Эскәнме? Хөкөм ҡаты булырға тейеш!16.11.2012
Ул көндө Алевтина ҡыҙы Иринаны мәктәпкә оҙатты ла үҙе баҙарға китте. Сабыйы ҡайтыуға бүләк алып, өҫтәл әҙерләп торорға уйланы әсә. Ун йәш тула бит. Әхирәттәрен дә ҡунаҡҡа саҡырғайны. Йыл да ҡыҙының байрамын үҙенсәлекле итеп үткәрергә тырышалар. Әммә берҙән-беренең тыуған көнөн башҡаса уҙғара алмаясағы башына ла инеп сыҡманы уның. Йомошон теүәлләп, кәйефе күтәрелеп ҡайтырға сыҡҡан ҡатынды күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән иҫерек водитель бәрҙереп китте. Әсәнең ҡыҙына тип алған бүләге, аҙыҡ-түлеге юлға һибелде...

Бөгөн илебеҙҙә юлдағы афәттең, үлеш-ҡыйралыштың көндән-көн артыуында төп ғәйеп – эскелек. Рәсәйҙә демографик үҫеште артҡа һөйрәүсе мөһим сәбәптәрҙең береһенә әүерелде ул. Әле бер төбәктән, әле икенсеһенән юл-транспорт һәләкәттәре, ҡорбандар хаҡында мәғлүмәт йылға булып ағыла. Һандар ҡот осмалы. Утлы-ялҡынлы һуғышың ары торһон. Мәҫәлән, былтыр Рәсәйҙә иҫерек водителдәр ғәйебе менән 12 242 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән, һөҙөмтәлә 2103 кеше һәләк булған, 17 900-ө имгәнгән. Быйыл да юл һәләкәттәре һаны һигеҙ меңдән ашып киткән. Тәүге ярты йылда һуҡмыш килеш рулгә ултырған 464 мең водитель тотолоп, яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Тимәк, кеше үлтереүселәр беҙҙең арала бихисап. Ҡасан да булһа кемебеҙҙер уларҙың ҡорбаны булмаҫ тип кем әйтә ала? Күптән түгел генә Өфөләге ваҡиға барыһын да шаҡ ҡатырҙы. Дүрт йәшлек малайҙы дауаханаға алып китеп барған “Ашығыс ярҙам” машинаһы икенсе автомобилгә бәрелә. Сабый ҙа, уны оҙатып барған фельдшер ҙа йәрәхәтләнеп, дауаханаға эләгә. Һуңынан асыҡланыуса, “Ашығыс ярҙам”дың водителе иҫерек булған.
Рәсәй Хөкүмәте юлда йөрөү ҡағиҙәләрен камиллаштырып та, рулгә ултырыусыларға ҡарата талаптарҙы, яза сараларын көсәйтеп, штрафты арттырып та ҡарай, әммә әлегә һөҙөмтә тойолмай. Был афәт юл хәрәкәте тураһындағы законға йәнә етди төҙәтмәләр индерергә мәжбүр итте лә инде. Яңы проект ошо көндәрҙә Дәүләт Думаһында тәүге уҡыуҙа ҡаралып, Рәсәй Хөкүмәте башлығы Дмитрий Медведевҡа, илдең эске эштәр министры урынбаҫары Виктор Кирьяновҡа, ЮХХДИ етәксеһе Виктор Ниловҡа еткерелде.
Депутаттар 30-ҙан ашыу үҙгәреш тәҡдим итә. Айырыуса иҫерек водителдәргә яза саралары күп һәм ҡаты. Мәҫәлән, эскелек арҡаһында танытмаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан водитель, белекһеҙләнеп, йәнә “тимер ат”ында юлға сығып китә икән, тотолған хәлдә уға 50 мең һум аҡсаһын сығарып һалырға тура киләсәк, йәнә 15 тәүлеккә ҡәҙәр ҡулға алынасаҡ. Әле юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтың иң түбән күләме ни бары 100 һум булһа, Яңы йылдан ул 500-гә етер тип күҙаллана. Түләтеү урынына 100 – 200 сәғәтлек мәжбүри эшкә ҡушыуҙары ла ихтимал.
Эскән килеш велосипед йәки мопедҡа атланғандарға ҡарата статья 3 – 5 мең һумлыҡ штраф менән янай.
Һаҡһыҙлыҡ сәбәпле кешене үлтергән йәки имгәткән өсөн әүәлгесә ете йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған. Ә бына һуҡмыш йәки наркотик ҡулланған килеш ике йәки унан да күберәк кешенең йәнен ҡыйғандарға 15 йылға тиклем төрмә янай. Бынан һуң автомобилгә башҡаса яҡын да юлай алмаясаҡһың, сөнки танытманан ғүмерлеккә ҡолаҡ ҡағырға тура киләсәк. Үтә ҙур аварияға сәбәпсе булған, медицина тикшереүенә бармаҫҡа ҡырталашҡан әҙәмдәргә лә шундай уҡ яза ҡаралған. Әгәр ҙә медицина тикшереүенән баш тартһаң, 50 меңеңде сығарып һалырға, өс йылға тиклем машинаға идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ҡалырға тура киләсәк.
Эскесе водителдәрҙең ҡулына “П” тамғаһын һуғырға ла тәҡдим итә депутаттар. Был хәреф эскесе тигәнде аңлата.
Бөгөн сит илдәрҙә машинаға алкойоҙаҡ ҡуйыу киң таралған. Ул шунан ғибәрәт: водителдең һуҡмыш икәнлеген “һиҙеп ҡалған” машина тоҡанмай. Ошо тәжрибәне индереү ҙә ҡамасауламаҫ, тигән фекерҙә депутаттар.
Наркотик ҡулланған әҙәмдәрҙең рулгә ултырыуы ла ҙур хафа тыуҙыра. Мәҫәлән, йыл һайын 30 мең водитель-наркомандың танытмаһы тартып алына. Хатта йәмәғәт транспортында, автобустарҙа ла ундайҙар осрап тора. Был йәһәттән яңы закон проектында үҙгәрештәр бар, киләсәктә яңы танытма алыусыларға, йәмәғәт транспортында эшләүселәргә ҡанында наркотик һәм организмға насар тәьҫир итеүсе матдәләр бармы-юҡмы икәнлеген тикшереү маҡсатында тест үткәреү системаһы тергеҙеләсәк.
Проекттың йәнә бер ғәжәп яңылығы – балл системаһы. Әлбиттә, совет осоронда бындай тәжрибә ҡулланыла ине, тик уны тергеҙеү ниәте бығаса бәхәс ҡуйыртыуҙан ары китә алманы. Һәр йөҙ һум штраф өсөн 1 балл иҫәпләнә, ә инде дөйөм “уңыш” 200-гә етһә, бер йылға танытмаңдан ҡолаҡ ҡаҡтың тигән һүҙ. Бынан һуң юл ҡағиҙәләре буйынса имтихан тапшырырға тура киләсәк. Эскән йәки наркотик ҡулланған өсөн язаға тарттырылғандарға медицина күҙәтеүе лә үтергә кәрәк буласаҡ.
Бынан тыш, йәйәүлеләргә юл бирмәгән, машинаны танытмаһыҙ кешеләргә тотторған, тиҙлекте арттырған, рулдә килеш телефондан һөйләшкән, хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгән өсөн дә штраф күләме байтаҡҡа артасаҡ. Закон проекты көҙгө сессияла ҡабул ителһә, 2013 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инәсәк.
Венер ИСХАҠОВ


Виктор ИВАНОВ, Наркотиктарҙың әйләнешенә контроллек итеү буйынса федераль хеҙмәт директоры:
– Наркомандарҙың рулгә ултырыуы ғәҙәти күренешкә әүерелеп бара. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бойороғона ярашлы, водителдәр юлға сығыр алдынан махсус күҙәтеү үтергә тейеш. Мәҫәлән, Ҡытай менән АҠШ-та наркотикты билдәләүсе прибор уйлап табылған. Был аппарат үтә ҡиммәт, шуға ла уны киң ҡулланылышҡа индереү мөмкин түгел. Беҙҙә наркомандарҙы һөйләшеүенә, үҙен тотошона, күҙҙәренә ҡарап билдәләйҙәр. Был эште тағы ла камиллаштырырға кәрәк тип уйлайым.

Хәмит ҺАҘЫЕВ, пенсионер:
– Бик һәйбәт проект. Шулай ҙа юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафты арттырыу коррупцияның көсәйеүенә килтермәҫме икән тип уйлайым. Мәҫәлән, былтыр бер танышым һалмыш килеш тотолғайны. Шунан танытмаһын алып ҡалдылар тиһегеҙме? Юҡ шул! Әлеге лә баяғы полиция хеҙмәткәренә мул ғына аҡса тығып ҡотолдо.


Вернуться назад