“Беҙ мөһим һәм изге эш башҡарабыҙ”15.11.2012
“Беҙ мөһим һәм изге эш башҡарабыҙ”Башҡортостанда “Башинформсвязь” асыҡ акционерҙар йәмғиәте тип аталған яңы компанияға нигеҙ һалыуға ике тиҫтә йыл ваҡыт үткән. Ул барлыҡҡа килеү менән республикалағы телекоммуникация тармағы баҙар мөнәсәбәттәрендә ҡатнаша башлай. Тап ошо ваҡиға компанияның яҙмышын билдәләй, сөнки бер аҙ ваҡыт үтеүгә телекоммуникация “иҡтисади үҫеш алдынғыһына” әүерелә.
“Башинформсвязь” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Рөстәм СафЕев менән тармаҡтың үткәне, киләсәге, бөгөнгөһө, үҫеш юлдары хаҡында әңгәмәләштек.

— “Башинформсвязь” асыҡ акционерҙар йәмғиәте һеҙҙең яҙмышығыҙға йоғонто яһанымы?
— Әлбиттә, яһаны. Атай-әсәйем икәүһе лә — элемтәселәр. Уларҙың тормошо беҙҙең предприятиеға туранан-тура бәйле. Һөнәри яҡтан аяҡҡа баҫыуым да ошонда “Беҙ мөһим һәм изге эш башҡарабыҙ”булды. Тимәк, “Башинформсвязь” — ул минең яҙмышым.
— Ниндәй хеҙмәттәргә ихтыяж айырыуса ҙур?
— Бөгөн хеҙмәттәрҙең барыһы ла тотороҡло һорау менән файҙалана. Республика халҡына айырыуса Интернет һәм һанлы IP-телевидение кәрәк. Был телевидение үҙ эсенә 140-тан ашыу телеканалды (шул иҫәптән юғары сифатлы каналдар йыйылмаһын), бай фильмотеканы, һауа торошон, телепрограмма һәм башҡа мәғлүмәтте ала. Төбәк халҡы уны ҡыуанып ҡабул итте.
“Беҙ мөһим һәм изге эш башҡарабыҙ”— Белеүемсә, Интернет селтәренә инеүҙе ойоштороуҙың бер нисә технологияһы бар. “Башинформсвязь” уларҙың ҡайһыһын файҙалана?
— Интернет селтәренә тоташыуҙа беҙ, ихтыяжды иҫәпкә алып, төрлө технологияларҙы файҙаланабыҙ. Ethernet секундына 100 Мбит мәғлүмәт тапшырыу мөмкинлеген бирә. Тапшырыу мөхите сифатында сүс-оптик элемтә линиялары ҡулланыла. Йорт подъезына коммутатор ҡуйыла һәм абонент йәшәгән фатирға айырым линия һуҙыла.
PON — пассив оптик селтәрҙәр технологияһы — Интернетҡа ғәйәт юғары тиҙлектә инеүҙе тәьмин итә. Бындай технология бер юлы төрлө элемтә (телефон, Интернет, телевидение һ.б.) хеҙмәте күрһәтеү мөмкинлеген бирә.
Бүлендек предприятиебыҙ “Сотел” ярҙамында Интернетҡа тиҙ арала сымһыҙ тоташыу хеҙмәтен дә тәҡдим итәбеҙ. Ошо йүнәлештә ҙур эш башҡарылды. Республикала йөҙләгән яңы станция барлыҡҡа килде. Һөҙөмтәлә мәғлүмәт тапшырыу һәм алмашыу тиҙлеге артты. Был хеҙмәт халыҡта айырыуса ҙур хуплау тапты, сөнки “Сотел” файҙаланған техниканың башҡа мобиль элемтә операторҙары менән сағыштырғанда электр-магнит нурланышы ярайһы уҡ түбән, өҫтәүенә Интернетҡа инеү тиҙлеге юғары, шул уҡ ваҡытта ҡулланыу хаҡы арзан.
— Егерме йыл эсендә һәм һуңғы ваҡытта ниндәй иң күләмле проекттар булды?
— Иң ҙур проекттарыбыҙ — сүс-оптик тапшырыуҙар линияһын, “Имен ҡала” системаһын ғәмәлгә индереү, республика мәктәптәрен Интернет селтәренә тоташтырыу. Һуңғы ҡаҙаныштарыбыҙ — Рәсәй Президентын һайлауҙа тауыш биреү барышын видеокүҙәтеүҙе ойоштороу.
— Сүс-оптик мәғлүмәттәр тапшырыу линияһы тураһында ентеклерәк һөйләһәгеҙ ине.
— Проект бер нисә этапта тормошҡа ашырылды. Тәүгеһендә һәр ҡалаға һәм район үҙәгенә магистраль линиялар үткәрелде. Бындай схема һәм махсус “Беҙ мөһим һәм изге эш башҡарабыҙ”технологиялар линияла юғары хәүефһеҙлек дәрәжәһен тәьмин итте, аварияға ҡаршы тороу һәләтен арттырҙы. Ошондай биш магистраль һалынды. Көньяҡ-көнбайыш, төньяҡ-көнбайыш, көньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығышҡа йүнәлтелгән дүрт линия республика биләмәһе аша үтһә, бишенсеһе Өфөлә урын алды. Сүс-оптик магистраль нигеҙендә төрлө хеҙмәттәр өсөн бер үк мәғлүмәттәр тапшырыу линияһын файҙаланыу мөмкинлеген биргән мультисервислы селтәр ойошторолдо. Һуңыраҡ район үҙәктәренән бәләкәйерәк ауылдар ҙа уға йәлеп ителде.
— Был эш әле лә дауам итәме?
— Әлбиттә. Хәҙер беҙ һәр районға, ҡала яны зоналарына үтеп инәбеҙ, һәр ауылға, ҡасабаға, һәр йортҡа барып етергә тырышабыҙ. Эш еңелдән түгел. Бөгөн тиҙ арала табыш килтерерлек проекттарға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Ҡалғандарын әлегә кисектереп торабыҙ. Компания зыянға эшләй алмай, артабанғы үҫеш өсөн мөмкинлек мотлаҡ булырға тейеш.
— Оптика нигеҙендә юғары тиҙлектә мәғлүмәт тапшырыу линиялары үткәреп, компания ниндәй маҡсатҡа өлгәште?
— Магистраль үткәрелгәс, ҡыйынлыҡтар артта ҡалды, селтәрҙә тиҙлек һәр саҡ юғары буласаҡ, хәҙер инде башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеүгә тотонорға мөмкин тип уйлағайныҡ. Әммә заман үҙ талаптарын ҡуя. Кисә артыҡ тойолған тиҙлек бөгөн етмәгән кеүек. Файҙаланыусылар һаны йылдам үҫә, тиҙлекте арттырыуға ихтыяж тыуа. Видеороликтар, абоненттар араһында файлдар менән туранан-тура алмашыу, социаль селтәрҙәр, IP-телевидение — быларҙың барыһы ла күп урын биләп кенә ҡалмай, уны арттырыуҙы талап итә. Һөҙөмтәлә трафик ике йыл эсендә дүрт тапҡырға артты. Шуға күрә яңыртыу, хеҙмәтләндереү һәләтен арттырыу мөһим бурысҡа әүерелә.
Белгестәребеҙ ошо маҡсатта оптиканы тығыҙлау өсөн махсус аппаратура ҡуллана. Был бик ҡатмарлы һәм ҡиммәтле ҡорамал. Ул һәр сүс эсендәге каналдар һанын арттырыу мөмкинлеген бирә. Уның ярҙамында мәғлүмәт тапшырыу тиҙлеген ярайһы уҡ арттырыуға, трафиктың артабанғы үҫешен тотҡарлауға өлгәштек.
Магистралдәрҙе файҙаланып, республикалағы физик һәм юридик шәхестәргә заманса хеҙмәт күрһәтә алабыҙ. Ошо рәүешле Башҡортостандың төрлө төбәктәре, ҡала менән ауыл араһындағы мәғлүмәти тигеҙһеҙлек мәсьәләһен хәл итәбеҙ.
— Һеҙҙеңсә, “Башинформсвязь” мәғлүмәт технологиялары баҙарында ниндәй урын биләй?
— Мәғлүмәт технологиялары баҙары бик үҙенсәлекле, хәрәкәтсән, әүҙем һәм ҡыҙыҡлы. Ул даими үҫеш кисерә, идеялар һәм сауҙа донъяһының төп ваҡиғалары ла ошонда тупланған. Теоретик яҡтан ул ҡорамалдар етештереүселәргә һәм программа тәьминәтен тәҡдим итеүселәргә бүленә. Тәүгеләре иҫәбендә беҙҙең бүлендек предприятиебыҙ — Өфөнөң “Промсвязь” заводы ярайһы уҡ уңышлы эшләп килә. Икенсеһендә телекоммуникация хеҙмәттәренең логик дауамы data-үҙәктәрҙе, VPN-селтәрҙәр, быйыл баҙарҙы йәнләндергән һәм лицензиялы программа продукттарына нигеҙләнгән “виртуаль АТС-тар”ҙы үҙ итәбеҙ. Әйткәндәй, бындай АТС-тар беҙҙә лә барлыҡҡа килде. 1 ноябрҙән беҙ корпоратив клиенттарға B2B сигменты өсөн бик ҡыҙыҡлы “виртуаль АТС”-тар тәҡдим итә башланыҡ. Ул эске АТС-тың бөтә функцияларын башҡара, иң алыҫ филиалдарҙы берләштереү мөмкинлеген бирә, аппарат һәм линия ҡорамалдарын, хеҙмәтләндереүсе персоналды алмаштырыу һәләтенә эйә. Беҙ эшҡыуарҙарға ошондай АТС-тар тәҡдим итәбеҙ. Уларҙы социаль өлкәлә лә, мәҫәлән, йорт йәки ҡасаба эсендәге элемтәлә ҡулланырға була.
— Өфөнөң “Промсвязь” заводын телгә алғайнығыҙ. Бөгөн ул ниндәй аппаратура сығара? Уға ихтыяж бармы?
— Бер-ике йыл элек “Промсвязь” заводында заманса электрон компоненттарҙы йыйыу буйынса юғары етештереүсәнле линия сафҡа индерелгәйне. Бының өсөн цехтар яңыртылды, туҙан, һауа дымлылығы, температура йәһәтенән уңайлы шарттар тыуҙырылды, сифатҡа ныҡлы контроль системаһы ойошторолдо.
Яңы линияла һанлы тапшырыуҙарҙы ҡабул итеү өсөн телевизорҙарға махсус ҡулайламалар — приставкалар йыйыла. Бөгөн был сифатлы продукцияға ихтыяж ғәйәт ҙур. Хаҡы ла сит илдәгеләрҙән байтаҡҡа арзан. Был ҡулайламаларҙы халыҡ теләп һатып ала.
— Һуңғы йылдарҙа “Башинформсвязь” асыҡ акционерҙар йәмғиәте айырыуса йылдам үҫеш кисерә. Йылды ниндәй күрһәткестәр менән тамамларға ниәтләйһегеҙ? Һеҙҙеңсә, быйылғы һөҙөмтәләр былтырғы менән сағыштырғанда ниндәй буласаҡ?
— Уҡыусыларҙы ҙур һандар менән ялҡытмаҫ өсөн, шуны әйтмәксемен: финанс күрһәткестәребеҙ әүәлгесә яҡшы. Табыш һәм килем буйынса ла үҫеш бар. Интернеттан файҙаланыусылар һаны ярайһы уҡ артты. Бөгөн улар — 400 меңгә яҡын, түләүле кабелле һәм IP-телевидениенан 250 мең кеше файҙалана.
— Һуңғы йылдарҙа “Башинформсвязь” юғары технологиялы компанияға әүерелде. Һеҙҙеңсә, предприятиеның ниндәй һыҙаттары киләсәктә лә һаҡланып ҡаласаҡ?
— Был һорауға яуап асыҡ. Беҙ йылдам үҫеш юлын һайлайбыҙ. Төп өҫтөнлөк бына ошо.
— Гәзит уҡыусыларға, компанияғыҙҙың клиенттарына, Башҡортостан халҡына ниндәй теләктәрегеҙ бар?
— Беҙ мөһим һәм изге эш башҡарабыҙ. Хеҙмәтебеҙҙең киләсәктә лә һәр кемдең тормошона шатлыҡ-ҡыуаныстар өҫтәүен, мөнәсәбәттәрҙә ихласлыҡ тыуҙырыуын, изге һәм матур ғәмәлдәргә этәреүен теләр инем.
Римат КАШАПОВ әңгәмәләште.


Вернуться назад