Тәүге тапҡыр һыбай йөрөгәндәр09.12.2011
Стәрлетамаҡ ҡалаһында мөмкинлектәре сикләнгән һигеҙ бала иппотерапия сеансы алған: һыбайлыларҙың спорт клубы етәксеһе Роза Ғилмиярова балаларҙы тәүге тапҡыр атҡа ултыртҡан.
Иппотерапия – невралгия сире менән яфаланыусылар өсөн бик файҙалы дауалау ысулы. Балаларға атта йөрөү бик оҡшаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, клубҡа транспорт йөрөмәй, тип үкенес белдерә ата-әсәләр. Мөмкинлек булғанда, балалар бында йышыраҡ килер ине.
“Стәрлетамаҡ эшсеһе”,
Стәрлетамаҡ районы.


Вернуться назад