Стәрлетамаҡтың “Искра” кинотеатрында дүрт тапҡыр Паралимпия чемпионы Ирек Зарипов тураһындағы фильм күрһәтелде.
Документаль таҫманы “Башҡортостан” киностудияһы төшөрҙө һәм тәүге тапҡыр Ҡазанда үткән VIII Халыҡ-ара мосолман киноһы фестивалендә күрһәтте. Сценарийҙың авторы — Мәғәфүр Тимербулатов, ҡуйыусы режиссер — Вилүрә Иҫәндәүләтова.
Кешенең рух көсөн, еңеүҙәргә ынтылышын сағылдырған “Ике тапҡыр тыуған” фильмын ҡарарға уҡыусылар, студенттар, спортсылар килде. Фильм менән таныштырыу сараһында шулай уҡ картинаның төп геройы Ирек Зарипов, уның туғандары һәм дуҫтары, ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Алексей Изотов, “Башҡортостан” киностудияһы директоры Азамат Хужәхмәтов, республикалағы Кинематографистар союзының яуаплы секретары Фәрит Ғәбитов ҡатнашты.
Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ телевидениеһы был фильмды эфирға сығарырға ниәтләй.
Ғ. ХӘБИРОВ.