27-28 ноябрҙә “Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк мәсьәләләре” XIIтөбәк конференцияһы була.
Ул күренекле тел белгесе-диалектолог, филология фәндәре докторы Нәжибә Мәҡсүтованың тыуыуына 80 йыл тулыуға, төрки телдәре диалектологияһы буйынса IX төбәк конференцияһының 30 йыллығына (1982 йылдың 8 — 10 сентябрендә Өфөлә уҙған) һәм “Башҡорт һөйләштәре һүҙлеге (Көнбайыш диалект)” китабының өсөнсө томы донъя күреүгә 25 йыл тулыуға арнала. Сараны Рәсәй Фәндәр академияһының тел ғилеме институты, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Башҡортостан Фәндәр академияһы, Мәғариф министрлығы, Дәүләт телдәре буйынса совет, Халыҡтар ассамблеяһы ойоштора.
Д. ТӘЛҒӘТОВА.