Ҡышҡы һабантуй бүләк итте йәштәр15.11.2012
Ҡышҡы һабантуй бүләк итте йәштәрКонгресс-холда уҙған "Йәш ғаилә" республика конкурсын ҡарарға йыйылған тамашасылар һабантуйҙың ҡыш та уҙыуына инанды. Йыр-моңға маһир, уңған һәм бай күңелле аҫыл парҙар менән уларҙың балалары халыҡҡа байрам бүләк итте. Мөхәббәт, татыулыҡ, муллыҡ, йыр-моң байрамы ине ул.

Ике көн барған конкурсҡа Башҡортостандың төрлө төбәгенән 24 ғаилә килде. Улар үҙҙәре менән таныштырҙы, һөнәрҙәрен һәм ғаилә байрамдарын күрһәтте, күргәҙмә ойошторҙо, төрлө башватҡыстарға яуап биреп, зирәклектә ярышты. Һөҙөмтәлә һигеҙ ғаилә финалға сыҡты һәм гала-концертта сығыш яһау хоҡуғын алды.
Бәләбәй районында йәшәгән Лиана менән Денис Федотовтар — беренсе, Нефтекама ҡалаһынан Екатерина менән Сергей Соболевтар — икенсе, Дүртөйлө районынан Альбина менән Шамил Ялаевтар өсөнсө урынды яуланы. Өфө ҡалаһынан Олеся менән Михаил Васильевтар — "Ғаилә йолаларын нығытыу һәм һаҡлау" һәм "Йондоҙло ғаилә", Ишембай ҡалаһынан Аяз менән Гөлшат Күскилдиндар — "Ғаилә йолаларын һаҡлау", стәрлетамаҡтар — Эльвира менән Евгений Резвовтар — "Иң татыу ғаилә" һәм Йылайыр районынан Зарифа менән Фаил Юламановтар "Халыҡ йолаларын тергеҙеү" тигән номинацияларға лыйыҡ булды. Төп бүләк — гран-при Конгресс-холды шаулатып һабантуй байрамын үткәргән өфөләр Әлиә менән Әлмир Мөхәмәтйәровтарға (һүрәттә) бирелде.
— Бәйгелә күптән ҡатнашырға теләй инек, тик быйыл ғына көсөбөҙҙө һынап ҡарарға йөрьәт иттек. Сарала ҡатнашыу беҙгә үҙе бер тормош дәресе булды, — тине ике малай атаһы Әлмир Мөхәмәтйәров.

Әйткәндәй

"Йәш ғаилә" конкурсы 1998 йылда — республикала иғлан ителгән ғаилә йылында барлыҡҡа килә. Быйыл 15-се тапҡыр уҙғарылды. Унда 5 — 14 йәштәге балалары булған, 35 йәштән уҙмаған ғаиләләр ҡатнаша.
Нурзиә ХӘСӘНОВА


Вернуться назад