Урамда ҡалманылар15.11.2012
12 ноябрҙә Өфөнөң Фурманов урамындағы торлаҡ йорттарҙың береһендә янғын сығыу сәбәпле 63 кеше ҡыйығынан ҡолаҡ ҡаҡты. Әммә уларҙың береһе лә ярҙамһыҙ урам буйында тороп ҡалманы. Әле, билдәле булыуынса, 43-ө баш ҡала торлаҡ фондының ике резерв йортона күсәсәк.

— Был 43 кешенең ысынлап та барыр урыны юҡ. Улар беҙҙең Ғәҙәттән тыш торлаҡ фонды йорттарында йәшәйәсәк. Бер өлөшө Октябрь проспектында, икенсе өлөшө Вологда урамында торасаҡ. Янғындан зыян күргән ҡалған 20 кеше иһә бындай торлаҡҡа мохтажлыҡ кисермәй, — тине Граждандарҙы һаҡлау идаралығы начальнигы Александр Сопин.
Уның әйтеүенсә, был фатирҙарға күсеп йәшәй башлау өсөн бер ниндәй ҙә ҡағыҙ бәләһе юҡ. Кәрәкле белешмәләр һаны ла бик аҙ.
— Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы ҡарары менән тәүге өс айҙа фонд фатирҙарында кешеләр бушлай йәшәйәсәк. Уларға бәләне оноторға һәм аяҡҡа баҫырға ваҡыт талап иткәнлеген аңлап торабыҙ. Был осорҙа бөтә сығымдар ҡала бюджетынан ҡапланасаҡ, — тип аңлатты Александр Сопин. — Артабан торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн үҙҙәре түләй башлаясаҡ.
Зыян күреүселәр кәрәкле көнкүреш әйберҙәре менән тәьмин ителәсәк. Бындай осраҡтарҙа ҙур ярҙамды Өфө ҡалаһы хакимиәтенең социаль яҡлау идаралығы һәм “Рәсәй Ҡыҙыл Тәреһе” ойошмаһы күрһәтә.
Янған йорттоң яҙмышы иһә әлегәсә билдәле түгел. Һәр хәлдә зыян күреүселәр яңы йорт бирелгәнсегә йәки үҙҙәренеке төҙөкләндерелгәнсе резерв фонд торлағында торасаҡ. Александр Сопин әйтеүенсә, бының кеүек фатирҙарҙа ике-өс йылға тиклем йәшәгән осраҡтар ҙа булған. Тимәк, Өфө ошоноң кеүек ғәҙәттән тыш хәл килеп сығыуға әҙер.
БЕЛЕШМӘ:
Өфөлә 29 мең самаһы иҫке ағас йорт иҫәпләнә. Уларҙа янғындар йыш ҡына булып тора. Мәҫәлән, 2009 йылда — 101, 2010 йылда 39 кеше торлаҡһыҙ ҡалған.
Ә. ӘЙҮПОВА.


Вернуться назад