Тимерйән РӘЖӘПОВ, Хәрби хәрәкәттәр ветерандарының Башҡортостан союзы рәйесе:— Көндәлек мәшәҡәттәргә сумып, яныбыҙҙа ғына лайыҡлы кешеләр йәшәүен онотабыҙ. Улар ҡала һәм республика тормошонда әүҙем ҡатнаша, йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Бындай кешеләрҙе башҡаларҙан Тыуған иленә мөхәббәт һәм йәштәрҙә ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләү теләге айыра. Хәрби хәрәкәттәр һәм эске ҡораллы бәрелештәр ветерандары араһында ла лайыҡлы шәхестәр бихисап. Ундайҙар — беҙҙең өсөн өлгө, улар менән ғорурланабыҙ. “Яҡташтар” проекты һуғыш ветерандары араһында ошондай кешеләрҙе асыҡларға ярҙам итәсәк.
Ә. ИЛДУСОВА.