“Почтальон булыу анһат түгел”16.11.2012
“Башҡортостан”ды 50 йылдан ашыу алдырам, ләкин һуңғы ваҡытта гәзиттең һуңлап килеүе күңелде ҡыра, хатта аҙна-ун көнгә тотҡарланған мәлдәре лә йышайҙы”, – тип яҙғайны Сибайҙан Фәхрислам Байышев.
Был хатҡа “Рәсәй Почтаһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе урынбаҫары Л. Шафиҡовтан түбәндәге яуапты алдыҡ:
“Гәзиттә баҫылған мәҡәлә буйынса тикшереү булды, Сибай почтамты етәкселегенең гәзит-журналды таратыу йәһәтенән һүлпәнлек күрһәтеүе асыҡланды. Матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙы йәнләндерергә, уларҙы үҙ ваҡытында халыҡҡа еткерергә, почтальондарға төрлө дәртләндереү сараларын ҡулланырға күрһәтмә бирелде”.