Был донъяла бер-береһе өсөн генә яралып, үҙ иштәрен әллә ҡайҙан эҙләп табып, ғүмер буйы тормош юлдарын йәнәш үтеүселәрҙе осратһаң, күңел шатлана. “Ҡайһылай пар килгәндәр!” тип һоҡланып та ҡуяһың. Һәүәҫкәр композитор Әминә Бикташева ижад иткән йырҙарҙың береһе шундайҙар тураһында:
Туҡтап торор арба түгел,
Ғүмерҙәр үтә осоп.
Һаман шулай килһәң ине,
Яурындан мине ҡосоп...
Эйе, ярты быуаттан ашыу уның яурынынан ҡосоп, шатлыҡта ла, ҡайғыла ла терәк-таяныс булыусы, уны күҙ ҡарашынан аңлап торған таянысы бар янында. Әминә менән Рәүеф Бикташевтар — Сибай ҡалаһында йәшәүсе бәхетле ғаиләләрҙең береһе. Быйыл улар алтын туйҙарын үткәрҙе. Күптәр Әминә Бикташеваны йырҙар ижад иткән һәүәҫкәр композитор булараҡ белә. Рәүеф Ғәлләм улының мәҡәләләре әленән-әле матбуғат биттәрендә баҫылып тора. Ғүмерҙәрен уҡытыусылыҡҡа арнаған Бикташевтар һаман әүҙем тормош алып бара, ҡаланың йәмәғәт һәм мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәй.
Ғаилә башлығы Рәүеф Ғәлләм улы сығышы менән — Ейәнсура районының Икенсе Назар ауылынан. Әминә Әхмәтвәли ҡыҙы Баймаҡ районының Шүлкә ауылында тыуып үҫкән. Башҡорт дәүләт университетында уҡыған саҡтарында осрашып табыша улар. Йәштәр, күп уйлап тормаҫтан, өйләнешергә ҡарар итә. Студент туйы ла бик ябай килеп сыға. Табында артыҡ һый, бүләктәрҙең зиннәтлеһе булмаһа ла, һөйөү хистәре ғүмерлеккә етә.
Бынан 50 йыл элек ҡабынған шул утты һүндермәй, бөгөнгәсә һаҡлай алыуҙары менән икеләтә бәхетлеләр. Сәскәләй өс ҡыҙ, баһадирҙай бер улға ғүмер бирә Бикташевтар. Балаларының барыһы ла ике юғары белемгә эйә, һәр береһе яуаплы урындарҙа эшләй.
Элегерәк уҡытыусыларға һәр өс йыл һайын уҡытҡан мәктәптәрен алмаштырып йөрөргә кәрәк булған. Шунлыҡтан йәш ваҡытта Бикташевтарға Баймаҡ районының күп кенә мәктәптәрендә белем бирергә тура килә. Аҙаҡтан таланттарға бай төйәк — Сыңғыҙ ауылында төпләнергә ҡарар итәләр. Балалары үҙаллы тормош ҡороп, Өфө, Сибай ҡалаларында йәшәй башлағас, мәғариф ветерандары, Сыңғыҙҙағы өйҙәрен бикләп, Сибайға күсеп килә. Тик һәр яҙ һайын тыуған яҡтарына ҡайтып, үҙҙәре төҙөгән йортта йәшәп, күңелдәрен баҫалар. Тыуған нигеҙҙән алған көс, дәрт менән береһе көйҙәр ижад итергә ултырһа, икенсеһе уй-кисерештәрен аҡ ҡағыҙға теҙә.
Ижади ғаиләнең һәр иртәһе яңы көй-моңдо тыңлауҙан башлана. Оҡшаған шиғырҙы күрһә, Әминә апайҙың күңелендә илһам тыуа, үҙенән-үҙе ҡулына диктофонын алып, яңы көйҙө яҙып ҡуя. Аҙаҡ улы Ғаязға моңдо ишеттерә, уныһы иһә әсәһенең яңы йырын тиҙ генә компьютерға теркәй һала.
Рәүеф ағай ғүмерлек хыялын тормошҡа ашыра — Бикташевтарҙың шәжәрәһен төҙөй. Тыуған яғы Ейәнсурала ҙурлап шәжәрә байрамы ойоштора. Бөгөн һәүәҫкәр композитор Әминә Бикташеваның йырҙарын Юнир Һағынбаев, Рәмил менән Радмир Туйсиндар, Миңзәлә Түләбаева кеүек танылған йырсылар башҡара икән, тимәк, уның әллә күпме йоҡоһоҙ төнө бушҡа үтмәгән.
Кәримә УСМАНОВА
Сибай ҡалаһы.