Ватанға хеҙмәт итәләр15.11.2012
Юлия ГЕРАСИМОВА, Башҡортостан мордваларының милли-мәҙәни үҙәге рәйесе:
— Көндәлек тормош мәшәҡәттәре менән яныбыҙҙа ғына йәшәүсе яҡшы кешеләрҙе күрмәй башлайбыҙ. Уларҙың тормош мәғәнәһе — ғаиләһе йәки халҡы мәнфәғәтендә генә түгел, ә Ватаныбыҙға хеҙмәт итеү, тәрән ватансылыҡ тойғолары. Ундай кешеләр һәр кем өсөн өлгө, беҙ улар менән ғорурланабыҙ. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Яҡташтар” төбәк проекты, һис шикһеҙ, шундай кешеләрҙе асыҡларға һәм улар тураһында барыһына ла һөйләргә ярҙам итәсәк.
Ә. ИЛДУСОВА.


Вернуться назад