Мәктәп балаһын нисек ашаталар?15.11.2012
Өфө ҡалаһы хакимиәте ҡарамағындағы Уҡыусыларҙың туҡланыуын ойоштороуҙа булышлыҡ күрһәтеү советының тәүге ултырышында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Елена Родина, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары Сынтимер Баязитов менән Марат Ғәлиуллин, ҡайһы бер министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдәре ҡатнашты.

Сынтимер Баязитов: “Баш ҡала хакимиәте мәктәптә туҡланыу сифатына даими иғтибар бирә”, — тип билдәләне. 2009 йылдан алып туҡланыуҙы ойоштороуҙа ыңғай үҙгәрештәр күп. Ошо мәсьәләне махсус Совет көйләй. Уның төп маҡсаты — уҡыусыларҙы туҡлыҡлы ҡайнар аш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ күрһәтеү. Совет хеҙмәттәр сифатын яҡшыртыуҙа, аҙыҡ-түлек блоктарының матди-техник базаһын артабан камиллаштырыуҙа ярҙам күрһәтергә, сәләмәт туҡланыуҙы пропагандаларға тейеш. Елена Родина Советтың эш планына уҡыусылар өсөн иң яҡшы туҡланыуҙы ойоштороу буйынса мәктәптәр араһында конкурс үткәрергә, туҡланыу предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен уҡытырға индерергә, йәмәғәт контролен көсәйтергә, унда ата-әсәләр комитетын йәлеп итергә тәҡдим итте. Марат Ғәлиуллин иһә Санкт-Петербург тәжрибәһен өйрәнеү зарурлығын билдәләне.
Ултырышта баш ҡалалағы уҡыу йорттарында сауҙа автоматтары ҡуйыу тәҡдиме яңғыраны. Шулай уҡ туҡланыу мәсьәләһе буйынса төбәк-ара конференцияға әҙерлек тикшерелде. Был сара киләһе йыл яҙ үткәреләсәк.
— Ҡала башҡа төбәктәр менән уртаҡлашырлыҡ ыңғай тәжрибәгә эйә, — тине Сынтимер Баязитов.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад