“Бөтәбеҙгә бер Ер шары”15.11.2012
Күренекле яҙыусы, ижад ҡомарлы әҙибә, тылсымлы ҡәләм оҫтаһы Лира Әхмәт-Яҡшыбаева үҙенең бер повесын шулай атаған. Тапҡыр әйтелгән. Автор был повесында башҡорт ғилеменең һәм ғалимдарының үҫешен художестволы телмәр, ялҡынлы һәм ҡурсаулы кисерештәр менән һүрәтләй.

Эҙемтәһе әле үк күренә

Милләттәр, ҡәүемдәр, илдәр, дәүләттәр, төрлө ҡарашлы сәйәсмәндәр, идеологиялар, ғалимдар бик күп. Ә Ер шары берәү генә. Ана шул һәр кем өсөн ғәзиз төйәк булған Ер донъяһын, уның аҫҡы һәм өҫкө хазиналарын нисек итеп, нәфсеңде арттырмайынса ғына, файҙаланырға икән? Әҫәрҙең төп мәғәнәһе лә, минеңсә, шундалыр.
Автор үҙенең әҫәрендә Ер шарында барған глобалләштереү сәйәсәтенең мәғәнәһенә үтеп инә. Донъя ғилемендә танылыу алған, әҫәрҙең төп геройы Рафиҡтың һүҙҙәренә иғтибар итәйек: “Ҡайһы бер ғалимдар глобалләштереүгә тар мәғәнә һалырға тырыша: берәүҙәр уны экологик мәсьәләләр менән генә мәшғүл булырға, икенселәре финанс-иҡтисади проблемаларҙы хәл итергә тейеш, тип ҡарай. Минеңсә, глобалләштереү йәнә һәр халыҡ һәм милләттең мәнфәғәтен, милли телен, рухи үҫешен, йәшәү кимәлен күҙ уңында тоторға тейеш. Милләттәр бөтөү, телдәр ҡороу — глобалләштереү проблемаһы. Тел тамырының ҡороуы даръялар ҡороуҙан аяныслыраҡ. Ҡайһы бер илдәр тарафынан икенсе илдәргә, уның халҡына ҡарата геноцид пландар, программалар ҡабул ителеүе билдәле...”
Башҡорт ғалимы Рафиҡтың һүҙҙәре — халыҡ-ара конференцияла һөйләгән телмәре — аҙ һанлы милләттәр өсөн дә, киләсәк донъя халҡы өсөн дә ысын-ысыны менән фән эшмәкәрҙәренә иҫкәртеү ул.
Глобалләштереүҙең эҙемтәләренә беҙ бөгөн үк дусар булдыҡ. Рәсәй сәйәсмәндәре, сит илдең инвесторҙары өсөн бындай сәйәсәт ҡулай, әлбиттә. Илдә баҙар иҡтисады башланғас, Америка, Англия, Ҡытай һәм башҡа дәүләттәрҙә етештерелгән, үҙҙәрендә үтмәй ятҡан тауарҙар магазин кәштәләрен баҫып алды. Тимәк, сит ил дәүләттәре Рәсәйҙе һуғышһыҙ ғына еңде лә ҡуйҙы. Совет осоронда “Ҡыуып етербеҙ, уҙып китербеҙ Американы” тип йырлайҙар ине. Уҙҙырҙы, ти, Америка. Илдә завод-фабрикалар ябылды. Миллиондарса халыҡ эш урындарынан мәхрүм ителде. Колхоз-совхоздар бөтөрөлдө. Тулҡынланып, алтынланып ятҡан баҫыуҙарға сүп үләндәре хужа.
Илдә милләт тигән төшөнсәне паспорттарҙан, класс журналдарынан, донъяға күҙен асҡан баланың таныҡлыҡтарынан алып ташланылар.
Глобалләштереү сәйәсәтенең тармаҡтары бик күп. Бына шуларҙың бер нисәүһе мәғариф системаһында милли телдәрҙә белем биреүҙең тамырҙарын киҫте. Әйтәйек, яңы инновациялар, технологиялар индереү, оптималләштереү тип аталған ялған яңы үҙгәртеп ҡороуҙар күпме баланы мәктәпһеҙ ҡалдырҙы. “Бөтәбеҙгә бер Ер шары” повесының төп геройы — геология фәндәре кандидаты, Силәбе политехник институты доценты Рафиҡ Камалетдин улы Мөғинов. Ул Екатеринбургта уҙасаҡ халыҡ-ара симпозиумға саҡырылған. Бында уны ниндәй яҙмыш көтә? Әлбиттә, “Егерме беренсе быуат һәм кешелек донъяһының глобаль тормошҡа күсеүе” тип аталған форумда сығыш яһар. Ғалимдар менән осрашыр. Таныштарына ҡул бирер. Быға тиклем осрашмаған коллегалары менән танышыр. “Егерме беренсе быуатҡа глобаль мөрәжәғәт” тигән докладын һөйләр. Башҡа ғалимдарҙың сығышын мыйығына урар. Шул ғынамы? Юҡ икән шул. Был форумда ул үҙенең йәшлек мөхәббәтен осратыр. Хәйер, был турала һүҙ аҙаҡтаныраҡ булыр.
“Бөтәбеҙгә бер Ер шары” повесын яҙырға нимә мәжбүр иткән авторҙы? Бына ошо һорауҙың әрәсәһенә үтеп инеп ҡарайыҡ. Глобаль тормошҡа күсеүгә халыҡ нимә ти икән һәм ниндәй баһа бирә? Был проблема борон-борондан кешелек донъяһын хәүефкә һалған. Бөйөк аҡыл эйәләре, философтар (Антисфен, Диоген һ.б.) цивилизацияны ҡабул итеүҙән алыҫ торғандар. Тормоштағы бөтә ғәҙелһеҙлек, кешеләр араһында төрлө ҡатламдарҙың (бай һәм ярлы, хәйерсе һ.б.) барлыҡҡа килеүе лә фәҡәт глобалләштереү арҡаһында тип фараз иткәндәр. Боронғо дин әһелдәре лә дөйөмләштереү сәйәсәте иблистән килә тип әйтер булған. Ошо урында глобалләштереү тигән һүҙгә аңлатма биреп китәйек. Был һүҙ француз телендә (qlobal) “дөйөм, ғөмүмән, бөтә Ер шарына мөнәсәбәтле” тигәнде аңлата. Латин телендә (qlobus) Ер шары тип алынған. Тимәк, ошо һүҙҙәрҙән урыҫ телендә глобаль, глобалләштереү тигән төшөнсәләр барлыҡҡа килгән. Икенсе төрлө әйткәндә, глобалләштереү — кешелек тормошонда байтаҡ мөһим проблеманы яйға һалыу сәйәсәте. Социаль үҫеште тәьмин итеүсе сара. Социаль үҫеш тигәндән нимәне аңларға була? Халыҡ тормошон, йәшәү шартын, көнкүрешен үҫтереү — социаль үҫештең төп нигеҙе.
Күренекле яҙыусы Лира Яҡшыбаева “Бөтәбеҙгә бер Ер шары” тигән повесында бөгөнгө Рәсәй дәүләте өсөн бик актуаль проблеманы художестволы һүрәтләүгә, һынландырыуға өлгәшкән. Был мәсьәлә башҡорт әҙәбиәтендә быға тиклем махсус рәүештә бөтә тулылығы менән сағылдырылғаны юҡ ине. Глобалләштереү сәйәсәтенең асылына үтеп инеүсе Рәсәй ғалимдарының (Рафиҡ, Линара) эшмәкәрлеге, уларҙың йәшәйеш яҙмыштары, башҡорт халҡының ярлылыҡ сигендә көн итеү сәбәптәре — әҫәрҙең төп материалы.

Глобалләштереү һәм Рәсәй сәйәсәте

Рәсәй дәүләте сит илдәге глобалләштереү сәйәсәтенең ҡойроғона йәбешкән дә нисек ысҡыныу яйын таба алмай йонсой, күрәһең. Донъя сәйәсәтенә тәнҡитсел ҡарап килгән Коммунистар партияһын юҡҡа сығарҙы. СССР тип аталған ҙур илде тарҡатты, иҡтисади, сәнәғәт нигеҙҙәренең тамырын ҡоротто. Үҙ милли субъектына (Чечня) һуғыш башланы. Ул һуғыш әле булһа туҡталмаған, Рәсәйҙең үҙәк ҡалаларында яңынан-яңы теракттар ҡылына.
Рәсәй сәйәсәте глобалләштереү проблемаһын аңлап етмәй, күрәһең. Стратегик берәмектәрен яңыртырға, арттырырға ҙур һикерештәр яһай. Йәнәһе, илдең оборона ҡеүәтен нығыта була. Илде сит мәмләкәт вәкилдәре баҫып алған бит инде: ҡытайҙар, вьетнамдар, әрмәндәр, грузиндар һ.б.
Рәсәй сәйәсәте үҙ иленең сәнәғәтен үҫтереүҙе ҡулай күрмәй. Мәҫәлән, ауыл хужалығы техникаһын, миллионлап долларға сит илдән һатып алғанға ҡарағанда, Рәсәйҙең үҙендә етештереп булмаймы? Совет осоронан ҡалған ҡеүәтле завод-фабрикаларҙың ҡайһы берҙәрен емерҙеләр, ҡайһы берҙәрен, бөлгөнлөккә төшөрөп, миллиардерҙарға арзан хаҡҡа һаттылар. Рәсәйҙә күләгәле иҡтисад хөкөм һөрә. Президентлыҡ дәүерендә илдә етештереп сығарыу сәнәғәте аҫҡа табан тәгәрәй. Телевизорҙан “Яңылыҡтар” программаһын ҡараһаң, илдә үҫеш юҡ, бары тик ҡыйралыш ҡына күҙгә ташлана. Мәҫәлән: теракт, янғын, һыу баҫыу, утһыҙ ҡалыу, ялған документ, аҡса баҫып сығарыу һәм башҡалар. Тик нишләптер Мәскәү, Санкт-Петербург йәштәренең неофашистик ойошмаларын күрһәтмәйҙәр. Баш ҡала “Подземка”ларында фашистарҙың хәрби кейемдәрен, символдарын асыҡтан-асыҡ һатыу ойошторолған икән, “Йәштәр — Рәсәйҙең киләсәге” тигән пропагандаға ышаныс самалы. Атаҡлы коррупционерҙарҙың, йәғни дәүләт етәкселәренең йыллыҡ килемен күрһәтеп тултырылған декларациялары ла ышандырмай. Быларҙың барыһы ла — глобалләштереүҙең кире күренештәре.
Йәш ғалим, әммә донъя кимәлендә күренекле ғалим Рафиҡтың уйҙары ошоға ҡеүәт. Әҫәргә күҙ һалайыҡ.
“Икенсе донъя һуғышында Рәсәйҙе еңә алмағас, уны эстән тарҡатыу һәм емереү планы төҙөлә. Аллен Даллестың “Рәсәйҙең башына араҡы һәм аҙғынлыҡ етәсәк” тигән доктринаһы, шул программа буйынса планлы эш алып барылыуы, глобалләштереү күҙлегенән ҡарағанда, үҙе үк ҡот осҡос геноцид түгелме ни? Күпселек илдәрҙә секс культы, көсләү, садизм, эскелек, наркомания кеүек аҙғынлыҡ, енәйәт, боҙоҡлоҡ сәскән кире хәлдәргә күҙ йомоп ҡарала. Йоғошло яман сир кеүек, улар илдән-илгә таралып, кешелек донъяһы үҫешенә кире йоғонто яһай. Нәҡ ошондай фетнәләр планетабыҙҙы һәләкәткә алып бара ла инде”.
Глобалләштереү сәйәсәте ике осло. Уның бер яғы илдең иҡтисади үҫешен хәстәрләһә, икенсе яғы халыҡтың социаль хәлен ҡайғыртмай, уны ярлылыҡҡа этәреүсе сара.
Урал Фәндәр академияһы Екатеринбургта урынлашҡан. Глобалләштереү проблемаһына арналған халыҡ-ара симпозиум да шунда үтә. Бындай ҙур форумға сит ил ғалимдары ла килгән. Улар араһында Германиянан килгән профессор Эрнест Фейхтвангер ҙа бар. Әммә был фән әһелен Мейәстә тыуып үҫкән йәш һәм күренекле ғалим Рафиҡ Камалетдин улы бик өнәп тә бармай. Башҡортостандың тәбиғи байлығына был да бик өмөт менән ҡараған һымаҡ. Уның ҡарашынса, “Ер шары — бөтә кешелек донъяһы өсөн уртаҡ йорт ул. Сеймал, тәбиғи ресурстар ҙа — Ер халҡы өсөн уртаҡ байлыҡ... Һеҙҙә (йәғни Уралда — Р.А.) сеймал күп. Ә беҙҙә ҡорамаллы заводтар буш тора”. Бына тағы ла бер буржуй инвестор табылды Рәсәй өсөн. Эрнест Фейхтвангер Урал йәшмәһе тураһында китап та сығарған булған икән. Бына уның шул китаптағы һүҙҙәре: “Ваҡлағыс машиналар онтап, Рәсәйҙә йәшмәне юлға түшәйҙәр, ә немец скульпторы ҡулында йәшмә ҡиммәтле сәнғәт әҫәренә әүерелә. Үҙегеҙҙең оҫталарҙы ебәреп инвестициялағанда, мул килем алып булыр ине”.
Ғәҙеллек өҫтөнлөк алғанда, глобалләштереү сәйәсәте ҡурҡыныс та түгел һымаҡ. Әммә был проблемаға Эрнест Фейхтвангер кимәлендә ҡарау илде ҡот осҡос кабалаға илтеүе бар. Ниңәлер ошо немец профессоры ғалим булып түгел, Урал байлығын ҡасан да булһа баҫып аласаҡ Гитлерҙың яңы быуын вариҫы сифатында күҙ алдына баҫа. Уның һөйләүенә ҡарағанда, Эрнест Башҡортостанда ла аҙ булмағандыр. Башҡорт халҡының Арҡайым цивилизацияһын да немец вәкиле үҙҙәренеке итеп ҡарағандай, һоҡланғандай. Ҡыҫҡаһы, ул Башҡортостанды ныҡлап өйрәнгән шпионға оҡшай. Арҡайымда ла булған, Урал йәшмәләренең яҙмышын да өйрәнгән, төпсөнгән, башҡорт телен дә аҙ-маҙ өйрәнгән.
Бына ошондай хәйерсе инвесторҙар килә Рәсәйгә һәм уның төбәктәренә. Изге ниәт менән килмәйҙәр. Глобалләштереүгә һылтаныр, ябай халыҡтың һуңғы тинен, һуңғы телем икмәген тартып алыр өсөн киләләр. Рәсәй миллиардерҙары, яңы буржуйҙар өсөн бындай сәйәсәт бик кәрәк. Дөрөҫөн әйткәндә, глобалләштереү сәйәсәтен ил етәкселеге лә аңлау кимәленә күтәрелә алмаҫ әле, власть башында кемеһе ултырһа ла. Халыҡты алдау юлы менән генә илде бәлә-ҡазанан һаҡлап булмаясаҡ. Өс ай буйы зәңгәр экрандарҙан, пенсияны арттырасаҡбыҙ, тип шапырындылар. Апрель үтте, әммә ул һуҡыр бер тингә лә артманы. Рәсәй әле Совет осороноң ҡаҙаныштары елендә бәүелә. Сит ил иҡтисадын үҫтерергә тырыша, ә үҙ илендә берәй яңы завод йә фабрика төҙөлдөмө? Кеше өйөн күркәмләүгә ҡарағанда, иң элек үҙ нигеҙеңде нығытырға кәрәк түгелме ни?
Глобалләштереү проблемалары менән шөғөлләнә башлағаны бирле Рафиҡ Камалетдин улын бер уй борсой. Әҫәргә күҙ һалайыҡ:
“Ер аҫты, ер өҫтө торғаны тотош хазина булған көйө, ниңә башҡорт халҡы ярлылыҡтың сигендә йәшәй? Ауылдар бөтөп, юҡҡа сыға, ҡайҙа барма — эшһеҙлек, төпкөл ауылдарҙа юлдар насар, һыу, газ менән тәьмин ителеү үтә лә хөрт. Силәбе башҡорттарының яҙмышы ла шатланырлыҡ түгел. Быларға ҡайһылай итеп сик ҡуйырға? Халыҡты нисек меҫкенлек көрсөгөнән сығарырға?..”
Һуңғы йылдарҙа, ҡайһы ғына фән тармағын алһаң да, толерантлыҡ (йәғни түҙемлек, сабырлыҡ) тигән һүҙҙе йыш ишетергә тура килә. Был да глобалләштереү сәйәсәтенең бер асҡысылыр. Тәбиғи байлығы менән күкрәп сәскә атыр милли субъекттарға йүнәлтелгән ул асҡыс. Һинең ил байлығыңды сит ил инвесторҙары үҙ ҡулдарына ала башлаған саҡта толерантлыҡ күрһәт тигән һымаҡ был асҡыс. Бизнес та, толерантлыҡ та ике яҡлы: берҙәй үк файҙалы, берҙәй үк әхлаҡлы булырға тейеш. Рәсәй сәйәсәте афған халҡына, чечен халҡына толерантлыҡ күрһәттеме? Бына ҡайҙа ята глобалләштереү тигән йыландың башы. Рәсәй хөкүмәте шул йылан менән уйнай. Был уйын оҙаҡҡа барырмы?

Мөхәббәткә кәртә бармы икән?..

Күренекле яҙыусы Лира Яҡшыбаева кеше психологияһын тәрәндән аңлай, күрә белә, хәтерендә балҡыта. Бер уйлаһаң, әҫәр ни бары халыҡ-ара конференцияға ғына арналған һымаҡ. Әммә унда байтаҡ ҡына геройҙарҙың йәшәү рәүеше, холоҡ-фиғеле, әхлаҡи булмышы бөтә тулылығы менән һындандырыла. Булмаһа, халыҡ-ара симпозиумда сит ил ғалимдарының сығыштарын руссаға тәржемә итеүсе Линараның яҙмышын күҙ алдынан үткәрәйек. Линара — талантлы башҡорт ҡыҙы. Үҙ атаһы, әсәһе була тороп, балалар йортнда тәрбиәләнгән. Әсәй — ҡаҙна, атай — еҙнә, ти халыҡ аҡылы. Үҫмер ҡорона ингәс, тормош тип аталған йәшәйешкә аҡыл күҙе менән ҡарай башлағас, Линара, хат еткән ергә хат ебәреп, әсәһен, атаһын эҙләп ҡарай. Баҡтиһәң, әсәһе Үзбәкстан ҡояшы аҫтында үҙ тормошон яңынан башлап ебәргән икән. Кемгәлер кейәүгә сығып, итәк тулы балалар үҫтереп ятҡан башы. Тимәк, әсәй тигән ғәзиз йән эйәһе Линараға ҡаҙна булыуҙан туҡтаған. Башҡоотостандағы үҙенең берҙән-бер тамырын киҫкән. Атай йорто ла, икенсае бер ҡатынға өйләнеп еҙнә хәленә әйләнгән.
Әлбиттә, етемлек яҙмышын һатып алмайҙар. Линара үҙенең аяныс хәле менән бер ҡараһаң, килешкән дә һымаҡ. Ә икенсе яҡтан күҙ һалһаң, уның күңел ғазаптары тетрәндерә. сәбәбе ниҙә һуң? Үгәй әсәһе Мәйсәрә Линараның киләсәк яҙмышы менән дә уҫал шаяра. Үгәй ҡыҙын бәхетһеҙлек ҡорғанынан ысҡвындырғыһы килмәй. Кеше күңеленең экологияһы донъя глобализацияһы проблемаларынан шаҡтай айырмалы шул. Ана шул Мәйсәрә Линараның мөхәббәтенә аяҡ сала, һөйгән егете Рафиҡтың әсәһенә хат яҙа, үгәй ҡыҙын хурлап яҙа. Насар һүҙ хат булып осто, Рафиҡтың әсәһе Миңъямалға юлыҡты.
Линара — Башҡортостан ҡыҙы, Стәрлетамаҡ балалар йортонда тәрбиәләнә. Йәйге каникул ваҡытында атаһын эҙләп Мейәскә килеп сыға. Ана шунда ул Мейәс егете Рафиҡ менән таныша. Йыш ҡабатланып торған осрашыуҙар ике йәш кешенең йөрәктәренә мөхәббәт күпере һала.
Һәр ике гөлдөң мөхәббәт донъяһы үҙенсәлекле. Ул донъяның алтын тәхеттәре кемгәлер бик еңел генә яуланғандай: осрашты, танышты, ҡауышты. Кемгәлер ул алтын тәхеткә үрләр өсөн байтаҡ һынауҙар үтергә тура килә: ваҡыт һынауы, мир һынауы, намыҫ һынауы, хис-тойғо һынауы, вәғәҙә һынауы.
Күңел ҡылдарының иңрәүе менән генә, хис-тойғоларҙың сапсыныуы менән генә бындай һынауҙарҙы үтеп сығыуҙары, ай-һай.
Симпозиум бара. Рафиҡ доклад һөйләй. Үҙенең сығышында немец ғалимы профессор Эрнест Фейхтенвангерҙың ҡайһы бер концепцияарын ипле генә кире ҡаға. Линара Рафиҡ өсөн ғорурлана. Мөхәббәте ҡабаттан яңыра. Һағыныуҙары ташҡынға әйләнә. Ҡолағы доклад тыңлаған һымаҡ, ә уйҙары, күңеле хәтирәләр ҡойоно эсендә...
...Линара — студент. Ул Башҡорт дәүләт университетының сит ил телдәре факультетында өсөнсө курста уҡып йөрөй. Рафиҡ армияла хеҙмәт итә. Линараға яҙған хаттарында мөлдөрәмә тулы һөйөү хистәре. Армиянан ҡайтышлай Өфөгә инермен. Һине Силәбегә алып китермен”, — тип өйләнергә теләүен дә әйтә хаттарының һуңғыһында. Линара ла уның тәҡдименә ҡаршы түгеллеген яҙып өлгөрә. Шулай итеп, мөхәббәт ағасы тиҙҙән күҙ яуын алырҙай сәскәгә кймеләсәк. Әммә Рафиҡтың әсәһенән килгән хат, Линараға килгән хат был ағасҡа ҡырау булып төшәсәк.
Симпозиум бара. Рафиҡ доклад һөйләй. Линара уйҙр ҡойононан арына алмай. Рафиҡтың әсәһе — Миңъямалдың хатына күҙ һалайыҡ:
“...Улымды детдом етемәге итер өсөн үҫтермәнем... Яратам тиеүең ысын булһа, унан баш тарт, күҙ нурымдай күреп, ҡәҙерләп үҫтергән баламдың бәхетен тышау булма. Аңла, һин уға тиң түгел, барыбер бергә була алмаясаҡһығыҙ...”
Үгәй әсәһе Мәйсәрәнең Миңъямалға ебәргән :ҡара йылан”ы, “аждаһа”ға әйләнеп, Линараға килеп юлыҡты. Эй, яҙмыш! Хатҡа яҙылған яҙмышты юйып булһа ла, маңлайға уйылғанынан ҡотолоу юлҡайҙары бармы икән?
Үгәй әсәнең һүҙенә төшкән Миңъямалды ла бында аҡлап булмайҙыр, күрәһең. Ул да бит үҙ балаһының бәхетенә балта саба түгелме?
“һеҙ тиң түгел...” ошо һүҙҙән һуң Линара, Ҡаф тау артына китерҙәй булһа ла, Рафиҡтың бәхетенә тышау булырға теләмәй, сөнки “Әсә фатихнаһынан башҡа никахтары, көсләп асҡан күҙ кеүек, файҙаһыҙ булыр. Рәнйетергә ярамаҫ әсә күңелен”. Шуға күрә ул Рафиҡтың күҙенә садынмаҫҡа, юлында осрамаҫҡа тырыша. Ул Өфөнән эҙен юғалта. Уҡыуын Екатеринбург педагогия институтының сит ил телдәре факультетында дауам итә. Ә Рафиҡ уны йылдар буйы эҙләй, әммә таба алмай. Линараның әхирөттәре уның ҡайҙалығын әйтмәй. Бына шулай мөхәббәт ағасы сәскәгә уҙа алманы.
Камалетдин менән Миңъямал берҙән-бер улдарын, ҡәҙерлеләрен хан заманындағыса, көсләп ҙур түрәнең ҡыҙына өйләндерә. Бәхетһеҙ ғаилә бына шулай тыуа. Йәнәһе лә ғаиләне бәйләп тороусы ҡыҙ бала донъяға килә. Ҡатын булған кеше һөйөүен ситтән эҙләй. Ҡыҙҙары ауырып китә, сабый ғына көйө баҡыйлыҡҡа (ысын донъяға) күсә. Ғаилә тарҡала. Ғүмер тәгәрмәстәре үҙ юлынан тәгәрләй бирә.
Үлер алдынан Миңъямал улы Рафиҡ алдында асыла.
“— Һине бәхетле итергә теләнем, ғәфү ит, улым... Бер кәңәшем бар ине, тыңлар булһаң. Эҙләп ҡара һин уны (Линараны — Р.А.). Күрешеп һөйләшһәң, бәлки, төңөлөрһөң”.
Әйтте һүҙен әсә улына. Йәнәһе күрерһең дә төңөлөрһөң. Линараның үгәй әсәһе Мәйсәрәнең әйткән һүҙҙәренең ағыуы яғылған хәбәрҙе Миңъямал үҙе менән бергә ҡәбергә алып китте.
Линара күңел төңөлөрлөк ҡыҙмы ни? Ун ете йыл буйы күңелендә тәүге мөхәббәтенең уңмаҫ биҙәктәрен Рафиҡтың йылмайыуын, ҡайнар һулышын, моңло йырын һаҡлай.
Мейәс буйҡайҙары ҡыҙырым ҡырсын,
Ҡыҙырым ҡырсындарын буйланым.
Ҡара ла ғына ҡашым, зифа буйым,
Йән һөйгәнем, һине лә уйланым.
Был йыр Линараның яҙмыш моңона, тормош зарына, мөхәббәттең мәңгелек саҡырыуына әйләнгән. Заманалар үтеү менән Рафиҡ күренекле ғалим, профессор булып танылһа, Линара ла тормош арбаһынан төшп ҡалғандарҙан түгел. Тормошта осраҡлылыҡ тигән күренеш бар. Ул һине йә күккә сөйә, йә йәшәйеш упҡынына батыра.
“Детдом ҡыҙы”ның да бәхет ҡапҡалары асыла. Екатеринбургпединститутын тамамлап, сит ил телдәре уҡытыусыһы булып эшләй башлағас, Линара осраҡлы рәүештә ҙур форумда тәржемәсе вазифаһын үтәй. Был ваҡытта төп тәржемәсе аырып китә. Уның урынына Линараны саҡыралар. Сит ил вәкилдәренә бик мәғлүмәтле тәржемәсе оҡшай. Сәнәғәте ныҡ үҫешкән Екатеринбургта юғары кимәлдәге конференциялар, симпозиумдар, форумдар йыш булып тора. Линараны ошондай тантаналы сараларға йыш саҡыра башлайҙар. Тәржемәсе эше Линараның үҙенә лә оҡшай бара. Был өлкәлә үҙенең белемен арттыра бара. Артабан Урал Фәндәр академияһы уны Германияның Рур университетының иҡтисад бүлегенә уҡырға ебәрә. Линара тырышып уҡый, иң яҡшы студенттарҙан һанала. Университеттың иҡтисад фәндәре докторы, данлыҡлы эколог Фейхтвангер менән дуҫлашып китәләр. Әммә был дуҫлыҡ Линара өсөн мөхәббөт түгел. Эрнест уның күңелендә юлаусы юламан ғына.
Йылдар, заманала ағышы, юлдар аймылышы ғына мөхәббәткә, ысын саф мөхәббәткә кәртә була алмайҙыр, күрәһең. Ун ете йыл ғүмер һынауҙарын үтеп, Линара менән Рафиҡ бер-береһен эҙләп таба. Йәшлек йылдарындағы мөхәббәттән тороп ҡалған тере ҡуҙ ялҡыны уларҙы табыштыра, ҡауыштыра. Золомға дусар булған мөхәббәт ана шулай сәскә ата, илен, телен, халҡын данлар өсөн.

Һүҙ асылы йомғаҡта

Күренекле ҡәләм оҫтаһы Лира Яҡшыбаеваның “Бөтәбеҙгә бер Ер шары” повесы башҡорт әҙәбиәтен яңы тематика менән байытты. Художестволы һүҙ донъяһына яңы һулыш алып килде. Фәһем һәм ғибрәт алырҙай хәл-ваҡиғалар сағылдырыла әҫәрҙә. Яҙыусы шаҡтай ҡатмарлы проблеманың, йәғни глобализация сәйәсәтенең, асылына үтеп ингән. Шул проблема тирәләй әҙәби характерҙарҙың үҫешен энәнән-ептән үткәрә. Халыҡ-ара симпозиум — әҫәрҙә ярҙамсы хәл-ваҡиға.
Билдәле булыуынса, телмәрҙең грамматик нигеҙе булып эйә менән хәбәр тора. Әлбиттә, йәнле һөйләү телмәрендә, һүҙ юҫығының ниндәй йүнәлеш алыуына ҡарап (әрләшеү, талашыу, ҡыҙып-ҡыҙып һөйләшеү һәм башҡалар) грамматик нигеҙҙең икеһенең бере, йә икеһе лә юғалып ҡалырға мөмкин. Әҙәби әҫәрҙе характерҙар шөлкеме, образдар сылтыры тотоп торалыр. Нимә һуң ул характер? Был һорауға яуап бирер алдынан күренекле драматург Наил Ғәйетбайҙың бер ҡыҙыҡлы ғына, әммә һәр ҡәләм оҫтаһын уйландырырлыҡ һүҙҙәренә иғтибарҙы йүнәлтмәксе булдым. Бына ул дидактика (йәғни белем биреү теорияһы): “Иң төп етешһеҙлек — яҙыусыларыбыҙ характер тыуҙыра белмөй. Быға беҙҙең мәктәп йылдарында уҡыған әҙәбиәт дәрестәре лә ғәйепле. Сөнки геройҙарҙың ҡылығы түгел, ә һөйләгән һүҙеан характерҙы асыусы төп дәлил тип өйрәттеләр. Шул сәбәпле яҙыусылар геройҙарын матур итеп, дөрөҫ итеп бик күп һөйләндерә, уларҙы хәрәкәт иттермәй, ҡылыҡ ҡылдырмай. Ә һүҙ, хәбәр һөйләү бер ҡасан да характерҙы тыуҙыра, аса алмай. Ҡылыҡ ҡына характер тыуҙыра. Һүҙ ярҙамында кеше (пьесалағы герой ҙа) йыш ҡына алдаша, ҡылыҡ менән алдашып булмай...
Характерҙың үҫешен тәьмин итеү өсөн көслө конфликт һәм ваҡиғалар үҫеше кәрәк. ...Тағы бер мөһим шарт. Геройҙарҙың ҡылығы характерының үҙгәреүе мотлаҡ рәүештә фәлсәфә, психология һәм эстетика ҡанундарына буйһонорға тейеш.” (“Ағиҙел”, 2003, № 7, 180-181-се биттәр).
Күренекле яҙыусы, башҡорт прозаһын үҫтереүҙә үҙ өлөшөн индереүсе Лира Яҡшыбаева “Бөтәбеҙгә бер Ер шары” повесында ике характерҙың холоҡ-фиғелен, йәшәү рәүешен, донъяға ҡарашын тәбиғи рәүештә асып бирә алған. Уларҙың береһе аталы-әсәле була тороп та үкһеҙ яҙмышҡа дусар ителгән Линара икән, ә икенсеһе — ата-әсә наҙын татып үҫкән Рафиҡтыр. Әлбиттә, характерҙың асылын бары тик ҡылыҡ ҡына ла күҙ алдына баҫтыра алмайҙыр, минеңсә. Әҙәби характерҙы хәрәкәтһеҙ, ҡылыҡһыҙ, һүҙһеҙ, һүрәтләүһеҙ һынландырып та булмайҙыр. Шулай уҡ харктер әҫәрҙе әҫәр итеүсе көслө шәхес тә булырға тейеш. Әҙәби характерҙа әле һанап сығылған һыҙаттарҙың синтезы ята. Ана шул синтезды бик оҫта файҙалана яҙыусы.
Глобализация проблемалары художестволы әҙәбиәттә тәү тапҡыр сағылдырыла. Ҡәләм оҫтаһы Лира Яҡшыбаева ер шарында барған ҙур сәйәсәттең ябай халыҡҡа булған кире мөнәсәбәтен, эҙемтәләрен дә нәфис һүҙ саралары, стиль, телмәр берәмектәре менән асып бирә алған. Глобализациянан кем күберәк файҙа күрә? Әлбиттә, иҡтисади йәһәттән ҡеүәтлерәк илдәр файҙа күрә. Ер шарын, уның мөһабәт тәбиғәтен, байлығын, иң мөһиме — аҙ һанлы халыҡтарҙың мәнфәғәтен ҡайғыртмаясаҡ был сәйәсәт.
Бөгөнгө көндә ғалимдар глобализацияны данлап халыҡ-ара конференциялар, симпрозимудар уҙғара, ҡалын-ҡалын китаптар баҫтыра, докторлыҡ, кандидатлыҡ диссертациялары яҡлайҙар. Телһеҙ ҡалған башҡорттар һәм башҡа милләттәр улар өсөн сүп тә түгел. Глобализация тигән ҡурҡыныс сәйәсәттең асылын күҙ алдына килтер өсөн әҫәргә күҙ һалайыҡ: “Ерҙә бер ни ҙә юҡтан бар булмай, шулай уҡ булған нәмә юҡҡа әйләнмәй, йәғни эҙһеҙ юғалмай. Халыҡ йыйған аҡылды, шулай уҡ әкиәт, мифтарҙа тупланған хаҡиҡәтте лә инҡар итеү дөрөҫ түгел. Тимәк, нисер булған. Юғалған материктарҙан — утрауҙар, үлгән телдәрҙән — һүҙ, бөткән халыҡтарҙан тупланған аҡыл ҡала. ...Глобализация аҙ һанлы халыҡтар өсөн ике осло булыуы ихтимал. Көслөләр — көсһөҙҙө, байҙар — ярлыны, уҫалдар — йыуашты, хәйләкәрҙәр намыҫлыны иҙеп, тапап китергә әҙер заман килде. Ҡайһы бер сит ил инвесторҙары Башҡортостан, Көнбайыш Себер тигеҙлеге яҡтарынла, үҙҙәренең яңы технологияһын, ҡорамалларын, квалификациялы кадрҙарын файҙаланып, ҙур килем алырға йыйына. ...Шул уҡ ваҡытта ҡара эшкә беҙҙең осһоҙ эшсе көсөн ҡулланып, байырға ынтыла. ...Үҙҙәренең инвестицияларын һалғас, тауар уларҙыҡы. Ә бындай хеҙмәттәшлектең беҙҙең өсөн ниндәй файҙаһы бар?”
Эйе, ябай халыҡ өсөн глобализация сәйәсәтенең файҙаһы булмаясаҡ та. Бәлки, ил етәкселеге өсөн махсус рәүештә уйлап табылған сәйәсәттер ҙә. Шуның арҡаһында түрәләрҙең кеҫәләре ҡалыная, илдә яңы партиядар, яңы миллиардерҙар барлыҡҡа килә.
Беҙҙең илдә барған хужаһыҙлыҡ енәйәте лә глобализацияның бер тармағы булырға тейештер. Әйтәйек, илдә нисә кеше эшкә яраҡһыҙ (инвалид) тип теркәлде икән? Шуларҙың нисәүһе был статусты аҡлай һәм күпмеһе аҡлай алмай икән? Сөнки врачтарға аҡса төртөп (ришүәт биреп), инвалидлыҡ таныҡлығы алған кешеләр бар. Фән өлкәһендә күпме акалемиктар, ағза-корреспонденттар бар. Әммә улар бер тин дә аҡса алмайҙар. Ә шулар өсөн түләнә торған аҡсаны Фәндәр академиялары системаһындағы кемдәрҙер үҙләштнрә. Былар эсенә почетлы академиктарҙы, профессорҙарҙы индермәйем.
Мәғариф системаһындағы үҙгәртеп ҡороуҙар ҙа ана шул глобализация сәйәсәтенең асыҡ сағылышы булды. Һөҙөмтә лә күпме мәктәптәр ябылды, ауылдар юҡҡа сыҡты, әммә балаларҙың белем кимәлендә һынылыш булманы, уҡытыуҙың сифаты аҫҡа тәгәрәне.
Күренекле яҙыусы Лира Яҡшыбаева үҙенең “Бөтәбеҙгә бер Ер шары” повесы әле әйтелгән проблемаларҙы ла яҡтыртһа, китап уҡыусының ҡарашы ла һәр яҡлап үҫеш алыр ине. Шуныһы ҡыуаныслы, был әҫәр әҙәбиәтебеҙҙе яңы һүҙ, яңы хәл-ваҡиғалар, яңы характерҙар менән байытты.
Рафаэль АҘНАҒОЛОВ,
педагогия фәндәре докторы, БДУ профессоры.


Вернуться назад