Баш ҡала табиптары – Көйөргәҙелә09.12.2011
Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы белгестәре Көйөргәҙе районы ауылдарында халыҡты ҡабул итә башланы.
Тәүге көндә акушер-гинеколог, эндокринолог, кардиолог, ҡан тамырҙары системаһы буйынса хирург Яңы Мораптал участка дауаханаһында булды. Йыл аҙағына тиклем аҡ халатлылар Яҡшымбәт, Таймаҫ, Зәк-Ишмәт, Илкәнәй, Шәбағыш, Бөгөлсән, Керәүле ауылдарына барасаҡ.
“Юшатыр”, Көйөргәҙе районы.


Вернуться назад