“Йә һуңлаталар, йә…”15.11.2012
Күмертау районының Кинйәбай ауылынан Тәнзилә Ҡотлобаева матбуғат баҫмаларын таратыуҙағы етешһеҙлек, уларҙың урыҡ-һурыҡ ҡына килтерелеүе, шул сәбәпле халыҡтың гәзит-журналдарға бик яҙылып бармауы хаҡында борсолоп яҙғайны.

Күтәрелгән мәсьәлә буйынса Башҡортостандың – “Рәсәй Почтаһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһының директор урынбаҫары Л. Шафиҡов түбәндәгеләрҙе хәбәр итте:
“Хат урынға сығып тикшерелде, күрһәтелгән факттар раҫланды. Үҙ эшенә яуапһыҙ ҡарағаны өсөн Керәүле – Илюшкин почта элемтә бүлексәһе хеҙмәткәрҙәренә шелтә бирелде. Күмертау почтамты етәкселегенә ошо кәмселектәрҙе бөтөрөргә, районда матбуғат баҫмаларын таратыуҙы яҡшыртырға күрһәтмә бирелде”.


Вернуться назад