Кәримовтар тәүлек әйләнәһенә дауалайҒалимдар иҫбатлауынса, ихлас йылмайыу тормоштағы күп мәсьәләне еңел йырып сығырға һәм уңышҡа өлгәшергә ярҙам итә. Ләкин, тештәрең ҡаҡшаһа, ошондай көслө “ҡорал”дан мәхрүм булыуың, яҡындарыңа яҡты йөҙ күрһәтә алмауың да ихтимал. Был осраҡта Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә йәшәүсе Кәримовтарҙың клиникаһына рәхим итегеҙ! Улар һеҙгә күҙҙең яуын алырлыҡ йылмайыу бүләк итер.
“Каралл” йәмғиәте дүрт йыл эшләй. Пациенттар араһында Өфөнән һәм республиканың башҡа төбәктәренән килеүселәр йылдан-йыл күбәйә. Халыҡты бындағы сағыштырмаса арзан хаҡтар, сифат һәм гарантия ҡыҙыҡтыра.
Ғаяз Мәғәфүр улы 1985 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған, күп йылдар Өфөнөң 2-се стоматология поликлиникаһында эшләп, бай тәжрибә туплаған. Һөнәри оҫталығы, хеҙмәтендәге уңыштары өсөн Башҡортостан Республикаһының “I дәрәжә стоматология отличнигы” миҙалы менән бүләкләнгән.
— Байтаҡ ваҡыт Ҡырмыҫҡалынан Өфөгә йөрөп эшләргә тура килде. Һуңынан ғаилә бизнесын асып ебәрергә булдыҡ, — тип хәтерләй оҫта стоматолог эшҡыуарлыҡтағы тәүге аҙымдарын.
Ғаиләлә барыһы ла теш табибы булғас, хеҙмәткәрҙәрҙе ситтән эҙләргә кәрәкмәй. Ҡатыны Венера Миңлеғәзи ҡыҙы менән өлкән балалары Индира Башҡорт дәүләт медицина университетының стоматология факультетын тамамлаған, икенсе ҡыҙы Диана Өфө медицина колледжында белем алған, улы Нияз да шунда уҡый.
Кәримовтарҙың ҡулынан килмәгән эш юҡ. Пациенттарға күп төрлө хеҙмәт күрһәтә улар: протез ҡуялар, үҙҙәрендә үк рентген-диагноз хеҙмәтен күрһәтәләр, тештәрҙе дауалайҙар, ағарталар, таштан таҙарталар, яңыһын яһайҙар, хатта ҡабаттан үҫтереп тә бирәләр! Өҫтәүенә, бер йылға гарантия ҡаралған. Дауалау кабинеты заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
— Беҙҙән кеше өҙөлмәй. Йәй Мәскәү, Себер яҡтарынан туғандарына ялға ҡайтҡан кешеләр күп килә, хатта Норвегия гражданын да дауаланыҡ, — ти табиптар.
Клиника Ҡырмыҫҡалы ауылының Сейәле урамында, Кәримовтарҙың мөһабәт йортонда урынлашҡан. Ул тәүлек әйләнәһенә эшләй.
— Әлегә кешеләрҙе өйҙәге кабинетта ҡабул итәбеҙ. Яҡын арала ихаталағы яңы бинаға күсергә йыйынабыҙ. Уны төҙөп бөттөк, эсен биҙәкләйһе генә ҡалды, — тип ғаилә бизнесындағы уңыштарға һөйөнә Ғаяз Мәғәфүр улы.
Ҙур бинаға күскәс, Кәримовтар “стоматология туризмы” менән шөғөлләнергә иҫәп тота. Ул саҡта алыҫтан килгән пациенттар, шифаханалағы кеүек, айырым бүлмәләрҙә йәшәп, арзан хаҡҡа тешен дауалай аласаҡ.
Хеҙмәттән йәм-тәм таба белеп, халыҡҡа изгелек өләшеүсе ошондай уңған табиптар ғаиләһе бар Ҡырмыҫҡалыла. Кешеләрҙең ризалығын һәм рәхмәтен алып йәшәгәнгә күрә, Венера менән Ғаяз Кәримовтарҙың тормошо түңәрәк, эштәре уң. Балалары, ейәндәре менән ҙур, татыу ғаилә булып, гөрләтеп донъя көтәләр.
Н. РАФИҠОВА.
Ҡырмыҫҡалы районы.