Тау егеттәре өсөн “дедовщина” тигән төшөнсә юҡ...15.11.2012
Комиссариаттарҙа хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш бара. Әрме сафында егерме биш йыл йөрөгән, уның күп нескәлеге менән таныш кеше булараҡ, күптәрҙе борсоған бер мәсьәлә буйынса уй-фекерем менән уртаҡлашмаҡсымын. Әлеге лә шул баяғы “бабайлыҡ” мәсьәләһе ине. Элегерәк, хеҙмәт ваҡыты икенсе йылға киткәс кенә, һалдат әкренләп “бабай”лана башлай торғайны. Ә хәҙер, күрәһең, ярты йыл тулыуға “ҡартайып” та китәләр.

Хеҙмәтте бер йылға ғына ҡалдырҙылар. Әммә әрменең “хроник сире” һаман булһа оҙата килә. Саҡырыласаҡ егеттәрҙе ҡайһы саҡ “ҡыҙыу нөктә”ләргә эләгеү ҡурҡынысы түгел, ә әлеге “бабайлыҡ” нығыраҡ борсоған кеүек. Ләкин әрме хеҙмәтен тамамлап ҡайтҡан ҡайһы ғына кешенән һорама, береһе лә үҙе хеҙмәт иткән частағы “бабайлыҡ”ҡа зарлана һалып бармай. Күптәр хатта үҙенең “бабай” булып йөрөгән сағын ниндәйҙер ғорурлыҡ тойғоһо менән иҫкә ала. Тик бының менән әрмегә барасаҡ буласаҡ һалдаттарҙы, уларҙың ата-әсәһен тынысландырып булмай.
Һәр төрлө матбуғат сараларында әленән-әле баҫылып сығып торған, һалдат хеҙмәтенең ошо ифрат та кире яғына зарланыу, йә иһә фәҡәт командирҙарҙы ғына әрләү менән тулы бер-береһенә оҡшашыраҡ мәҡәләләрҙән айырмалы, ғәҙәти булмағаныраҡ юҫыҡта һүҙ алып бармаҡсымын.
Бәлки, ҡайһы берәүҙәр минең менән риза ла булмаҫ, шулай ҙа дөрөҫлөккә күҙ йомоп ҡала алмайым. Беҙҙең башҡорт, татар, урыҫ егеттәре әрмелә бер-береһен яҡлашыу тигән нәмәне белмәй. Үкенесле, әммә дөрөҫөн әйтергә кәрәк, урыҫтар әйтмешләй, “моя хата с краю...” тигән принцип менән йәшәйҙәр. Ни өсөн шулай икәнен һаман булһа ла аңлап етмәйем. Ул ғына ла түгел, хатта “бабай” яҡташыбыҙҙың “йәш” райондашын ҡыйырһытҡан осраҡтары менән дә танышмын.
Ә Кавказдан килгән һалдаттар, күп төрлө милләт вәкилдәре булыуҙарына ҡарамаҫтан, үҙҙәренең бер “йәш” һалдатына ла ҡул түгел, хатта тел дә тейҙермәй. Шуның өсөн дә, ҡәҙерле яҡташтарым, ышанаһығыҙмы-юҡмы, Дағстан егеттәре өсөн әрмелә “бабайлыҡ” тигән төшөнсә бөтөнләйгә юҡ! Элек-электән улар “бабайлыҡ”тан һис ҡурҡмай. Улар өсөн иң ауыр, түбән һаналған нәмә — дежурҙа бәҙрәф иҙәнен йыуыу. Шуға ла хеҙмәтенең башынан аҙағына тиклем бер тапҡыр ҙа казарма бәҙрәфенең иҙәнен йыумайынса ҡайтып китәләр, сөнки был эш тау кешеләренең милли ғорурлығына туранан-тура барып төртөлә.
Үткән йыл бер уҡытыусы менән һөйләшеп ултырырға тура килде. Улы әрменән хат яҙған икән. Фәлән-фәлән адресҡа алты мең һум аҡса ебәреүен үтенгән. Адресат — Ҡаф тауы егеттәренең береһе. Әгәр шул сумманы ата-әсәһе ебәрһә, был башҡорт егетенең хеҙмәте бөткәнсе “проблема”һы булмаясаҡ, йәнәһе. Аҡса ебәрергә тура килер, ти үҙе лә ҡасандыр хеҙмәттә булып ҡайтҡан атай кеше. “Һис кисекмәҫтән часть командованиеһына хәбәр итергә кәрәк!” — тим. Ә атай кеше минең тәҡдимдән ҡырҡа баш тарта. “Улыма берәй зыян тейеүҙән ҡурҡам, бәләһенән баш-аяҡ...” — ти ул. Бына ҡайҙа “бабай”ҙарҙан ҡурҡып ятҡан кешеләр! Ҡурҡып ҡына ла түгел, уларҙы һыйлап ятыусылар... Командованиеға хәбәр иткән хәлдә, теге хулиганды һис шикһеҙ ауыҙлыҡлаясаҡтарын беләм дә инде. Юҡ. Беҙ һаман да ҡурҡабыҙ. Әллә был осраҡта ла офицер ғәйеплеме? Әгәр шул тау егетенән берәй көслөрәк башҡа кеше аҡса талап итеп, уның ата-әсәһе был турала белде ти икән, ул егеттең атаһы часҡа килеп бөтә нәмәнең аҫтын-өҫкә әйләндереренә, барлыҡ командованиены аяҡҡа баҫтырырына иманым камил! Ә беҙҙең атайҙар ҡурҡып, йә иһә юлға аҡсаһын йәлләп өйҙә ята...
Йәш һалдатты ҡыйырһытҡаны өсөн бер кавказ егетенә ҡул күтәргән ҡыҙыу йәш лейтенантты ла беләм (әйткәндәй, ул офицер — башҡорт егете). Һалдаттың ата-әсәһе “Ҡаф тауы” һынлы ерҙән часҡа килеп еткән. Ул ғына ла түгел, әхлаҡи зыян өсөн әллә күпме аҡса даулап йөрөнөләр. Улдарының “бабайлыҡ” менән шөғөлләнеүен, гүйә, бөтөнләйгә оноттолар. Ә лейтенант хәрби трибунал судынан көскә ҡотолдо... Әлбиттә, уның тәрбиә алымы, тактикаһы төптән дөрөҫ түгел ине. Быны йәш офицер һуңыраҡ аңланы...
Һәр бер часта ла тиерлек Башҡортостандан булған егеттәр шаҡтай күп, тик үҙ-ара тығыҙ элемтә тотмайҙар (бер ҡаланан, йә иһә бер райондан булмаһалар). Көн дә күрешеп йөрөгән хәлдә лә, һәр кем фәҡәт үҙ проблемаһы менән генә йәшәй. Тағы ла бер хәлде хәтерләйем. Бер йәш һалдаттан (фамилияһын яҙмайым) аҡса даулап, уны үҙ-үҙенә ҡул һалыр хәлгә еткергәндәр. Тәржемәсе эше минең вазифама кермәүенә ҡарамаҫтан, башҡорт, татар телен белгән офицер тип, һуңынан мине прокуратураға саҡыртып, һалдаттың ата-әсәһенә яҙған хаттарын урыҫсаға тәржемә итеүемде һоранылар. Һалдат ата-әсәһенән тик аҡса һорап ҡына хаттар яҙған. Йәнәшәһендә яҡташтарыбыҙ ифрат күп булыуына ҡарамаҫтан, үҙенең ана шул проблемаһын бер кемгә лә һөйләмәгән. Тимәк, егетебеҙ үҙ яҡташтарының ярҙамына һис тә өмөт итмәгән... Өйөнә аҡса һорап яҙған да яҙған. Ата-әсәһе, әлбиттә, бай түгел, аҡса һала алмаған. Йә иһә, бигүк алыҫ булмауына ҡарамаҫтан, часҡа ла килеп етергә уйламаған. Ә тегеләрҙең “счетчигы” һалдаттың “бурыс”ын өҫтәгән дә өҫтәгән...
Кавказ егеттәре хатта барлыҡ яҡындағы частар, подразделениеларҙағы яҡташтары менән тығыҙ бәйләнеш тота (Советтар Союзы заманынан уҡ шулай). Часҡа яңы килгән һәр бер яҡташын туғанылай йылы ҡабул итеп, шунда уҡ ҡосаҡлашып, таныша һалалар. Хеҙмәт дәүерендә берәйһенең аҙ ғына проблемаһы килеп сыҡһа, шундуҡ йыйылалар. Яҡташ һалдаттарҙың ҡайһы берәүҙәрен “дед”тар йәберһеткәнен ишеткәс тә, бар эшемде ташлап, йыш ҡына казармаларға барғылай инем. Шуның өсөн ҡайһы бер офицерҙар, ярым шаяртып, миңә “милләтсе” тип төрттөргөләй торғайны. Әммә, уларҙың һүҙен ысын шаяртыуға һанап, үҙемдең намыҫым ҡушыуы буйынса эш иттем. Йәберләүселәр йыш ҡына тау егеттәре була. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, шул егеттәрҙең бер-икеһен һөйләшергә “ленкомната”ға саҡыртыуым була — бер нисә минут эсендә ете-һигеҙләбе һөрлөгөшөп килеп етә! Үҙҙәренең яҡташтарын минән — подполковниктан яҡлашырға! Улар менән шаҡтай ғына ҡаты итеп һөйләшеп алғас, ә ҡайһы берәүҙәрен прокуратура менән ҡурҡытҡандан һуң ғына шиңә төшәләр. Әлбиттә, ошондай һөйләшеүҙән һуң беҙҙең яҡташҡа башҡаса береһе лә яҡынламай. Эйе, мин ҡурсалаған аныҡ яҡташҡа, ә яҡташтарға түгел, сөнки быныһын күрмәмешкә һалышҡан башҡалары һәр ҡайһыһы үҙ көнөн үҙе күрә. Яҡташ “дед”тар менән дә һөйләшкеләгәнем булды. “Беҙ йәш саҡта береһе лә яҡлашманы”, — тигән яуап ишетергә тура килә ине йыш ҡына уларҙан.
Ошо мәҡәләне уҡып сыҡҡас, Башҡортостан егеттәрен башҡа милләттәргә ҡаршы өгөтләгән һымаҡ итеп ҡабул итмәгеҙ берүк. Киреһенсә, тау егеттәре берҙәмлектә, үҙ-ара дуҫлыҡта күптәргә өлгө булып тора ала тигән уйымды ғына еткермәксемен. Тик йыуаш, “тешһеҙ” башҡорт, татар, урыҫ егеттәренең тарҡаулығын тиҙ арала һиҙеп алғандары, әлбиттә, бының менән файҙаланырға әҙер.
Әрмегә саҡырыла торған егеттәребеҙгә: “Берҙәм булһағыҙ, һеҙҙең өсөн бер ниндәй ҙә “бабайлыҡ” ҡурҡыныс түгел”, — тигән уйымды, теләгемде еткерге килә. Икенсенән, үҙегеҙ хеҙмәт ваҡыты буйынса “бабай” булып алғас та, йәштәрҙе яҡлашып йөрөһәгеҙ ине.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы медицина подполковнигы.
Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад