Мейебеҙгә “бәшмәк” кәрәкмәй15.11.2012
Мейебеҙгә “бәшмәк” кәрәкмәйРедакциябыҙҙың ике хеҙмәткәренең тәмәке тартыуҙы ташларға теләүен ишеткәс, уларҙы Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһына саҡырҙыҡ. 2010 йылда бында никотинға бәйлелеге булған ауырыуҙарға ярҙам итеү лабораторияһы асылды.

Тәмәке тартыу — көслө сир

— Тәмәке тартыу хроник ауырыуҙар иҫәбенә индерелгән,— ти эске ауырыуҙар кафедраһы доценты, лаборатория мөдире Дилбәр Ғәбитова. — Кеше тарта башлаһа, мейелә никотин рецепторҙары ярала. Улар бәшмәк һымаҡ үрсей һәм үҙ дозаһын һорай башлай.
— Улайһа, беҙҙең мейелә тотош “бәшмәк плантацияһы” үҫәлер ул, — тип мәрәкәләй утыҙ йыллыҡ “стажлы” хеҙмәттәштәребеҙ.
Иң ҡурҡынысы шул: никотин рецепторҙары тәмәке тартҡан йәки уның төтөнөн йыш һулаған ҡатын ҡарынындағы сабыйҙа ла барлыҡҡа килә икән. Был осраҡта баланың, организм талабы буйынса, 7-8 йәштә үк тәмәкегә үрелеүе ихтимал.
— Һуңғы йылдарҙа ир-ат араһында тәмәкеселәр кәмене. Етештереүселәр быны алдан күҙаллап, насар ғәҙәтте ҡатын-ҡыҙ һәм үҫмерҙәр араһында киң тарата: тәмәкегә төрлө тәмләткес ҡушалар, уның формаһын һәм ҡаптарын матурлайҙар. Үҫмерҙәрҙе дауалау өлкәндәргә ҡарағанда ла ауырыраҡ, — ти Дилбәр Марсель ҡыҙы.
— Элек байрамдарҙа спиртлы эсемлек эсә торғайным. Бер нисә йыл элек үҙемә һүҙ бирҙем дә алкоголдән бөтөнләй баш тарттым. Әммә тәмәкене ташлай алмайым, — тип һораулы ҡарашын табипҡа төбәй хеҙмәттәшебеҙ.
— Бәйлелек тыуҙырыу кимәле буйынса никотин, героин менән кокаиндан һуң, өсөнсө урында. Әйткәндәй, араҡы был йәһәттән туғыҙынсы баҫҡыста, — тип аңлата уға белгес.

Һатып алынған бәлә

Бер тәмәкелә 4 мең зарарлы матдә иҫәпләнә, әлегә шуларҙың алтмышы яман шеш барлыҡҡа килтерә тип табылған. Ошо сама ағыу көн дә организмыңа, һәр бер күҙәнәгеңә һәм ағзаңа үтеп инеп торһонсо әле! Ауырымаҫ ереңдән ауырырһың. Дилбәр Марсель ҡыҙының әйтеүенсә, миҫал артынан алыҫ йөрөйһө түгел.
— Бөгөн ҡан тамырҙары хирургияһы бүлексәһендәге сирлеләрҙең өстән бер өлөшө тәмәке тартыу арҡаһында аяғын киҫтереп ята, — ти ул. — Эндартериит сиренә ун тәмәкесенең етәүһе дусар була, йәғни артерияларҙың эске тиресәһе шешә, аяҡтарҙа ҡан әйләнеше насарая, һуңынан ҡан тамырҙары бөтөнләй тығыла һәм гангрена башлана.
ХОБЛ тигән һауыҡтырып булмаҫтай сир менән ауырыусыларҙың 90 процентын шулай уҡ тәмәкеселәр тәшкил итә. Тәмәкеләге ағыулы матдәләр үпкә көпшәһенең туҡымаларын зарарлай, һөҙөмтәлә организмға тын етмәй башлай, кешенең инвалидҡа әүерелеүе лә ихтимал. Үпкәнең яман шешенә дусар булғандарҙың да 80 проценты — тәмәке тартыусылар. Никотин түлһеҙлек, катаракта, псориаз (тәнгә тәңкә, төймә рәүешендәге сабыртманың сығыуы), остеопороз (һөйәк туҡымаларының нәҙегәйеүе, кәкрәйеүе, тишекләнеүе), инсульт, миокард инфаркты, яман шеш кеүек күп ауырыуҙарға килтерә.
Утыҙ йыллап тәмәке көйрәтеүсе хеҙмәттәштәребеҙҙә был сирҙәрҙең ниндәй ҙә булһа билдәләре юҡлығына инаныр өсөн Дилбәр Марсель ҡыҙы бер нисә һорау бирә: аяҡтары ойомаймы, тиҙ өшөмәйме, йүткертмәйме, йөрәк борсомаймы һәм башҡалар.
Әңгәмәнән һуң хеҙмәттәштәребеҙгә смокелайзер менән спирометр тигән ҡорамалдарға өрөргә тәҡдим ителә. Тәүгеһе үпкәләге һөрөмдөң кимәлен билдәләй, икенсеһе үпкәнең күләмен асыҡлай. Смокелайзер ике осраҡта ла 2.40 һанын күрһәтә һәм ҡорамалда ҡыҙыл лампочка яна.
— Үпкәгеҙҙә янғын башланырға күп ҡалмаған бит, егеттәр, — тип киҫәтә табип.
Ҡыҙыҡ өсөн был нәмәгә үҙем дә өрөп ҡарайым. Шунда уҡ йәшел лампочка яна һәм 0.00 тигән яҙыу килеп сыға. Тартҡаным булмағас, үпкәм бына ниндәй таҙа!
Спирометрҙың билдәләүенсә, хеҙмәттәштәремдең үпкәләре һауаны етерлек күләмдә тултыра ала.
— 25 йәштән һуң үпкәнең күләме йыл һайын 25-30 миллилитрҙы юғалта. Тартҡан кеше иһә 80 миллилитрҙан ҡолаҡ ҡаға, — ти Дилбәр Марсель ҡыҙы. — Оло йәшкәсә һау-сәләмәт булыр өсөн мотлаҡ тәмәкене ташларға һәм спорт менән шөғөлләнергә кәрәк.
Лабораторияла тағы ла никотинға бәйлелек дәрәжәһен һәм тәмәкене ташлау теләгенең кимәлен күрһәтеүсе тест үткәрәләр. Күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшкәндән һуң белгестәр һәр кемгә тәғәйен дауалау ысулын яҙып бирә.

Нисек ҡотолорға?

Табип бер нисә дауалау ысулын атаны:
1. Рәсми булмаған дауа. Гипноз, энә ҡаҙау, психолог ярҙамы, шифалы үләндәр төнәтмәһен эсеү, лазер терапияһы дарыуһыҙ дауаланырға булышлыҡ итә. Тағы ла Дилбәр Марсель ҡыҙы Аллен Каррҙың китабын алып уҡырға йәки Интернеттан уның аудиояҙмаһын яҙҙырып тыңларға кәңәш итә.
2. Рәсми дауа. Был осраҡта махсус дарыуҙар менән никотинлы пластырь һәм һағыҙҙар ярҙамға килә. Улар дарыуханала рецептһыҙ һатыла. Препараттарҙы ҡулланыр алдынан медицина хеҙмәткәре менән кәңәшләшергә кәрәк, юғиһә файҙаһының булмауы ихтимал.
— Тәмәкене ташларға бер ҡасан да һуң түгел. Яңыраҡ 80 йәшлек олатайға был алама ғәҙәттән ҡотолорға ярҙам иттек. Иң мөһиме, теләк булһын! — ти табип.
Дауаланған мәлдә күңел торошо хаҡында ла онотмаҫҡа кәрәк:
1. Яҡындарығыҙҙы иҫкәртегеҙ. Тәмәкене ташлаған саҡта нервыларҙың бер аҙ ҡуҙғыуы ихтимал, шуға күрә яҡындарығыҙҙан һеҙҙе аңлауҙарын, ярҙам итеүҙәрен һорағыҙ. Әгәр ҙә тыныслана алмаһағыҙ, табип менән кәңәшләшегеҙ.
2. Эштә ниәтегеҙҙе әйтегеҙ. Хеҙмәттәштәрегеҙ һеҙҙе тәмәке тартырға саҡырмаһын, күп түҙерһеңме икән, тигәнерәк мыҫҡыллау һүҙҙәре әйтмәһен. Өлгөгөҙгә башҡалар ҙа эйәрһә, бергәләп тәмәкегә ҡаршы көрәшеү еңелерәк булыр.
3. Кеҫәгеҙ тулы һый булһын. Никотинға бәйлелектән ҡотолған осраҡта ла тәмәке тартыу ғәҙәте тиҙ генә онотолмай. Ҡул үҙенән-үҙе кеҫәгә үрелә, бармаҡтар тәмәкене ҡыҫып тоторға теләй. Шуның өсөн кеҫәгеҙгә көнбағыш, сәтләүек, һағыҙ, кәнфит йәки йәшелсә-емеш һалып ҡуйығыҙ. Ҡайһы берәүҙәр бындай ҡуҙғыу минуттарын тәсбих тартып үткәрә.
4. Үҙегеҙҙе эстән бөтөрмәгеҙ. Әллә күпме тырышып, барыбер тәмәке тарта башлаһағыҙ, үҙегеҙҙе әрләмәгеҙ һәм башҡаларҙан да тәнҡитләмәүҙәрен һорағыҙ. Был бит сир, уның киҫкенләшеүе — була торған хәл, тип уйлағыҙ. Икенсе юлы тәмәкене мотлаҡ еңерһегеҙ.
Нурзиә ХӘСӘНОВА


Вернуться назад