Тәбиғәттең үҙ ҡанундары: әле генә ямғыр ҡойоп торһа, иртәгәһенә буранлап ҡар яуып ебәрмәҫ тимә. Бигерәк тә көҙ менән ҡышты тоташтырған ноябрь айында.
Был аҙнала республикала болотло көндәр тора, буранлап епшек ҡар яуа, тимер сымдарға бәҫ һырый, юлдарҙа – боҙлауыҡ. Хәл тағы бер нисә көн дауам итәсәк, һауа температураһының йә бер аҙ күтәрелеүе, йә түбәнәйеүе (2 градус йылынан 5 градусҡаса һалҡын булыуы ихтимал) юлдағы хәлде ҡатмарлаштырасаҡ.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы хеҙмәткәрҙәре, әгәр мөмкин булһа, был көндәрҙә автомобиль менән йыраҡ юлға сығыуҙы кисектереп торорға, ҡуҙғалырға тура килгәндә, тулы техник әҙерлек үткәрергә (мәҫәлән, тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыға алмаштырырға), тиҙлек режимын боҙмаҫҡа кәңәш итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәләгә тарығандар әле айырыуса күп: ике көндә Өфөлә генә өс йөҙҙән ашыу юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, биш кеше һәләк булған, 34-е тән йәрәхәте алған.
Бер ир һигеҙ йәшлек улы менән төнгә ҡарай “ВАЗ” маркалы автомобилдә Иглин районына ҡайтып барған, насар юл шарттарында рулен тота алмаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл ситенә ауған машинала баланың ғүмере өҙөлгән. Юл инспекторҙары әйтеүенсә, әгәр малай махсус креслола ултырған булһа, бәлки, хәл был тиклем аяныслы тамамланмаҫ ине.
Ә Туймазы районында бер кешене бәрҙереп үлтергән водителде эҙләгәндәр. Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе “Форд” хужаһына ни өсөн яуаплылыҡтан ҡасҡанын хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә аңлатырға тура киләсәк.
Өфөлә бер нисә көн эсендә ҡарҙың айлыҡ нормаһы яуыу сәбәпле, торлаҡ-коммуналь һәм хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә эш артты, юлдағы тығындар күбәйҙе. Әммә ҡала хакимиәте вәкилдәре белдереүенсә, хәл яуаплылар өсөн яңылыҡ түгел, ҡала урамдары ваҡытында ҡарҙан таҙартыласаҡ: бының өсөн эшсе көс һәм техника етерлек.
Г. РӘСҮЛЕВА.