Халҡыбыҙҙың иң яратҡан урыны — Салауат Юлаев һәйкәле янында йыш булам. Ниндәйҙер сихри тартыу көсө алып килә кеүек мине. Күңелем болоҡһоған саҡтарҙа ошонда үҙемә йән тыныслығы табам, кәйефем күтәрелә.
Йылдың бөтә миҙгелендә лә бынан халыҡ өҙөлмәй. Уҡып бөтөп, ҡулына диплом алған йәштәр Өфө менән хушлашыр, иҫтәлеккә фотоға төшөр өсөн нәҡ Салауат һәйкәленә килә. Ғүмер юлын бергә үтергә вәғәҙәләшкән ғашиҡтар ҙа, батырыбыҙ янына килеп, сәскәләр һалып, унан фатиха ала. Башҡа төбәктәрҙән Өфөгә сәйәхәткә юлланыусылар ҙа иң тәүҙә ошо мөһабәт һәйкәлде килеп күрергә тырыша.
Халҡыбыҙҙың милли батырын Ағиҙелдең бейек ярында мәңгеләштергән кеше кем һуң? Ул Төньяҡ Осетия АССР-ының халыҡ рәссамы Сосланбәк Тавасиев булыр. Сосланбәк 1894 йылдың 25 декабрендә Дигор районының Фиснал ауылында донъяға килә. Ә инде бала сағы Синдазикау ауылында үтә. Сосланбәк тиҫтерҙәре кеүек шаян, шуҡ малай булып үҫә. Иптәштәре менән дыу ҡуптарып шаярырға, көрәшергә ярата. Ә арғымаҡҡа атланһа, унан да бәхетлерәк кеше юҡ. Владикавказдағы реаль училищела, Баталкашы гимназияһында уҡығанда ла ул класташтарынан үҙенең тырышлығы, зирәклеге менән айырылып тора. Яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Хатта гимназиялағы беренсе йылда уҡ өсөнсө класҡа күсерәләр. 1924 йылда, армия хеҙмәтендә, граждандар һуғышында сынығыу алған егет Ленинградтағы художество академияһына уҡырға инә һәм уңышлы тамамлай.
Алыҫ Осетияла тыуып үҫкән осетин улы Салауат Юлаевты ҡайҙан белгән һуң? Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҙмыш елдәре С. Тавасиевты Өфөгә илтә. Ул эвакуацияланған Мәскәү рәссамдарының балаларын Башҡортостанға алып килә. Сосланбәк Дафа улы матур тәбиғәтле Башҡортостанға тиҙ өйрәнә. Ижад эшенә дәртләнеп тотона. Өфө ҡала рәссамдары союзының яуаплы секретары була. Бер мәл Стәрлебаш районында ул тәү тапҡыр Салауат Юлаев тураһында ишетә. Егеттәрҙе армияға оҙаталар. Шунда бер бабай: “Гитлерҙы еңер өсөн беҙҙең Салауат һымаҡ батырҙар кәрәк”, — ти. Нәҡ ошо көндән Сосланбәк башҡорт батыры менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай. Уның хаҡындағы китаптарҙы уҡый, халыҡ араһында йөрөй, мәғлүмәттәр йыя, боронғо йырҙарҙы тыңлай, әбей-бабайҙар менән аралаша, архивтарҙа эҙләнә. С.Д. Тавасиев Салауат һәйкәлен утыҙ йыл тиерлек эшләй.
Һәйкәл Ленинградтың “Монумент-скульптор” заводында суйындан ҡойола. Салауат Юлаев скульптураһы — беҙҙең илдәге иң ҙур ат скульптураһы.
Бына һәйкәл әҙер. Уны Өфөгә алып киләләр. Әммә уны ҡайҙа урынлаштырыу мәсьәләһе буйынса бәхәс ҡуба. Ысынлап та, ҡайҙа ҡуйырға һуң? Берәүҙәр Дим биҫтәһендә тиһә, икенселәре ҡала Советы алдындағы майҙанды тәҡдим итә. Әммә күренекле скульптор быларҙың береһе менән дә риза булмай. Һәйкәл ҡалҡыулыҡта, Ағиҙелдең бейек ярында булырға тейеш! Шулай итеп, 1967 йылда һәйкәл тантаналы асыла. Уның бейеклеге гранит постаменты менән бергә — 19,8 метр, ә ауырлығы — 40 тонна.
Һәйкәл совет монументаль скульптураһының иң ҙур ҡаҙанышы тип баһалана. Уны ижад иткән өсөн Сосланбәк Дафа улы 1970 йылда СССР-ҙың дәүләт премияһына лайыҡ була. 1994 йылда һәйкәл алдындағы майҙанға Салауат Юлаев исеме бирелде.
У. ЛОҠМАНОВ.