллионға яҡын кешенең ғүмере тап юл-транспорт ваҡиғаларында өҙөлә, 50 миллион самаһы кеше төрлө тән йәрәхәттәре ала һәм ғүмерлеккә инвалид булып ҡала.
ШШуға күрә 18 ноябрҙә донъя йәмәғәтселеге Юл һәләкәте ҡорбандарын иҫкә алыу көнөн билдәләй. 2005 йылда Берләшкән милләттәр ойошмаһының Генераль ассамблеяһы ҡабул иткән резолюция буйынса, ул ғүмере өҙөлгән кешеләрҙең яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашыу һәм башҡаларҙы иҫкәртеү, йәмәғәтселектең иғтибарын юл һәләкәте проблемаһына йәлеп итеү өсөн билдәләнә.
Ноябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә лә юл ҡорбандарын иҫкә алыу акциялары ойошторола. Юл-транспорт ваҡиғаларының 80 проценты тап водителдәрҙең ғәйебе менән булыуы билдәле. Эйе, әгәр ҙә улар рулгә эсеп ултырмаһа, тиҙлеген арттырмаһа, уйламайынса, алдағы автомобилде уҙырға тырышмаһа, ҡорбандар ҙа улай күп булмаҫ ине... Әйткәндәй, Рәсәйҙә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу буйынса федераль маҡсатлы программа эшләй. Әммә халыҡтың мәҙәниәте һәм проблеманы аңлау кимәле үҙгәрмәйенсә тороп, иң камил йүнәлешле документтар ҙа, ҡаты закондар ҙа, халыҡ-ара ыңғай тәжрибәне үҙләштереү ҙә ярҙам итмәйәсәк.
Әйткәндәй, иҫкә алыу көнөн Өфөлә лә билдәләнеләр, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ҡаланың автомәктәптәре вәкилдәре менән берлектә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандаланы. "ЭКА" Йәшелдәр хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе ағзалары водителдәргә "зарарлы кәңәштәр" әҙерләгәйне. Мәҫәлән, ҡағыҙға "тиҙлекте арттырырға" тип яҙылған һәм бының нимә менән янағаны тәфсирләп аңлатылған. Шулай уҡ был көндә ҡала урамдарында йәмшәйгән автомобиль ҡуйылған эвакуатор йөрөнө: был да – водителдәрҙе иҫкәртеү, ҡағиҙәләрҙе үтәмәү ниндәй эҙемтәләргә килтереү ихтималлығын күрһәтеү.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
Әйткәндәй...Бөтә донъя юл һәләкәте ҡорбандарын иҫкә алыу көнө алдынан Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ начальнигы Динар Ғилметдинов матбуғат конференцияһы ойошторҙо. Унда дин әһелдәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, билдәле артистар ҡатнашты.
Динар Заһит улы юлдарҙа хөкөм һөргән баш-баштаҡлыҡ һәм яуапһыҙлыҡ, уның эҙемтәләре тураһында тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрһә, дин әһелдәре илдә рухи ҡиммәттәрҙең ҡаҡшауы, халыҡтың ҡанун-ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмауы хаҡында борсолоп һөйләне. Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, мөфтөй Тәлғәт Тажетдин матбуғат сараларында юлдарҙағы яуапһыҙлыҡ эҙемтәләрен күберәк яҡтыртырға һәм кешеләрҙе уйланырға өндәргә саҡырҙы. “Ғүмер – Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән иң ҙур бүләк, уның хаҡы юҡ. Рулгә иҫерек килеш ултырғандар, тиҙлек яратҡандар шуны аңлаһын ине. “Ҡорос ат” тиһәләр ҙә, уның көсө 230 аттыҡына тиң икәнен дә онотмаһындар”, – тине ул һөйләшеү барышында. Өфө Епархияһы вәкиле Олег Самойлов юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалауҙа православие сиркәүе лә әүҙем ҡатнашасағын белдерҙе.
Динар Ғилметдинов һуңғы йылдарҙа юлдарҙа тәжрибәһеҙ водителдәрҙең күбәйеүен билдәләп үтте:
– Кисә идаралыҡ янында бер ҡыҙ автомобиль менән ҡуҙғалып китә алмай йонсой. Түҙмәнем, туҡтарға булдым. Баҡһаң, ул бер йыл элек дүрт тапҡыр имтихан тапшырып, саҡ водитель танытмаһына эйә булған. Автомобилде иһә күптән түгел генә һатып алған һәм идаралыҡҡа теркәтергә килгән. Тимәк, тәжрибәһе бөтөнләй юҡ тигән һүҙ, ә ҡала буйлап сығып китеүҙән ҡурҡмаған. Үҙең һәм башҡалар өсөн яуаплылыҡ ҡайҙа?