Газ үткәреү дауам итә09.12.2011
Әлеге ваҡытта Баймаҡ районының 22 ауылында “зәңгәр яғыулыҡ” үткән. Газ үткәргестең дөйөм оҙонлоғо – 341 600 метр.
Әлегә район буйынса күп кенә ауылдарға газ үткәргес һалынһа ла, “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылмаған йорттар бихисап. Киләсәктә уларҙы кәметеү – төп маҡсаттарҙың береһе. Быйыл ҡала урамдарына 14 километр оҙонлоғонда газ үткәргес һалыу өсөн аҡса бүленгән. Йыл аҙағына тиклем 20 урамға газ торбалары һуҙыласаҡ.
“Һаҡмар”, Баймаҡ районы.


Вернуться назад