Үҙ йүнәлешен һаҡлап килә17.11.2011
Яңыраҡ профсоюз хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең
һөнәри байрамын билдәләне.
Барлыҡ һөнәр эйәләренең хоҡуҡтарын яҡларға бурыслы профсоюз ойошмаларына мөнәсәбәтегеҙ нисек?

Әлфиә ГӘРӘЙШИНА, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Халыҡты эш менән тәьмин итеү идаралығының профсоюз комитеты рәйесе:
— Иң элек һөнәри байрам уңайынан профсоюз ойошмалары етәкселәренә һәм хеҙмәткәрҙәренә һаулыҡ, түҙемлек һәм уңыштар теләйем.
Туҡтауһыҙ үҙгәреп торған йәмғиәттә һәр кемдең социаль яҡтан яҡланыуы бик мөһим. Тәү сиратта, әлбиттә, эш урындары менән тәьмин итеү. Профсоюз ойошмалары артабан да әйҙәүсе көс булһын, хеҙмәтсәндәрҙең гарантияланған хоҡуҡтарын яҡлаһын, ҡыйыу ҡарарҙар ҡабул итһен. Шул саҡта ғына ул ышаныс яулаясаҡ, мәртәбәһе күтәреләсәк.

Гөлнара ХӨСӘЙЕНОВА, 1-се республика психиатрия дауаханаһы табибы:
— Профсоюз ойошмаһы булған коллективтың тормошо йәнлерәк, берҙәмерәк һәм хеҙмәткәрҙәрҙең иртәгәһе көнгә ышанысы бар. Беҙҙең дауаханала профсоюз ойошмаһы үҙ бурысын тейешенсә атҡара. Социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү менән бер рәттән, барлыҡ ойоштороу саралары ла улар өҫтөндә.

Руслан ҒАРИФУЛЛИН, Башҡортостан дәүләт аграр университеты студенттарының профсоюз комитеты ағзаһы:
— Профсоюз ойошмаһында, минеңсә, әүҙемдәр, башҡаларҙың проблемаларына битараф ҡала алмаған һәм яуаплылыҡтан ҡурҡмаусылар ғына эшләй. Мәҫәлән, студенттарҙың профсоюз ойошмаһына ятаҡҡа, туҡланыуға бәйле, йәйге ялды ойоштороу, төҙөлөш отрядтарын туплау кеүек бихисап мәсьәләләрҙе хәл итергә тура килә. Ғөмүмән, ул яҡлаусы ғына түгел, берләштереүсе лә.

Зарема УРАҘБАЕВА, республика Профсоюздар федерацияһының социаль-гуманитар бүлеге белгесе:
— Һөнәри байрамыбыҙҙы күңел күтәренкелеге менән ҡаршылайбыҙ. Яңыраҡ Бөтә Рәсәй Йәштәр форумында ҡатнаштыҡ. Төрлө тармаҡтағы йәштәр советы ағзалары өс проект менән таныштырҙы. Мәҫәлән, “Торлаҡлы булыуҙың 101 алымы” проектын Мәскәүгә һоратып алдылар. 15 ноябрҙә йәштәр эштәре буйынса үткәрелгән халыҡ-ара видеоконференцияла ҡатнаштыҡ. Ҡыҫҡаһы, йәштәребеҙ ҙә проблемаларҙы хәл итеүҙең яңы формаларын ҡыйыу индерә.

Миңниса АРЫҪЛАНОВА, эшсе:
— Профсоюз ойошмаһы үҙ йүнәлешен һаҡлап килә, ябай халыҡ тауышын ишеттереүен дауам итә.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА


Вернуться назад